Күркәм холоҡ

Күркәм холоҡто шулар билдәләйҮҙгәртергә

  1. Тоғролоҡ
  2. Тырышлыҡ
  3. Мәрхәмәтлелек менән йомшаҡ күңеллелек
  4. Ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ
  5. Әҙәп менән хәйә
  6. Дуҫлыҡ һәм иптәшлек
  7. Сабырлыҡ
  8. Шөкөр итә белеү
  9. Ололарға - хөрмәт, сабыйҙарға - һөйөү
  10. Хаҡлыҡ
  11. Ғәҙеллек
  12. Аманат
  13. Вәғәҙәлә тороу
  14. Тәүбәгә килеү, тәүбә итә белеү

ТоғролоҡҮҙгәртергә

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата.

һәр намаҙҙа «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыйбыҙ, һәм ундағы: «Әй, Раббым! Беҙҙе тура юлға күндер. Үҙең ниғмәтле иткәндәрҙең юлына күндер, асыуыңа тарығандар һәм аҙашҡандар юлына түгел!» - тип ялбарабыҙ Аллаһҡа. («Әл-Фатиха» сүрәһе, 6,7 аяттар).

Тоғролоҡло кеше ялғанды һөйләмәй, бер кемде лә алдамай, бер кемгә ҡарата ла хәйлә ҡормай. Түбәнселеккә төшөрә, намыҫына тап төшөрә торған эштәр эшләмәгәнгә күрә тоғролоҡло кеше кешеләр араһында шәрәфле һәм дәрәжәле була. Ундай кешене бөтәһе лә ярата һәм ихтирам итә.

Тоғролоҡто Аллаһы Тәғәлә һәр мосолманға фарыз бурыс итеп йөкмәткән. Аят һәм хәҙистәрҙең бик күбендә тоғрололоҡтоң әһәмиәте аңлатып бирелгән. «Тәүбә» сүрәһенең 119-сы аятында шулай тиелгән: «Эй, мөьминдәр, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тоғролоҡло кешеләр менән бергә булығыҙ!»

һүҙе - үҙенә, үҙе һүҙенә килешкән кеше генә мосолман була ала.

Мосолман нисек бар шулай булыр, һүҙ һөйләгәндә, өс нәмәгә иғтибар итә ул:

  • тоғро һөйләй
  • вәғәҙә бирһә, вәғәҙәһендә тора
  • хәленән килмәҫтәй мәсьәләләрҙә вәғәҙә бирмәй

Тоғролоҡ - пәйғәмбәрҙәргә хас сифат. Мосолман кешеһе пәйғәмбәрҙән үрнәк ала. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, шулай тигән:

  • Аллаһҡа ышан һәм һәр эшендә тоғро бул.

ТырышлыҡҮҙгәртергә

Ислам - тырыш кешеләр дине. Динебеҙ тырышлыҡты һәм тырышыуҙы ҙур баһалай. Тырышыуҙы Аллаһы Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө итеп билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: «һиңә Аллаһ биргән нәмәлә (малда) Ахирәт йортон (ғәмен) эҙлә, был донъяла үҙеңдең өлөшөңдө онотма...» «Әл-Ҡасас» сүрәһе, 77-се аят.

Донъялыҡтағы тормошон хәстәрләмәгән, тырышлыҡ һалмаған милләт ярлы ҡала. һөҙөмтәлә бүтән милләт алдында мохтажға төшә. Бындай милләт үҙаллылығын юғалта һәм Аллаһ ҡаршыһында ғибәҙәтен теүәл итеп үтәүҙән мәхрүм була. Балаларын уҡыта алмай, мәҙәниәтен, мәғрифәтен юғалта, наҙан булып ҡала. Ундай милләттең дине, иманы зәғифләнһә, рухы ла һына. Рухы һынған милләт йәшәй алмай.

Айырым кеше лә шулай уҡ диненән, мәҙәниәтенән, мәғрифәтенән, теленән, ғөрөф-ғәҙәтенән айырылһа, тормошта ауыр хәлгә төшә, мандый алмай, көн күрешенең кимәле төшә, тормош төпкөлөнә ырғытыла.

Киреһенсә, донъя ғәменә саманан тыш бирелеп, Әхирәт ғәмен онотҡан кешенең дә хәле тап шулай мөшкөлләнә. Шундай кешеләр күбәйһә, тотош милләттә шундай кешеләр күпселекте тәшкил итһә, дин, иман зәғифләнә, мәсеттәрҙә намаҙ уҡыусылар аҙая.

