Күсемдәр шәжәрәһе. Илдар Ғилманов.

Күсемдәр шәжәрәһе. Илдар Ғилманов

Ырыуыбыҙ — Тамъян, ағасыбыҙ — ҡарағай, ҡошобоҙ — ыласын, ораныбыҙ — “Тутыя!”, тамғабыҙ — ырғаҡ.

Төп олатабыҙ — Хоҙайғол, Хоҙайғолдан — Йомор бей, Йомор бейҙән — Иһәш тархан, Иһәш тархандан — Тәүәш батыр, Тәүәш батырҙан — Йосоп, Йосоптан — Илбаҡ, Илбаҡтан — Солтанғәли, Солтанғәлиҙән — Баймөхәмәт, Баймөхәмәттән — Фәтхулла, Фәтхулланан — Ғилман, Ғилмандан — Ғүмәр, Ғүмәрҙән — Илдар — ошо мәҡәләне яҙыусы мин — Ғилманов Илдар Ғүмәр улы булам.

Минән йыш ҡына: “Илдар ағай, Күсемдәр шәжәрәһен Ғүмәр апа төҙөнө лә инде! Ә фәлән кешеләр, уны беҙ төҙөнөк, тип күрһәтеп йөрөйҙәр. Һеҙ ни эшләп бер ни өндәшмәйһегеҙ?” — тип һорайҙар. Мәҙәни тормошта бөтөнләй ҡатнашмағас, мин был “фәлән кешеләрҙең” ни ҡылып йөрөгәнен белмәйем шул. Шуға белмәгән нәмәгә ҡаршы төшмәйем. Шәжәрәне төҙөү тураһында ғына һөйләһәм, яҡшыраҡ булыр.

“Ете олатаңды беләһеңме?”

үҙгәртергә

Үҙебеҙҙең шәжәрәнең беҙ белергә тейеш өлөшөн (ете олатайға тиклем) бала саҡтан белә инек. Ауыл һәм ауыл кешеләре тарихы, ер-һыу исемдәре (топонимика) буйынса Уйылдан апам (олатайым Ғилмандың игеҙе), өләсәйем (атайымдың әсәһе) ятҡа бик күп нәмәләр беләләр ине. Һәм улар, ун туғыҙынсы быуатта тыуып, иҫ белгән кешеләр, үҙҙәре алған тәрбиәне беҙгә лә бирергә тырышты:

“Боронғолар танышҡанда “Ете олатаңды беләһеңме?” — тип һорағандар. Ете олатаһын әйтә алмаған кешенән “наҙан” тип көлөр булғандар. Наҙан булмағыҙ, зат-ырыуыңды, көн иткән ереңде, эскән һыуыңды белмәһәң, оят була”. Уларҙан, йәнә Ғәбделәүәл апамдан (олатайым Ғилмандың ағаһы Атаулланың улы) башҡа кешеләр белмәгән байтаҡ нәмәләр ишетеп үҫтек. Тик тарих белеү ғорурлыҡ булманы, белгәнеңде кеше алдында ауыҙ асып әйтерлек түгел ине: бер олаталарын саҡ белгән әҙәмдәр: “Һай, белемсе!” — тип мыҫҡыл итергә тотонорҙар ине. Эйе, заманы шулай ине, башҡорттоң боронғоһонан көләләр ине, рухи ҡомартҡы — шәжәрә — онотолоп бөтөп бара ине.

Бөгөн бөтөнләй башҡа күренеш: күптәр шәжәрәләрен төҙөйҙәр, бөтә туғандарын табышып, йыйылышып, шәжәрә байрамдарын үткәрәләр. Һәммәһе лә үҙҙәренең сығышы, ата-бабалары тарихы менән ҡыҙыҡһыналар. Халыҡ үҙенең кем икәнен, үткәнен-бөгөнгөһөн иҫенә төшөрә, милләттең онотолоп-емерелеп барған нигеҙен нығыта.

Башҡорт ҡына түгел, республикалағы бөтә милләттәр ҙә күкрәк тултырып яңы һулыш алдылар, өҙөлгән быуындар теҙмәләрен ҡабат тоташтыралар, яңынан тапҡан тарихтарына арҡа терәп, киләсәккә баштарын юғары күтәреп ҡарайҙар. Сөнки һәр милләттең милли йөҙөн юймай һаҡлап ҡалыу эше Башҡортостанда дәүләт сәйәсәте маҡсаты кимәленә күтәрелгән, шул иҫәптән шәжәрәне (“юҡ нәмә!”не) тергеҙеү тураһында республика хөкүмәте махсус ҡарар ҡабул итте. “Ысын тарихсы ғалимдар” ҙа был “юҡ нәмә”нән мәғлүмәт алып файҙаланыуҙы хәҙер хилаф күрмәйҙәр.

