Күмәс икмәк

Күмәс икмәк

Ингредиенттары

үҙгәртергә
  • Бойҙай оно
  • Тоҙ
  • Сода
  • Май (аҡ май, ҡаймаҡ, маргарин, үҫемлек майы)
  • Шыйыҡлыҡ (һыу, эремсек һыуы, кефир, ҡаймаҡ һыуы)

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Ондоң миҡдарына ҡарап, тоҙ, сода, май, шыйыҡлыҡ ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫалар. Майланған табаға һалғас, йылыраҡ урынға ҡуйып, өҫтән дымлы сепрәк менән ҡаплап, ҡамырҙың ҡабарғанын көтәһең. Ҡамыр ҡалҡып сыҡҡас, эҫе мейестә, йә духовкала 180-190 градуслыҡтағы эҫелектә, өҫтө алһыуланғансы, бешереп алаһың.