Кешеләр араһында өлфәт һәм мөхәббәт бөтә, кешеләрҙең дәрәжәһе аҡсаһы күпме булыуға ҡарап ҡына билдәләнә башлай, тәкәбберлек арта, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек тойғолары юғала. Был хәлдәрҙең икеһе лә аяныс. Шуға күрә мосолман кешеһе донъя ғәмен дә, Ахирәт ғәмен дә тигеҙ ҡайғыртырға бурыслы.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә шулай тигән: «Ысын мосолман Ахирәттән дә, донъянан да ваз кисмәҫ. Донъяһын онотоп, фәҡәт Ахирәте өсөн тырышыусы хәйерле, яҡшы мосолман түгел.

Ахирәтен онотоп, бары тик донъяһы өсөн тырышыусы ла хәйерле мосолман түгел. Кешенең хәйерлеһе, яҡшыһы, донъяһын хәстәрләп, Ахирәтен онотмаҫ, Ахирәте өсөн тырышып, донъяһын онотмаҫ. Икеһен дә бергә алып барыр һәм бүтәндәргә ауырлыҡ килтермәҫ».

Мәрхәмәтлелек һәм йомшаҡ күңеллелекҮҙгәртергә

Ислам динендә шәфҡәтле һәм ярҙамсыл булыуҙы мәрхәмәт тип атайҙар. Аллаһы Тәғәлә ҡолдарына рахман сифаты менән -донъялыҡта, рахим сифаты менән Ахирәттә шәфҡәтлелек һәм миһырбанлыҡ күрһәтә.

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәлә, рәхмәт менән мәрхәмәтлелекте йөҙ өлөшкә бүлеп, шуның 99 Ахирәттә ҡалдырған һәм бер өлөшөн генә Ер йөҙөнә төшөргән. Бына шул йөҙҙән бер өлөш менән кешеләр бер-береһенә мәрхәмәт күрһәтә», - тигән.

Ҡаты күңелле, башҡаларға золом ҡылыусы кеше донъялыҡта ла, Ахирәттә лә бәхетле булмай. Ислам дине ҡаты күңелле булыуҙы тыя.

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Бүтәндәргә мәрхәмәт ҡылмаған кешегә Аллаһ та мәрхәмәт күрһәтмәҫ», - тигән.

Ислам дине бөтә мосолмандарҙы бер кәүҙәнең ағзалары кеүек күрә. Кәүҙәнең ағзалары бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булып, бер-береһенә ярҙамлашып, тотош кәүҙәнең сәләмәтлеген тәьмин иткән кеүек, мосолмандар, бер-береһенә терәк булып, үҙ-ара ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашып, бер-береһенә мәрхәмәт һәм шәфҡәт күрһәтеп, араларындағы һөйөү һәм хөрмәтте арттырып, күркәм йәшәргә тейеш.

Ҡөрьәндең «Әл-Әғрәф» сүрәһенең 156-сы аятында шулай тиелгән: «Рәхмәтем һәм мәрхәмәтем һәр нәмәне солғаны (ҡапланы)».

Мосолман кешеһе кешелеккә генә түгел, ә бөтә нәмәгә: йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәткә, һәр нәмәгә мәрхәмәтле булырға тейеш.

Ярҙамсыллыҡ һәм йомартлыҡҮҙгәртергә

Ниндәй ҙэ булһа файҙаға өлгәшеүгә иҫәп тотмаҫтан мохтаждарға ихлас ярҙам итеү йомартлыҡ тип атала.

Йәмғиәттә кешеләрҙең төрлөһө: көслөләре-сибектәре, байҙары-ярлылары,' кеселәре-ололары, ғалимдары-наҙандары була. Ни тиклем бай, көслө кеше булыуына ҡарамаҫтан, донъяла кеше бер үҙе генә йәшәй алмай. Кеше бүтәндәрҙең ярҙамына, тормошонда ҡатнашлығына мохтаж. Бына ни өсөн Ислам дине үҙ-ара ярҙамсылыҡты фарыз ҡылған.

Ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ Ҡөрьән аяттарында ла, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә лә маҡтала. Йомартлыҡтың киреһе булған һаранлыҡ тыйыла.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә шулай тигән: «Йәннәттән үҫкән һәм ботаҡтарын донъяға һуҙған ағастың береһе -йомартлыҡ. Кеше шул ботаҡтарҙың берәүһенә тотонһа, шул ботаҡ уны Йәннәткә тартып индерәсәк, Йәһәннәмдә үҫеп донъяға ботаҡтарын һуҙған ағастарҙың береһе ул һаранлыҡ. Ошо ағастың ботағына тотонған кешене ботаҡ Йәһәннәмгә тартып индерер».

Ислам тарихында иң йомарт кеше - пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең дуҫтарының берәүһе Йәбир (Аллаһ разый булһын унан) шулай тигән: «Нимә генә һораһаң да пәйғәмбәребеҙ кире ҡаҡмай ине: булһа - бирә, булмаһа, бирергә вәғәҙә итә ине».