Атайым төҙөгән Күсемдәр шәжәрәһе лә үҙ юлы менән китте, халыҡҡа таралды, яҡшы кешеләргә кәрәкле мәғлүмәт сығанағына әйләнде.

Кем һин был донъяла, кеше?

үҙгәртергә

Был һорауҙы үҙ-үҙенә ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла бирмәгән кеше юҡтыр. Ә йәшәү менән үлем араһында ҡалған кеше алдына был һорау үҙе килеп баҫа.

...Көнсығыш Пруссия, 1945 йыл, 6 апрель. Таң һарыһы менән беҙҙекеләрҙең уҡсылар батальоны Кенигсберг ҡәлғә-ҡалаһының буҫағаһы — Гермау ҡаласығына атакаға ташлана, әммә ул уңышһыҙ бөтә: фашистар Балтик диңгеҙе аша ҡасыу юлындағы был ҡаласыҡ өсөн ныҡ торалар, беҙҙең батальонды яҡын ебәреп, көслө ут менән ҡырып һалалар. Тере ҡалғандар артҡа сигенә.

Алда барған батальон комиссары (инде сәйнәп-шыялап бөтөрөлгән “Коммунистар, алға!” девизы бер ҙә ялған пропаганда түгел! Был оран — аяуһыҙ һуғыш ихтыяжы булған!) лейтенант Ғүмәр Ғилманов, ҡаты яраланып, фашист траншеялары алдында ғына ятып ҡала. Иртә таңдан көн кискә ауышҡансы үлеренме, ҡалырынмы белмәй ята: берҙән, ауыр яранан ҡаны күп аға. Икенсенән, беҙҙекеләр атака башлағанда артҡа китеп торған фашистар ҡабат траншеяларына килеп тулалар.

“Эргәлә генә ҡысҡырышҡандары ишетелә. Тере икәнде һиҙеп ҡалһалар, һөйрәптөшөрөрҙәр ине үҙҙәренә. Илгә ҡайтып, ғаиләм менән күрешергә яҙмағандыр, ошо ят ерҙә ятып ҡалырмын инде... Ә пленға төшмәм! Ғаиләмә плен хурлығын ҡалдырмам: һуңғы пуля үҙемә тәғәйен! Автоматҡа көс етмәй, ТТ пистолетын плащ-палатка аҫтына йәшереп тотоп ятам”, — тип иҫләгәне булды атайымдың.

Был сәғәттәрҙә генә түгел, аҙаҡ та бик оҙаҡ ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалып, тик ҡырҡ алтынсы йылдың башында ғына, икенсе группа инвалиды булып, өйөнә ҡайтып инергә яҙа уға. Күршебеҙ Мәрйәм инәй: “Шул тиклем ябыҡ — ҡаҡ һөйәк, бите ҡағыҙ һымаҡ ап-аҡ, танымай ҙа торҙоҡ Ғүмәрҙе. Барыбер үлә, өйөнә ҡайтып, ғаиләһен күреп үлһен, тип ҡайтарғандарҙыр инде бахырҙы, тип ҡаршы алдыҡ”, — тип хәтерләй торғайны.

Тәбиғи, әжәлен баш осонда күреп, йәшәү менән үлем араһында йөрөгән һалдат аңына баяғы һорауҙар: “Кем һин был донъяла, кеше? Кем нәҫеленәнһең, атай-олатайҙарың кемдәр һәм нисек йәшәгәндәр? Үҙең мәңгегә киткәндә ни ҡалдырып китерһең? Зат-ырыуыңа хөрмәтме, яманатмы?” — ныҡ кереп ултырған. Яугир ҡанында ата-бабаларынан килгән милли рух, башҡорт холҡо, әхлағы үҙенекен иткәндер, һәм ул һорауҙарҙың башҡорт шәжәрәһенең рухи эстәлеге һәм оло тәрбиәүи мәғәнәһе икәнен яҡшы төшөнгәндер. Йәһәннәм төбөнән тере ҡайтҡан һалдат ғүмерен шул һорау-талаптарға яуап итеп йәшәргә уйлағандыр. Өйөнә ҡайтып инеүенә ай ҙа үтеп өлгөрмәй, ул таҙа блокнот ала һәм күңелендәге һорауҙарға яуап эҙләргә, боронғо йоланы тергеҙергә тотона: Уйылдан апамдан һөйләтеп, беҙҙең шәжәрәнең беренсе яҙмаһын теҙә...

