Крыжовник
Крыжовник (Рус.Крыжовник обыкновенный, лат. Ríbes úva-críspa) —Крыжовниктар ғәиләһе (Grossulariaceae) Ҡарағат ырыуына (Ribes)ҡараған ҡыуаҡлыҡ.
Емештәренең химик составы
үҙгәртергә- Шәкәрҙәр (күп өлөшө моносахаридтар) -13,5 %,
- органик кислоталар - 2 % (лимон, алма кислоталары...),
- пектин - 1 % ,
- витаминдар C ( 54 мг%-ға тиклем), P (0,25 мг%), B һәм A.
Емештәре, шулай уҡ фосфорға, баҡырға, тимергә, калийға, натрийға, кальцийға, магнийға бай.
Крыжовниктың шифаһы
үҙгәртергәКрыжовник үҙенең дауалау сифаттары буйынса ҡурай еләгенән, сейәнән, алманан өҫтөн тора. Еләктәрен:
- бөйөрҙәр,
- һейҙек ҡыуығы,
- аш ҡайнатыу тракты һәм ашҡаҙандың әсетеп ауыртыуында,
- тире ауырыуҙарында,
- матдәләр алмашыныуы боҙолғанда,
- артыҡ һимеҙ булғанда ҡулланалар.
Крыжовник йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан тамырҙарының стеналарын нығыта. Сығышы менән ниндәй генә булмаһын, сезонлы дауалау һөҙөмтәһендә, анемия сигенә. Крыжовник бигерәк тә оло кешеләргә файҙалы. Йыл һайын крыжовник менән дауаланыу яман шештәрҙән яҡшы профилактика булып тора.
Бөйөрҙәр. 2 — 3 аҙнала крыжовникты системалы ҡулланыу менән (көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан) бөйөрҙәге һәм һейҙек ҡыуығындағы шеште һиҙелерлек дауалап була.
Тамаҡ шешкәндә. Иң шәп сара — яңы крыжовник һутын әҙ генә бал менән бутап эсеү. Аш алдынан 1/3 стакан эсергә. һимереү. Яңы крыжовник һәм уның һуты менән дауалау диетаһы боҙолған алмашыу процесын яйға һалырға һәм 6 — 8 артыҡ килограмды алып ташларға ярҙам