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә шулай^ тигән: «Йомарт кеше, һис шикһеҙ, Аллаһҡа, кешеләргә һәм Йәннәткә яҡын, Йәһәннәмгә алыҫ.

һаран кеше - Аллаһтан, кешеләрҙән, Йәннәттән алыҫ, Йәһәннәмгә яҡын».

Исламда ярҙамды ике төрлө итеп ҡарайҙар:

  • Матди ярҙам: мал һәм аҡса менән күрһәтелгән һәр төрлө ярҙам.
  • Мәғәнәүи ярҙам: һүҙ менән йыуатыу, кәңәш менән дөрөҫ юлды күрһәтеү, кешеләрҙең хаталарын күреп, өгөт-нәсихәт биреү, көләс йөҙлө, татлы һүҙле, һәм һәр төрлө күркәм ғәләмдәр күрһәтеү.


Икенсе бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Доньялыҡ өсөн һис үлмәҫ кеше кеүек тырыш, Ахирәт өсөн иртәгә үләсәк кеше кеүек тырыш».

Әҙәп һәм хәйәҮҙгәртергә

Әҙәп - тәрбиә, гүзәл әхлаҡ, нәзәҡәтлелек тигәнде аңлата.

Хәйә - оялыу, Аллаһтан ҡурҡып, боҙоҡ эштәрҙән һаҡланыу, тартыныу тигәнде аңлата.

Мосолман .кешеһе өсөн иң мөһиме һаналғандарҙың береһе - әҙәп менән хәйә. Кешеләрҙә әгәр Аллаһу сүбхәнәһү үә Тәғәләнән ҡурҡыу, социаль контроль булмаһа, донъяла, йәмғиәттә тәртип боҙолор ине. Ҡылған хата-гонаһтарынан оялмаһа, бүтәндәрҙән тартынмаһа, Аллаһтан ҡурҡмаһа, кешене насар, боҙоҡ эштәрҙән тыйып булмаҫ ине. Ул сағында тотош мәмләкәттәр, яуыз кешеләр ҡулына ҡалып, тыныслыҡ, именлек, тормоштоң йәме бөтөр ине.

Әҙәпле кеше бүтәндәр менән яҡшы мөнәсәбәттә көн итә, ололарҙы хөрмәтләй, кешеләргә рәхим-шәфҡәт күрһәтә. Ундай кеше түбәнселеккә төшөрә торған ғәмәлдәрҙән, яҙыҡлыҡтарҙан алыҫ тора. Ниндәй ҙә булһа яҙыҡлыҡ эшләй торған булһа, ояла, бите ҡыҙара, выждан ғазабында үртәлә.

Бына шундай тойғоларға эйә, ояла, ҡыҙара белгән кеше әҙәпле кеше һанала. Әҙәп менән хәйә төрлө кешелә төрлөсә була. Ҡайһы берәүҙәр яңылышлыҡ арҡаһында, уйламаҫтан, һиҙмәҫтән берәй хата эшләһә, көндәр буйы ояла, выжданы тынғы бирмәй.

Ә ҡайһы берәүҙәр ҙур гонаһтар, ғәфү итмәҫлек хаталар эшләһә лә иҫе китмәй. Сөнки ундай кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәбен, хәйәһен, выждан тойғоһон юғалтҡан.

Ислам ҡанундары буйынса кеше һис кенә лә гонаһ ҡылырға тейеш түгел. Ләкин, кем дә булһа берәү гонаһ иҫәпләгән берәй эш эшләһә, уны рисуай итергә ашығырға ярамай. Сөнки насар, яҙыҡ эштәр кешенән кешегә күсә торған бер сир кеүек.

Шуның өсөн, әгәр берәү хаталыҡ ҡылһа, башҡаларға насар бер үрнәк булмаһын өсөн, эргә-тирәһендәгеләргә күрһәтмәү хәйерле.

Кешеләрҙең оялыуы ике төрлө була:

  • Аллаһтан оялыу;
  • Кешеләрҙән оялыу.

Аллаһтан оялыу кешеләрҙән оялыуҙан өҫтөн. Сөнки Аллаһтан оялыу кешеләрҙе һәр төрлө яҙыҡлыҡтарҙан, яуызлыҡтарҙан һәм уҫаллыҡтарҙан туҡтата.

Дуҫлыҡ һәм иптәшлекҮҙгәртергә

Исламда дуҫлыҡ, иптәшлек мәсьәләләренә айырым урын бирелгән. Ҡөрьәндә «Әл-Маидә» сүрәһенең 55-се аятында шулай тиелгән: «һеҙҙең дуҫығыҙ - бары тик Аллаһ, уның илсеһе Мөхәммәт һәм Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноп, намаҙ уҡыусылар, һәм теүәл итеп зәкәт биреүсе һәм рөҡүғ ҡылыусы мөьминдәр».