Затыңды белеү кәрәк

үҙгәртергә

Хәҙер инде күп йылдар үткәс, мин бөтәһен дә ҡушып уйлайым да, атайымдың шәжәрә төҙөй башлауына беренсе этәргес шул юғарыла яҙып үткәндәр булғандыр, тим. Тағы бер сәбәп итеп атайымдың ихтирамлы ил ағаһы бурысын үтәүен иҫәпләргә кәрәктер. Ғүмер буйы депутат итеп һайланып, ул ауыл халҡы тормошонда килә лә сыға торған бөткөһөҙ сетерекле хәлдәрҙе йырып сығыуҙы үҙ елкәһенә йөкмәгән кеше ине. Бөтә кешеләр ҙә шулай булырға тейеш тә, әммә Ғүмәр ағай барыһы өсөн дә яуаплы, тип иҫәпләгәндәрҙер инде, ниндәй генә йомош менән килмәй торғайнылар уға!

Хәҙерге хужаларға һәм милицияға мөрәжәғәттәр ҡырҡ тапҡыр кәмерәктер. Бына бер йәйҙе, ат егеп, әллә ҡайҙан алыҫтан беҙгә бер мулла килеп төштө. Ул беҙҙең туғаныбыҙ йә ҡатышҡан кешебеҙ түгел, шулай ҙа ололап, хөрмәт менән ҡабул ителде. Һый-хөрмәттән һуң бабай йомошон йомошлай башланы — бик ҡаты итеп атайымды шелтәләргә тотондо: “Һин нимә ҡарап ятаһың бында? Фәлән егет менән фәлән ҡыҙ ғаилә ҡорғандар, яҙылышҡандар, анау мөртәт, мулла булған булып, ижәп уҡыған булған. Ә бит улар — туғандар, уларға ҡушылырға һис тә ярамай! Сығыштары һеҙҙең ауылдан бит, ни эшләп һин ҡаршы төшмәнең? Ни эшләп туған икәндәрен аңлатып бирмәнең?”

Был йәштәрҙе атайым ишетмәк кенә белә, ә өйләнешеүҙәрен ишетмәгән дә икән. Ә туғанлыҡтары, алыҫ булһа ла, бар икән, “туған түгел, ҡыҙ бирергә, ҡыҙ алырға ярай”, тип иҫәпләнә торған һигеҙенсе быуынға әҙ генә барып етмәгән икән: мулла менән атай икәүләп һанайҙар. Бабай — һынау алыусы уҡытыусы, атайым уҡыусы һымаҡ һөйләшәләр. Әңгәмә барышында атайым, ҡағыҙ алып, ҡарт һөйләгәнде яҙа башланы — кемдең кем заты булыуы буйынса мулла бик мәғлүмәтле икән.

Мин, пионер, аптыраған булам: коммунист атайым партия һанға һуҡмаған дин эйәһен тыңлай, уның тәнҡитен ғәҙел тип таба, ҡаршы бер һүҙ әйтмәй, дин әһеленең бер ниндәй ҡанунда ҡаралмаған талабын — кешеләргә шәжәрәләрен еткер, тигәнде үтәргә риза булып, үҙенә бурыс итеп алып ултыра. Мулланы оҙатҡас: “Кешеләр зат-ырыуҙарын оноттолар шул, тамырҙарын береһе лә белмәй”, — тип көрһөндө. Мин, башланғыс мәктәптә генә уҡыған бала (ваҡиға алтмышынсы йылдан алда булды), аңлап бөтмәгәнмендер. Был мулланың талабы — халыҡ һүҙе, башҡорт әхлағы талабы түгел инеме икән? Ошо ваҡиғаға таянып, шәжәрәгә ихтыяж элек тә — һәр ваҡыт — булған, тиһәм, дөрөҫ булмаҫмы?

Шәжәрә төҙөү

үҙгәртергә

Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында атайымда Күсем ауылының шәжәрәһен төҙөрлөк мәғлүмәттәр бар ине. Тик ул ваҡытта шәжәрәнең донъя күрә алмаясағы тураһында юғарыла әйтеп үткәйнем инде. Шуға ҡарамаҫтан, атайым һаман мәғлүмәттәр эҙләүен, йыйылғандарын ҡабат-ҡабат тикшереүен дауам итте. Ҡунаҡҡа саҡырылған ҡарттар менән оҙон кис буйы әңгәмәләшеп ултырыр ине. Һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәй башлаһа, бабайҙар иреп китә инде. Хәтере иң шәп кеше минең Сафура өләсәйем — атайымдың әсәһе, уның һөйләгәндәре һәр ваҡыт дөрөҫкә сыға торғайны.

