Комбайн (йомаҡтар)
- Гөрләй-гөрләй,
Эшләй берҙәй,
Тоғо тулһа, һөрәнләй. - Дыу-дыу үкерә,
Баҫыу буйлап йүгерә.
Ҡамылдағы игенде
Урып-һуғып елгәрә. - Ҡырҡа барыр,
Тартып алыр,
Ҡырҡҡылар ҙа һуҡҡылар,
һабағын ергә өйөр,
Тосон тоҡҡа тултырыр. - Тырнай ҙа һоҫа,
Йота ла ҡоҫа,
Барын бергә эшләй,
Был ниндәй оҫта? - Ура, һуга, елгәрә,
Үҙе тейәп ебәрә.
Бик күп игеп игенде,
Байыта ул илемде. - Үҙе ура,
Үҙе һуга,
Үҙе һура. - Үҙе ура, үҙе һура,
Үҙе ҡапсыҡҡа һала,
Геүелдәп үтеп китә лә
Ҡыр таҡырланып ҡала. - Сәйнәй һалам — төкөрә алтын.