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шулай тигән: «Кеше дуҫының юлында булыр. Кем менән дуҫлашыуыңа иғтибарлы бул».

Ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡ кисергәндә лә кеше дуҫтарға мохтаж була. Сөнки һәр кем ҡайғы-хәсрәттәрен дә, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да дуҫтары менән уртаҡлаша.

Дуҫ аҡыллы булырға тейеш. Сөнки ахмаҡтар менән дуҫлашҡан кеше бәләнән арына алмаҫ. Ахмаҡ кешенең файҙаһы аҙ, зарары күп. Аҡыллы кешенең дошманлығы ахмаҡ кешенең дуҫлығы ҡәҙәр зарарлы була алмай.

Дуҫың динле, ышанысы көслө булһын. Дуҫыңдың динле, әҙәпле булыуы мөһим. Сөнки динһеҙ кеше - үҙ-үҙенең дошманы. Үҙенә-үҙе дошман кеше башҡаларға нисек дуҫ була алһын?! Ысын дуҫтар -йомош төшкәндә - ярҙамсы, ҡайғы килгәндә - йыуатыусы, яңғыҙлыҡ килгәндә хәлебеҙҙе белә торған кеше.

Ышанысһыҙ кешеләрҙән һәр төрлө насарлыҡ көтөргә мөмкин. Сөнки улар өсөн фәҡәт донъя ғәме генә бар. Донъялыҡта рәхәт күреү, күңел асыу өсөн яманлыҡтың бер ниндәйенән дә тартынмай улар.

Дуҫыңдың яҡшы әхлаҡлы булыуы кәрәк. Сөнки насар әхлаҡлы кеше менән дуҫлашыу яҡшы кешенең әхлағы боҙолоуға килтереүе ихтимал.

Самими һәм нәсихәт биреүсе кеше менән дуҫлаш. Әлбиттә, кеше хатаһыҙ булмаҫ. Дуҫыңдың хаталарын күреп, уларҙан ҡотолорға ярҙам итеү кәрәк.

Серҙәрен дуҫтары менән уртаҡлашһа, кешенең күңеле тынысланып ҡала. Шуға күрә лә дуҫ кеше иғтибар менән тыңларға, кәрәк булһа, ярҙам итергә, ныҡ һаҡларға, булған ғәйептәреңде таратып йөрөмәҫкә тейеш.

СабырлыҡҮҙгәртергә

Түҙемлелекте, ауырлыҡ килгәндә, сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә үҙең хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ ғәмәлдәрҙән тыйыла белеүҙе - сабырлыҡ тиҙәр.

Был донъя - торғаны бер имтихан. Кеше донъяла төрлө хәлдәргә тарый. Ҡайһы бер хәлдәр кешеләрҙе шатландыра, ҡайһылары ҡайғыға һала. Шатлыҡ ваҡытында шөкөр итә белеү, ҡайғылы ваҡытта сабыр итә белеү мосолманға фарыз ҡылынған.

Аллаһы Тәғәлә шулай бойора: «Бары тик сабыр итеүселәргә хисапһыҙ мөҡәфәттәр, сауаптар буласаҡ». «Ҡөрьән», «Зөмәр» сүрәһе, 10-сы аят.

Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр итә. Был иһә уның өсөн бер хәйер, сауап. Ҡайғылы ваҡытында сабыр итә. Был да үҙе өсөн бер хәйер. Мосолмандың хәле ғәжәп, һәр эшендә үҙенә сауап бар. Мосолмандан башҡаларҙа бындай хәл булмаҫ...»

Сабырлыҡ өс төрлө була:

  • Бәлә һәм һәләкәттәргә ҡарата сабырлыҡ. Әгәр һәләкәт (ҡаза) Аллаһтың ҡолоноң малына, йәненә йә балаһына төшһә, кешенең был бәхетһеҙлекте туҡтатырға көсө һәм белеме етмәһә, ул ваҡытта сабыр итергә бурыслы.

Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә шулай ти: «һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндэрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылабыҙ. Эй, Мөхәммәт, сабыр итеүселәргә һөйөнсө бир». («Бәҡара» сүрәһе, 155-се аят.)