Шуныһы йәл: шәжәрәләр яҙылған боронғо яҙмалар табырға насип булманы. Ғәҙәттә бындай яҙмаларҙы муллалар алып барған. “Егерменсе йылдар аҙағында муллаларҙы ҡыҫа башланылар, шул ваҡыт юғалып бөттөләр инде”, — тип ҡуйҙы атайым. Ғәбитов Зәйнитдин апа ла шулай һөйләне: “Мин ат эҙләп йөрөгәндә Солтанмәхмүт мулла тап булды. Арбаға һандыҡ тейәп, Бәләкәй Арҡырығыр морононан Оҙон кисеүгә төшөп бара ине. “Моғайын, тентеү булыр, Ҡандығай аҫтына, ҡыуышҡа ҡағыҙҙарымды йыйыштырып йөрөйөм”, — тине (Солтанмәхмүт мулла Юлдаши — бик мәғлүмәтле, танылған шәхес. Егерменсе йылдарҙа Ташбулат ауылында йәшәгән).

Оҙон-оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң алынған Мөхәмәтхан олатайҙың (йөҙ йәш йәшәне) ҡағыҙҙарында ла тик үҙенең Хәбибулла (Күсемдең улы) — Таңатар тармағы шәжәрәһе генә табылды, ҡалған яҙыуҙары доғалар булып сыҡты. Һуңыраҡ был эҙләнеүҙәргә фекерҙәш иптәш һәм көслө ярҙамсы — ул ваҡытта ябай уҡытыусы, бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев та ҡушылды. Ул БАССР дәүләт тарих архивынан ул заманда ябай кеше ҡулына эләкмәгән рәсми документтарҙың — “ревизская сказка”ларҙың — күсермәләрен алыуға өлгәште.

Ксерокс тигән нәмәне ишеткән дә юҡ ине, архив хеҙмәткәре Дамир Ҡускилдин уларҙы ҡулдан күсереп бирҙе, уға ла ҙур рәхмәт әйтеп китәйек. “Ревизская сказка”ларҙа атайым туплаған материалдарҙың дөрөҫлөгөн күрҙек, байтаҡ яңы мәғлүмәттәр таптыҡ. Исемдәрҙе, быуындарҙы нисек тикшереп, бер- береһенә шикһеҙ, дөрөҫ итеп тоташтырыу, етмәгән быуындарҙы эҙләү барышын сурытып туҡталып тормайым — оҙонға китер. Атайым шәжәрәгә берәй нәмә өҫтәй алған, әммә ситтә йәшәгән кешеләр менән дә бәйләнеш тотто.

Кәрәк тиклем мәғлүмәт булһа ла, шәжәрә оҙаҡ ваҡыт ҡаралама ҡиәфәтендә ҡалды, эшләнмәй торҙо. Сөнки кемгә кәрәк инде ул, бер ауыл шәжәрәһе? Бер сәйер кеше, үҙе бер төрлө әҙәм Ғүмәр Ғилманов юҡ менән булаша икән — әйҙә булашһын, тип ҡаранылар бит. Тик үҙебеҙҙең ғаиләлә генә атайым был эшенең мөһимлеген, асыл тарих икәнен аңлау таба ине.

Күсемдәр шәжәрәһен хәҙерге күренешендә төҙөүгә һәм донъяға сығарыуға һуңғы этәргес, һуңғы тамсы — ауылда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың музейы асылыу булды. Музей ойоштороуҙы башлап йөрөгән һәм күп көсөн һалған атайым, тәбиғи, уның беренсе мөдире итеп тәғәйенләнде. Музейға килгән кешеләр, әлбиттә, Таһир Күсимовтың нәҫеле менән ҡыҙыҡһына.

Ауылға бер ҡайтҡанымда атайым миңә эш ҡушты: — Беҙҙең шәжәрә материалдары кешегә күрһәтеп һөйләр өсөн ҡулай түгел. Нәҫел юллауҙы кеше генеалогик ағас рәүешендә күреп өйрәнгән, беҙҙекен дә шул ырыу ағасы итеп эшләп бир әле.

Бала саҡта үҙебеҙҙең Ҡаралар араһы шәжәрәһен ағас формаһында һыҙғаным бар ине. Үҙ ғүмеремдә чертеждарҙы күп һыҙҙым, әммә һүрәт төшөрөүгә артыҡ оһолом юҡ. Кәрәк булғас, бар хәлемсә эшләнем шәжәрәне. Бөтә ауылдыҡын бер табаҡҡа һыйҙыра алманым, ағастың Ҡаралар олонона ҡуш итеп Бауырҙар араһы шәжәрәһен төшөрҙөм, Ҡарағужа тармағы биттең аҫ яғына ултырҙы, Бөгәзеләр тармағына урын етмәне — дауам итмәй, бөгәзегә оҡшатып бөгөп, һынған ботаҡ ҡына итеп ҡалдырырға тура килде. Шулай иткәндә лә шәжәрә бик күләмле булып сыҡты — исемдәр күп, генеалогик ағас бик ҡуйы ботаҡлы.

