- Күпмә кеүек, күпмә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Ҡысҡырыуы — шайтан кеүек,
Ғолдор, ғолдор, ғолдор, ғыу!
- Ҡабара-ҡабара, болот кеүек,
Кейенеп сыҡҡан кейәү кеүек,
Ҡыҙыл төймә муйынында,
Һөйгән йәре ҡуйынында.
- Күбеп китһә, көймә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Губернский ҡыҙҙар кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Ҡысҡырыуы торна кеүек.
- Көймә-көймә, көймә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Ултырҙы мулла кеүек,
Ҡысҡырҙы торна кеүек.
- Ҡабара-ҡабара, ҡабара кеүек,
Ҡабарып бешкән икмәк кеүек.
- Ҡабара-ҡабара осор кеүек,
Ҡабарып бешкән йыуаса кеүек.