  • Ғибәҙәтте сабырлыҡ менән ҡылыу. Ғибәҙәттәге ҡыйынлыҡтарға сабыр күрһәтеүсене Аллаһ ҙур дәрәжәгә өлгәштерә. Динебеҙҙең маҡсаты кешене сыҙам итеп тәрбиәләү. Шуның һөҙөмтәһендә уны донъялыҡта ла, Ахирәттә лә бәхетле итеү.
  • Гонаһ эштәр ҡылмаҫҡа сабыр итеү. Кеше бер яҡтан Аллаһ әмеренә буйһонһа, икенсе яҡтан нәфсеһе, күңелендәге гонаһлы теләктәре ҡотҡоһона бирелеүсән. Бындай саҡта Аллаһ юлынан тайпылһа һәм шайтан ҡотҡоһона бирелһә, кеше ҙур гонаһҡа дусар була. Насар өндәүҙәргә ҡаршы тороу, гонаһ эштәрен ҡылмаҫҡа сабыр итеү, динебеҙ ҡушҡан әмер ул.

Шөкөрлө булыуҮҙгәртергә

Кешенең үҙ хәленән ҡәнәғәт булыуы, шул арҡала Аллаһҡа рәхмәттәрен белдереүе шөкөр тип атала. Шөкөр итеү ғәләмдәр тәрбиәсеһе - Аллаһү Тәғәлә үә тәбәрәкәне ололау, уны ҙурлау тигән һүҙ.

Донъялыҡта бөтә нәмәне Аллаһ юҡтан бар иткән. Кеше - әшрәфи мәхлүкәт. Йәғни юҡтан бар ителгәндәрҙең иң гүзәле һәм шәрәфлеһе. Бының өсөн беҙ Аллаһҡа шөкөр итергә тейешбеҙ.

Шөкөр өс төрлө:

  • Ҡәльб, йөрәк - күңел менән шөкөр итеү - һэр ниғмәттең Аллаһ бирмеше икәненә ысын күңелдән ышаныу. Беҙгә өлгәштерелгән ниғмәтгәрҙең барыһы ла - Аллаһ бирмеше. Шуға инанған иманлы кеше - мосолман, ниғмәткә, байлыҡҡа өлгәшһә, Аллаһ юлынан һис тайпылмаҫ. Ниғмәткә шөкөр итеү ниғмәтте арттыра. Ниғмәттең ҡәҙерен белмәү - ниғмәтте исрафлауға сәбәпсе. Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә шулай ти: «Биргән ниғмәтемә шөкөр итһәгеҙ, ул ниғмәттәрҙе арттырырмын. Әгәр ҡүфрән ҡылһағыҙ, ҡәҙерен белмәһәгеҙ, ысынлап та, ғазабым көслө». «Ибраһим» сүрәһе 7-се аят.
  • Тел менән шөкөр итеү. һәр ниғмәтте Аллаһ биргәнен аңлап, тел менән шөкөр әйтеү ул. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шулай тигән: «Ҡолона Аллаһ бер ниғмәт бирһә, ҡол «Әлхәмдү лилләһ!» - тиһә, был ниғмәттең шөкөрө үтәлгән булыр. Ҡол икенсе мәртәбә: «Әлхәмдү лилләһ!»- тиһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең сауабын арттырыр. Ҡол өсөнсө мәртәбә: «Әлхәмдү лилләһ!»- тиһә, Аллаһ шул кешенең гонаһтарынан ярлыҡар.
  • Ағзалар менән шөкөр итеү. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу, Аллаһтың диненә хеҙмәт итеү - ағзалар менән шөкөр итеү һанала, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хаж ғәмәле үтәү кеүек ғибәҙәттәр менән бергә Аллаһтың динен аңлатыу, таратыу, дин юлында хеҙмәт итеү ҙә тән менән шөкөр итеүгә инә.

Шөкөр иткән кеше һис бер ваҡыт Аллаһты онотмаҫ. Ундай кеше донъялыҡтағы ниғмәттәре менән тәкәбберләнмәҫ, үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн күрмәҫ.

ОЛОЛАРҒА - ХӨРМӘТ, САБЫЙҘАРҒА - ҺӨЙӨҮҮҙгәртергә

Юҡтан бар ителгән бөтә тереклек араһында иң өҫтөнө, иң гүзәле, иң шәрәфлеһе - кеше. Ҡөрьәндә был хаҡта шулай тиелгән: «Кешене иң мөкаммәл һүрәттә яралттыҡ (юҡтан бар итттек).«Әт-Тин» сүрәһе, 4-се аят.

«Кешегә ҡараһаң, Аллаһтың бөйөклөгөн, олуглыгын күрерһең. Сөнки кеше кеүек мөкаммәл затты яралтыуға (юҡтан бар итеүгә) бары тик Аллаһ Тәғәлә генә һәләтле»,- тигән Ислам ғалимдары.

Мөкаммәл зат кешене хөрмәт итеү - һәр кемдең бурысы. Тимәк, кеше бер-береһенә ҡәҙер хөрмәт күрһәтергә тейеш. Бигерәк тә ололарға ихтирамлы, иғтибарлы булыу - мосолмандың әхлаҡ ҡанунына әйләнергә тейеш.