Ҡарар күҙгә оҡшатыр өсөн һүрәтте ҡырҡҡылап, аппликация ысулын ҡулланып эшләү башҡа килде. (Был ысулды шәжәрәләрен тәүгегә төҙөй башлаусыларға тәҡдим итәм. Ташҡа баҫылған исемдәрҙе ҡағыҙ табағына һәр береһен айырып ҡырҡып алып урынлаштырып сығыу ҡулай. Кәрәк урынға ҡуйылған исемдең урынын ҡаты ҡәләм менән билдәләйһең дә, елем менән йәбештереп ҡуяһың.

Ысул шәжәрә ағасын килештерә алмай ҡабат-ҡабат һыҙғылауҙан ҡотҡара). Маҡсат музейҙа Таһир Күсимовтың нәҫел ағасын күрһәтеү булғас, геройҙың тармағын ағастың төп олоно итеп эшләнем. Шәжәрәне ҡараған һәр кем иғтибар итә ала: бер нисә генә ботаҡтан торған Ғәбәйтулла тармағы — Күсимов тармағы — төп олон итеп, ә Мөхәмәтрәхим һәм Хәбибулла тармаҡтары, күпкә ишле, ҡеүәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ситкә бороп, ботаҡтар ғына итеп урынлаштырылғандар.

Был сәкен-сөкөнгә төшөүемдең сәбәбе шул: оҫта һүрәт төшөрөүсе булмағас һәм ваҡыт тарлығы сәбәпле, мин эшләгән шәжәрә ағасы, әлбиттә, юғары сәнғәт әҫәре түгел ине. Шуға күрә музейҙы реконструкциялағанда шәжәрәне профессиональ рәссамдың күсереп эшләүе ғәжәп түгел.

Шуныһы ғәжәп: профессиональ рәссам шәжәрә аҫтына үҙен автор тип яҙып ҡуя! Атайым артыҡ өндәшмәһә лә, рәссамдың был ҡыланышын оҡшатманы: — Беҙ имза һалып тормағайныҡ. Ә был һин эшләгәнде күсергән генә бит инде, ә үҙен автор тип яҙа һалған, — тине.

Әммә һүҙ сығарып торманы. Шәжәрәһе өсөн атайымды йылы һүҙ менән иҫкәалған кеше лә булыр әле.

Эш дауам итә

үҙгәртергә

Шәжәрәнең тәүге һыҙмаһында йыйылған мәғлүмәттәрҙең шаҡтай өлөшө файҙаланылмай ҡалды — ҡулдан эшләгәндә бер табаҡҡа һыйҙыра алманым, тип әйткәйнем инде, Ҡарағужа, Ирназар тармаҡтарында асыҡлай торған ерҙәре лә бар ине. Был еренә еткереп эшләп бөтмәгән эш атайым өсөн бер борсолоу сәбәбе булды. Мин өйгә ҡайтҡан һайын шәжәрәне тамамлау тураһында һүҙ ҡуҙғата ине, белгәнен миңә һөйләп бөтөрә алмаҫ ине.

Быға тиклем ваҡыт тапмаған булып йөрөһәм дә, атайымдың ҡабат-ҡабат әйткән һүҙенә төштөм, шәжәрәне атайым теләгәнсә йомғаҡлап ҡуйыу эшенә ҡушылдым. Һуңғы йылдарҙа асылған яңы мөмкинлектәрҙе файҙаланып, “ревизская сказка”ларҙың ксерокопияларын алдыҡ. Атайым хәбәрләшкән кешеләрҙең яуап-яҙмаларына анализ үткәрҙек — күпселеге затын белмәй булып сыҡты.

Ә бына Ҡарағужа нәҫеленән бер баланы ят яҡҡа тәрбиәгә биреп ебәреү сәбәпле өҙөлөп ҡалған бер тармағы бар ине, шуны тоташтырырға ярҙам иткәне өсөн Учалынан Сәүҙә апайға рәхмәтлебеҙ. Ул да үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөгән икән, икебеҙ ҙә шул бер өҙөктә туҡтап ҡалғанбыҙ. Ул беҙгә өҙөлгән тармаҡтың хәҙерге яҡҡа дауамын бирҙе, ә беҙ уға бороңғо олатайҙарын һанап бирҙек.

