Күк күкрәү, йәшен йәшнәү, ямғыр (йомаҡтар)
- Һарайҙағы һары айғырым
Һағынғанда кешнәйҙер.
- Ағайымдың айғыры тибешә,
Еңгәмдең үгеҙе һөҙөшә.
- Юғарыла яу ҡупҡан.
- Дөбөр-дөбөр итер,
Дөбөрләп китер,
Ялт-йолт итер,
Ялтырап китер.
- Беренсеһе ялтырай,
Икенсеһе шалтырай.
- Ағайымдың ҡапҡаһы
Шарт-шорт итеп асылды.
Ағайымдың кәртәһе
Ялт-йолт итеп ватылды.
- Ҡәҙермәттең ҡапҡаһы
Шалтырай ҙа шалтырай,
Ҡолағында алҡаһы
Ялтырай ҙа ялтырай9.
- Ялт итте, йолт итте
Ағиҙелдең ҡапҡаһы.
Шарт итте, шорт итте
Ҡарурмандың арҡаһы.
- Ағиҙелдең ҡапҡаһы ялт-йолт итә,
Ҡарурмандың кәртәһе шарт-шорт итә.
- Ҡара ҡаҙ ҡаңҡ-ҡаңҡ итә,
Ҡанат осо ялт-йолт итә.
- Күтәрелде, бәрелде,
Күк ишеге ярылды.
Шарт итте, шорт итте,
Ялт итте, үтеп китте.
- Ыу-ыу итә, геү-геү итә,
Туғыҙ миллионға етә.
- Дөбөр-дөбөр Домбай килә,
Бөтә урамды һелкетеп.
Домбай артынан еңгәм килә,
Лыҫтыр еңен һелкетеп.
- Дөбөр-дөбөр ҡоҙа килә,
Бөтә урамды һелкетеп.
Ҡоҙа артынан мин дә киләм,
Ике еңем һелкетеп.
- Ала ҡаҙы ҡалтыр-ҡолтор,
Ҡанат осо ялтыр-йолтор.
Балаһы илай вәр-вәр,
Танауы ҡанай шар-шар.
- Ҡара ҡаҙым ҡаңҡ итте,
Ҡанат осо ялт итте.
- Һаҡмарҙағы һары айғырым
Һағынып тороп кешнәһә,
Билтерҙәге биш бейәм,
Бишеһе лә ҡолонлай;
Ҡолондары һары ала,
Тирә-яҡҡа тарала.
Уны күргән бәндәнең
Зиһендәре тарала.
- Ялт-йолт ялтырай,
Япан ағас ҡалтырай.
Ынйы һымаҡ теҙелә,
Ебәк һымаҡ һуҙыла.
- Ағиҙелдә аҫау айғыр
Урал аша кешнәйҙер,
Һаҡмарҙағы һары бейә
Тау һыртынан төшмәйҙер.
Ҡолондары ҡаралыр,
Аҡтыр, күктер,
Һөйөнгән әҙәм күптер.
- Тап итте — таба ярылды,
Шап итте — айран түгелде.
- Айыу аҡыра, йөнөн ҡоя,
Халыҡ һыуға туя.
- Бик иркен зәңгәр болон,
Көтөүсе унда улым.
Сыбыртҡыһы шарт итә,
Тирә-яғы ялт итә.