Ололарҙы хөрмәтләү сауап килтерә, ололарға ихтирамлы булыу бәрәкәтендә Аллаһы Тәғәлә донъябыҙҙың тыныслығын арттыра. Аллаһы Тәғәлә саф күңелле кешеләрҙең доғаһын ишетеп, кешеләргә мәрхәмәт ҡыла, ризыҡтарын бәрәкәтләндерә.

Бер мәжлестә пәйғәмбәребеҙгә бер сынаяҡ шәрбәт тәҡдим иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ уны ҡулына алған да Әбү Ғөбәйҙә исемле иптәшенә һонған. Әбү Ғөбәйҙә йәшкә пәйғәмбәребеҙҙән олораҡ булған.

Әбү Ғөбәйҙә: «Эй, Аллаһтың илсеһе, беренсе булып үҙең эс. һин пәйғәмбәрһең бит. Минән лайыҡлыраҡһың»,- тигән. Пәйғәмбәребеҙ уға: «Һин эс. Бәрәкәт - ҡарттарыбыҙҙа»,- тигән.

Пәйғәмбәребеҙ балаларҙы ла бик яратҡан. Башҡаларға ла балаларҙы яратырға ҡушҡан. Балаларҙы күрһә, пәйғәмбәребеҙҙең мөбәрәк йөҙө нурланып китә торған булған.

Ғүсамә бин Зәйд килтергән бер хәҙистә: «Пәйғәмбәребеҙ мине - бер тубығына, ейәне - Хәсәнде икенсе тубығына ултырта ине. Шунан, беҙҙе ҡосаҡлап: Аллаһ, быларға бәхет әйҙә, уларҙы тәүфиҡлы, бәхетле ит. Уларҙың бәхетле һәм хәйерле булыуын теләйем, тип, доға ҡыла торғайны», - тип әйтелгән.

Сабыйҙар - донъялыҡта тормош биҙәге, ололар - донъялыҡтағы тормоштоң бәрәкәте. Шуға күрә сабыйҙарға - шәфҡәт, һөйөү, ололарға -хөрмәт күрһәтеү Ислам диненең нигеҙ таштары иҫәпләнә.

ХаҡҮҙгәртергә

Тоғролоҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек, берәй эше, хеҙмәте өсөн башҡаларға биреләсәк түләү ул хаҡ. >

Хаҡ - Аллаһтың бер сифаты

Ислам динендә ике төрлө хаҡ бар:

  • Аллаһ хаҡы
  • Кеше (Аллаһтың ҡоло) хаҡы.

Аллаһ үҙенә ҡараған, үҙенә бәйле булған хаҡтарҙы, теләй икән, ярлыҡай, ғәфү итә. Сөнки ул хаҡтар Аллаһ менән кеше араһындағы хаҡҡа ҡарай.

Ләкин ҡол хаҡын (кеше хаҡын) бары тик кеше генә ғәфү итә ала. Аллаһ ғәфү итмәй. Шуға күрә мосолмандарҙа ваҡыты-ваҡыты менән үҙ-ара бәхилләшеү ғәҙәте бар.

Сәфәргә сыҡҡанда, хажға китергә йыйынғанда, кемдең дә булһа берәүҙең хәтерен ҡалдырғанда йәки берәй кешенең малына, йәненә зарар килтереү осрағы булғанда, үҙ-ара бәхилләшәләр, бер-береһенән ғәфү үтенәләр.

Кеше хаҡы һәм хоҡуғына зыян итеү арҡаһында алған гонаһтарҙан ҡотолоу ниәтендә эшләнә былар. Сөнки, әле әйтеп үтеүебеҙсә, кеше хаҡы (хоҡуғы) боҙолһа, уның гонаһын Аллаһ ярлыҡамаҫ. Үҙен ҡыйырһытҡан, хаҡын ашаған (хоҡуғын боҙған) кешене кеше үҙе ғәфү итһә генә кеше хаҡы ашаған кешенең гонаһы ярлыҡана.

Вафатынан бер нисә көн элек Пәйғәмбәребеҙ, мәсеткә барып, намаҙ уҡыған. Намаҙ тамамланғас, эргәһендәге кешеләргә шулай тип өндәшкән: «Эй, кешеләр! Арағыҙҙа кемгә зарар иткән булһам, әйтһен - түләйем. Арағыҙҙа кемгә булһа ла берәүгә һуҡҡан булһам, ул кеше килеп, миңә һуҡһын. Кемгәлер бурысым булһа, әйтһен - түләйем». Шул ваҡытта кешеләр араһынан берәү: «Бер көндә бер ярлыға саҙаҡа бирергә янығыҙҙа аҡса булмағас, минән өс дирхәм аҡса алып торғайнығыҙ»,- тигән.