Шәжәрәне тулы күләмендә бер табаҡ ҡағыҙға һыйҙырыу еңел эш булманы. Исемдәрҙе элеккесә ҡулдан яҙһаң, күп урын ала, уҡырға ҡыйын. Мотлаҡ ташҡа баҫырға кәрәк һәм башҡортса итеп. Район хакимиәтендә секретарь-машинистка булып эшләгән Нурия Камалетдин ҡыҙы Үтәйеваға ярҙам һорап барҙым. Ул тығыҙ эшендә ваҡыт табып, шәжәрәләге бөтә исемдәрҙе башҡортса баҫып бирҙе. бик тәрбиәле кеше, эшенең оҫтаһы, шәжәрәнең беҙҙең өсөн әһәмиәтен аңлап, бик ентекләп, хәселен һалып эшләгән. Хәҙер ул хаҡлы ялда — хөрмәт күреп, балаларыңа ҡыуанып, оҙон ғүмер ит, Нурия апай, рәхмәт!

Тулы күләмле шәжәрәне традицион ағас рәүешендә һыҙһам да, ботаҡтар, япраҡтар төшөрөп биҙәүҙән баш тартырға тура килде: артыҡ деталдәр шәжәрәне сыбарлай һәм, ҡарар күҙгә ҡамасаулап, шәжәрәне уҡыуҙы, тармаҡтарҙы юллауҙы ҡыйынлаштырып торор ине. Шул уй менән исемдәрҙе тик һыҙыҡтар менән тоташ- тырыу менән сикләндем, бер нисек тә кәртәләмәнем. Үҙебеҙҙең Ҡаралар тармағын элеккесә һул ситтә ҡалдырҙым.

Музейҙа ҡулланыу өсөн Таһир Күсимов тармағын төҙ һәм төп олон иттем. Герой тармағын Георгий таҫмаһы төҫөндә биҙәнем һәм исеме эргәһенә, төҫлө фольганан ҡырҡып, Алтын Йондоҙ медале йәбештерҙем. Салауат Таһир улы Күсимов ул ваҡытта Башҡортостан Ҡоролтайында ҙур вазифала ине, шуға күрә тармаҡтың уға тиклемге өлөшөн Башҡортостан әләме төҫтәрендә һыҙҙым һәм исеме эргәһенә депутат билдәһен йәбештерҙем. Артыҡ биҙәлмәгән, таҙа булғас, арыу уҡ аңлайышлы килеп сыҡты эшебеҙ.

Иң тәүҙә һыҙылған вариантта шәжәрә, атайым әйткәнсә, боронғоларҙың һорауы — “Ете олатаңды беләһеңме?” тигән баш аҫтында ине. Һуңғы вариантты “Күсимов шәжәрәһе” йә “Герой шәжәрәһе”, тип атайым тигән уйым бар ине лә, был күсемдәрсә булмаҫ, тинем: ауылдаштарым бөтә кешене лә тиң күрәләр — бер кемгә лә кәмһетеп ҡарамайҙар, бер кемде лә Хоҙай урынына күккә сөймәйҙәр. Геройыбыҙҙы тейешенсә хөрмәт итәләр һәм ғорурланалар. Таһир апа ла — Күсемдеке, ул да дөйөм шәжәрәлә үҙен ауылдаштарынан өҫтөн ҡуйыуҙы хуп күрмәҫ ине.

Ауылда беҙҙең ырыуҙан булмаған бер нисә ғаилә бар ине, атайым ҡушыуы буйынса, уларҙы ла, билдәле тамырҙарына тиклем ҡарағай үҫентеләре рәүешенә индереп, шәжәрә ағасы төбөнә урынлаштырҙым. Шәжәрәнең исеме шунан килеп сыҡты: “Күсемдәр шәжәрәһе”.

Юғарыла атайым ярты быуаттан ашыу, бөртөкләп туплаған был тарихи документ аҫтына үҙ ҡултамғаларын ҡуйырға әҙер тороусылар барлығын әйтеп үткәйнем. Был оҡшамаған ҡылыҡҡа ҡаршы мин үҙ белдегем менән, атайым менән кәңәшләшмәйенсә, шәжәрә аҫтына уны кем төҙөүе, был эшкә нисәмә йыл хәселен һалыуы тураһында иҫкәрмә яҙып ҡуйыуҙы кәрәк тип таптым. Был яҙыуға атайым иғтибар ҙа итмәне, уның өсөн иң мөһиме — шәжәрәнең кеше файҙаланырлыҡ рәүештә эшләнеүе һәм уның йөкмәткеһе дөрөҫ булыуы ине. Ғүмере буйы халыҡ мәнфәғәте тип йәшәгән коммунист кешеләргә кәрәк нәмә эшләп ҡалдырыуҙан башҡаны уйламаны.

