Күбекмай — ҡайһы бер яҡтарҙа башҡорттар уны аҡмай тип атайҙар.

Күбекмайҙы бешеү өсөн 15 литр һөттән ойотҡан (ҡатыҡ) яһап алалар. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туғып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуялар.

Артабан алдан әҙерләнгән ойотҡанды ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туҡыйҙар.

Әҙер массаға ҡаймаҡты ағыҙалар ҙа, бешкәк менән болғаталар. Майҙы килтереп сығарыу бик оҙаҡ ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кеше ҡатнашып, алмашлап эшләүе зарур.

Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп йомарлана. Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла нығыраҡ туғыуы талап ителә. Артабан, килеп сыҡҡан ҡатнашманы айрандан айырып, махсус һауытҡа һалалар.

Әҙерәк эшләргә кәрәк булғанда, ҡушылмаларҙы билдәле бер нисбәттә кәметеп була.


Күбекмайҙы эшләү өсөн махсус һауыт — көбө (көбөксәк) ҡулланалар. Хәҙер ундай һауыттар юҡ инде. Уның урынына йәйпәк, сөмөрәк эмаль һауыт ҡулланалар. Туҡыу өсөн ағастан бешкәк эшләп алалар.

Ҡаймаҡты аҙ ғына әсетә биреп, яңы ойоған ҡатыҡҡа ҡушып, талғын ғына бешәләр. Ҡатыҡ һәр ваҡыт һөт йылыһындай ғына булып торорға тейеш.

Эшләү өсөн оҫталыҡ дәресе, тәжрибә кәрәк була. Сөнки, ҡыҙыуыраҡ тиҙлектә бешһәң, уңмай. Эрей ҙә, күбекмай төшмәй. Үтә һүлпән бешһәң, бөтөнләй төшмәй.

Май ап-аҡ ҡына булып күбеп кенә торғанға исеме лә уның — күбекмай. Айраны ла тәмле.

Күбекмайҙы ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә ашатыу файҙалы. Йәш балаға, аҡ май ауыр була тип, күбекмай ашатҡандар. Уның май айында эшләнгәне бигерәк тә файҙалы.

Башҡа майҙарҙан аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалыраҡ булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.