Хәтеренә төшөрөп, пәйғәмбәребеҙ ул кешегә бурысын ҡайтарған, рәхмәттәрен әйткән һәм: «Ахирәттә Аллаһ янында оялыуға ҡарағанда, донъялыҡта кешеләр араһында оялыу яҡшыраҡ», - тигән.

ҒәҙеллекҮҙгәртергә

Хаҡҡа һәм тоғролоҡҡа риүәйәт итеүҙе, золомдо ташлап, хаҡты хаҡ эйәһенә тапшырыуҙы, эштәрҙә, ғәмәлдәрҙә, һүҙҙәрҙә дөрөҫ юлды эҙләүҙе ғәҙеллек тиҙәр.

Берәүҙән артыҡ кеше булған ерҙә ғәҙеллеккә мохтажлыҡ тыуа. Кеше лә, милләт тә бәхеткә ғәҙеллектә генә өлгәшә ала. Ғәҙеллекһеҙ милләттәр, мәмләкәттәр оҙон ғүмерле була алмай.

Ислам әхлағында ғәҙеллеккә ҙур иғтибар бирелә. Ғәҙеллек, ғәҙел булыу мосолмандарға фарыз ителгән, һәр йомала имам, хөтбә уҡып бөткәс, ҡысҡырып ошо аятты уҡый: «... Аллаһ ғәҙел булырға, изгелек ҡылырға, яҡындарығыҙға бүләк бирергә ҡуша һәм зина ҡылыуҙан, тыйылған эште эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом килтереүҙән тыя...» «Ән-Нәхел» («Бал корто») сүрәһе, 90-сы аят

Ғәҙелһеҙлек мәмләкәттәрҙең тәртибен боҙа, берҙәмлекте, саф һәм асыҡ күңеллекте бөтөрә, һөҙөмтәлә кешеләр күңелендә кенә һәм дошманлылыҡ оялай. Кешеләр бер-береһенә ышанмай. Шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: «...әгәр кешеләр араһында хөкөм ҡылһағыҙ, ғәҙеллек менән ҡылығыҙ...» «Ән-Ниса» («Ҡатындар») сүрәһе, 58-се аят

«Ҡөръән»дә Аллаһтың ғәҙеллеге тураһында йыш иҫкә алына. Белеүегеҙсә, Аллаһтың 99 сифаты бар. Шуларҙың береһе - Әл-Ғәдл. Был иһә Аллаһ ҡолдарына ҡарата фәҡәт Ғәҙеллек күрһәтә, тигәнде аңлата.

Европа ғалимдарынан Исламды өйрәнеүселәренең бәғзеләре Ислам динен ғәҙеллек дине тип атай.

Әманәт (Аманат)Үҙгәртергә

Һамарға тип кемгә булһа ла берәүгә тапшырылған әйберҙе әманәт тиҙәр.

Әмин - ышаныслы, бер кемгә лә зыяны теймәгән, тыныс тәбиғәтле, хәүеф килтермәүсе тигәнде аңлата.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғэләйһис-сәләм, пәйғәмбәрлек килгәнгә ҡәҙәр уҡ Мөхәммәд-әл-Әмин тигәндәр. Йәғни ышаныслы, имен кеше тип атағандар.

Әманәт һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар. Әманәт кешеләргә тормошта файҙаланыу, ҡулланыу өсөн бирелгән матди мал түгел.

Миләди йыл иҫәбе буйынса 632 йылда, хаж ваҡытында, пәйғәмбәребеҙ йөҙ меңдән ашыу мосолманға Ғәрәфәт тауында һөйләгән вәдәғ хөтбәһендә шулай тигән: «һеҙгә бер әманәт ҡалдырам. Шул әманәтте һаҡлағыҙ, тура юлдан аҙашмаҫһығыҙ. Был әманәт - Аллаһтың китабы «Ҡөрьән Кәрим».

Бынан аңлашылыуынса, «Ҡөрьән» - мосолмандарға бер әманәт.

Был әманәтте күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, үҙебеҙгә алмашҡа килгән быуынға тапшырыу - мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Әгәр динебеҙҙе һаҡламаһаҡ, изге китабыбыҙҙы ныҡлап өйрәнмәһәк, тора-бара динебеҙҙе онотоуыбыҙ ихтимал. Ул сағында үҙебеҙгә тапшырылған әманәтте һаҡламаған өсөн гонаһлы буласаҡбыҙ.

Дин һәм Ҡөрьән кеүек үк йән дә - кешегә тапшырылған бер әманәт. Йәнде кешегә Аллаһ биргән. Ваҡыты еткәс, был әманәтте Ул кире ала. Үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше Аллаһтың эманәтенә хыянат иткәне өсөн ҙур гонаһлы була.