Мираҫ итеп алығыҙ

үҙгәртергә

Шәжәрәне Ҡ.А.Аралбаев Салауат Таһир улына алып барҙы һәм ул, ошо ҙур табаҡ ҡағыҙҙы һыйҙырған ксерокс табып, илле дана итеп күбәйтеп бирҙе. Уны Өфөлә йәшәгән Илшат ҡустым ауылға алып ҡайтҡас, халыҡ өсөн эшләгән шәжәрәһен атайым, үҙенең маҡсатынса, был документтың нимә икәнен аңлаған һәм уны дауам иткән кешеләргә таратты. Әйҙә, халыҡ шәжәрәһен күрһен, тамырҙарын белһен, яңы быуындарын өҫтәһен.

Шәжәрәне һыҙыусы булараҡ, әйтеп үтәйем, мин бер тармаҡтың осона ла тамамланыу билгеһе — дүңгәләк ҡуймағанмын (боронғолар ир балалары юҡ ирҙәрҙе “нәҫеле ҡороған” тип атағандар һәм шәжәрәлә уларҙың тармағын дүңгәләк — “дауамы юҡ” билдәһе ҡуйып бөтөргәндәр). Әйҙә, дауамы барҙар үҙ тармаҡтарын артабан һыҙһындар — шәжәрәләрен дауам итһендәр.

Атайым төҙөгән шәжәрәнең осонда үҙе йәшәгән дәүерҙәге кешеләр исемдәре генә бит, — был бер булһа, икенсенән, шәжәрәлә, боронғонан килеүенсә, ҡатын-ҡыҙ заттары теркәлмәгән. Ә хәҙерге шәжәрә төҙөүселәр барлыҡ туғандарын да, енесенә ҡарамай, шәжәрәгә индерергә теләйҙәр. Әлбиттә, был дөрөҫ йүнәлеш, эштәре уң булһын.

Яңылыш юлға баҫырға ынтылыусылар — шәжәрәгә “яңы” ботаҡтар йәбештерергә маташҡан “мичурин”дар ҙа бар, уларға әйтәйем: миндә шәжәрәнең кәрәк еренә баяғы дүңгәләктәр ҡуйылған нөсхәһе бар — был бер, икенсенән — атайым йыйған мәғлүмәттәрҙең күпселеге оло кешеләрҙән алынған — бәғзеләре бынан быуат ярым элек донъяға килеп йәшәгән кешеләр ине — һәм тикшерелгән, шәжәрә “ревизская сказка”ларға ла тап килә — “төҙәтмә”ләрегеҙҙең кәрәклеге икеле.

Күсемдәр шәжәрәһе тураһындағы дөйөм бәйәнемде шулай тамамлап ҡуйғым килә. Минең атайым — Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов — коммунист булды һәм һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәте тип йәшәне. Ошо шәжәрәне төҙөп ҡалдырыуҙы ла ул үҙенең ауылдаштары алдындағы бер бурысы тип иҫәпләне һәм шул бурысын үтәп китте. Автор булыр өсөн түгел, кешеләргә еткереү өсөн төҙөнө.

Шәжәрәгә ауылдаштарым — күсемдәр үҙҙәре хужа булһындар һәм атай-олатайҙарынан ҡалған мираҫ итеп, быуындан-быуынға тапшырып һаҡлаһындар, дауам итһендәр.

  • * *

Шәжәрәләге шәхестәр тураһында бөтә белгәнемде берәй ваҡыт, бәлки, тулы итеп яҙып та сығырмын. Әлегә шәжәрәбеҙҙең үҙебеҙ йәшәгән дәүер өсөн иң оло шәхесе — Таһир апам Күсимов тураһында.

Таһир Күсимов

үҙгәртергә

— Илдар ағай, һеҙ бит Таһир апаның иң яҡын туғандары. Төптө ят кешеләр, үҙҙәрен геройҙың заты тип күрһәтеп, һәр ерҙә Таһир апа тураһында “иҫтәлектәр” һөйләп йөрөйҙәр. Үҙҙәре китапта яҙылғандан башҡаны белмәйҙәр! Ә ни эшләп һеҙ өндәшмәйһегеҙ? — тип миңә йыш мөрәжәғәт итәләр.