Тәнебеҙҙең сәләмәтлеген һаҡлау, уны сәләмәт тотоу ҙа - әманәтҡа тоғролоҡтоң бер төрө. Беҙгә тапшырылған вазифалар ҙа әманәт итеп һаҡланырға тейеш. Шуға күрә лә бурысыбыҙҙы - тейешенсә атҡармаһаҡ, әманәтҡа хыянат иткән булабыҙ.

Вәғәҙәлә тороуҮҙгәртергә

Кемгә булһа ла берәүгә ниндәй ҙә булһа вәғәҙә биргәнбеҙ икән, уны теүәл итеп, еренә еткереп үтәү беҙҙең дини вазифабыҙ һанала.

Ҡайһы бер ғибәҙәттәр фарыз ҡылынған кеүек, Ислам динендә ҡайһы бер эштәр һәм ғәмәлдәр ҙә фарыз ҡылынған. Шуларҙың береһе - вәғәҙәлә тороу.

Вәғәҙәне үтәмәү зарарҙан башҡа бер кемгә лә файҙа килтермәй. Вәғәҙәлә тормаусылар үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да хаҡ һәм хоҡуғына иғтибар итмәй. Ундай кешеләргә, ғәҙәттә, бер кем дә ышанмай. Ихтирамдарын юғалтҡан бындай кешеләрҙе бер кем дә хөрмәт итмәй, яратмай ҙа.

«Ҡөрьән»дә Аллаһы Тәғәлә шулай тигән: «... Ғәһедтәрегеҙҙе (килешеүҙә биргән һүҙегеҙҙе) һәм вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ, боҙмағыҙ! Сөнки ғәһедтәрен боҙған кешеләр Ҡиәмәт көнөндә яуапҡа тарттырыласаҡ».

ТәүбәҮҙгәртергә

Хатанан, гонаһтан ҡайтыу, ҡылған гонаһтарың өсөн Аллаһтың ярлыҡауын, ғәфү итеүен үтенеү тәүбә йәки тәүбәгә килеү тип атала.

Тәүбә итеү мосолманға фарыз ҡылынған. Ҡөрьәндең байтаҡ аятында Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә (кешеләргә) ҡылған гонаһтары өсөн тәүбә итергә ҡуша: «Нур» сүрәһенең 31-се аятында, «Әт-Тәхрим» сүрәһенең 3-сө аятында һәм башҡа аяттарҙа тәүбәгә килеүҙең (тәүбә итеүҙең) фарызы хаҡында әйтелгән.

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә тәүбә итеү тураһында шулай тигән: | «Көндөҙ гонаһ ҡылған кешенең Аллаһы Тәғәлә төндә тәүбә итеүен көтә, төндә гонаһ ҡылғандарҙың көндөҙ тәүбә итеүен . һис шикһеҙ көтә».

Тәүбәнең ҡабул ителеүе өсөн шундай шарттарҙың булыуы кәрәк:

  1. Тәүбә иткән кеше ҡылған гонаһтары өсөн ихлас үкенергә тейеш.
  2. Тәүбә иткән гонаһтарын яңынан ҡабатламаҫҡа тейеш.
  3. Аллаһтан ҡурҡып, гонаһлы эштәрен ташларға тейеш.

Гонаһтан ваз кисмәгән кешенең тәүбәһе ҡабул булмаҫ. Мәҫәлән,

араҡыны даими эскән кеше, сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында, әсеүен ташлаһа, бындай тәүбә ҡабул булмай. Сөнки был кеше Аллаһтан ҡурҡыуҙан түгел, ә сәләмәтлекте һаҡлау ниәтендә тәүбә иткән.

Тәүбә итеү өсөн махсус ваҡыт (көн, аҙна, ай йәки тәүлектең бер мәле) билдәләнмәгән. Кеше теләгән ваҡытында тәүбә итә ала. Тәүбә итеү өсөн тәүбә доғаһын уҡыу ҙа шарт түгел. Иң мөһиме: тәүбә иткәндән һуң ҡайтанан шул гонаһтарҙы ҡылмау.

Шундай ваҡыттарҙа тәүбә итеү яҡшыраҡ һанала:

  1. Йома көнө (ижәбәт) ҡабул итеү сәғәтендә. Әммә ул сәғәттең ҡасан икәне кешеләргә билдәле түгел.
  2. Сәхәр ваҡытында.
  3. Ҡотло көндәрҙә һәм кисәләрҙә. Мәҫәлән, Рәғаиб, Миғраж, Бәрәт кисәләрендә, Ҡәҙер, Мәүлит кистәрендә, Ғәшүрәлә, йомала, байрам көндәрендә...