Булһа ла булыр, “лейтенант Шмидт балаһы” булыуҙа мәғәнә табыусылар әле лә бар икән. Мин дә, Таһир Күсимовтың башҡа туғандары ла герой туғандары булыуыбыҙ тураһында өндәшмәйбеҙ шул: ә ни эшләп беҙ был турала ҡысҡырып йөрөргә тейеш? Беҙ герой түгелбеҙ бит. Бәғзе әҙәмдәр теләһә ни тип уйлаһын, беребеҙ ҙә атаҡлы туғаныбыҙҙың исемен файҙаланманыҡ, һәр беребеҙ фәҡәт үҙ башы, үҙенең күкрәк көсө менән донъяһын ҡорҙо, төрлөбөҙҙөң яҙмышы төрлөсә булды.

Батыр туғаныбыҙ тураһында ысынлап та башҡа кешенән күп беләбеҙ — шатлыҡтарын да, тәрән ҡайғыһын да. Бөтәһен дә сисеп һалыуҙы кәрәк тип тапмайбыҙ, атаһы тураһында һөйләргә Салауат Таһир улының ғына хаҡы бар, тибеҙ. Шунан, Рамазан Өмөтбаев яҙған китап барҙа Таһир Күсимов тураһында башҡа бер нәмә лә әйтеү кәрәкмәҫ тә ине. Баяғы “лейтенант Шмидт балалары” әҙерәк тыйнаҡланһын, тип кенә яҙам.

Етем бала саҡ.

Ҡарлуғасҡай ҡара, муйыны ала,

Ҡанат осҡайынан ҡан тама...

Аталарҙан ҡалған, ай, йәш бала

Күкрәк көсө менән мал таба...

Атайымдың тормош юлын уйлағанда Максим Горький, Мәжит Ғафури әҫәрҙәре иҫкә төшә. Ниндәй дөрөҫлөк бөйөк яҙыусыларҙа! Һәм атайым яҙмышына оҡшашлыҡ...

Атайым — Ғилманов Ғүмәр Ғилман улы — 1919 йылдың 6 декабрендә Күсем ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы) Фәтхуллин Ғилман (1887 йылғы) менән Хөсәйенова Сафура (1894 йылғы) ғаиләһендә донъяға килгән. (Өләсәйем Сафуранан һәм атайымдың үҙенән уның ғәмәлдә 1920 йылдың март айында тыуғанын, комсомолға инеү өсөн тыуған йылын 1919 йыл, 6 декабрь итеп яҙҙырғанын беләм).

Ғилман менән Сафураның тәүге балалары — ҡыҙҙары Ғәйшә Ғүмәр тыуғанға тиклем үлеп ҡала. Егерме беренсе йылдың ҡыш аҙағында, тиф менән ауырып, олатайым Ғилман донъя ҡуя. Бер йәшлек кенә балаһы менән тол ҡалған өләсәйемә олатайымдың туғандары ярҙам итеү урынына, торған өйөн һатып ебәрәләр. Ғилмандың өйөн ауылдағы Айытҡол олатайға (Бөгәзе тармағы) һатып ебәреү олатайымдың игеҙ һыңары Уйылдан апа менән ҡатыны Ғәйниямал инәйҙең эше була.

Боронғо йола буйынса, Ғилмандың өйө, үҙе үлгәс, ҡатыны Сафура менән атайһыҙ ҡалған берҙән-бер улы Ғүмәрҙеке булырға тейеш икәнен Ҡаралар араһы (Ғилман олатайҙың бер туған ағай-энеләре) уйларға ла теләмәй. Улар Сафураны иренең мираҫына хоҡуҡлы тип танымайҙар. Кешелекһеҙ был әҙәмдәр өй һатҡан аҡсанан да Ғилмандың ғаиләһенә өлөш сығармайҙар, тулыһынса үҙҙәренә ҡалдыралар. “Ул, Ғүмәр, әллә әҙәм булып китә, әллә юҡ”, — тигәндәр. Барыр ере, тамаҡ туйҙырып йәшәр бер сараһы ла юҡ икәнен белә тороп, ҡыш тимәй, Сафура өләсәйемде урамға ҡыуып сығаралар. Өләсәйемдең аллалай күреп ҡәҙер иткән ҡайнағаһы Атаулла (Ғилмандың бер туған ағаһы) ла килененең аяныс хәленә битараф ҡала.

Был ваҡытҡа Сафураның үҙ яғында ла таяныр бер кешеһе лә ҡалмаған. Ата-әсәһе күптән донъя ҡуйған, бер ағаһы Муллабай Герман һуғышынан ҡайтып килешләй ғәйеп, ҡустыһы Әхмәткирәй ҙә вафат була. Ауылда туғандарҙан иҫән ҡалған берҙән-бер кеше — өлкән ағаһы Өмөтбай ғына бар. Ул, Герман һуғышынан әсирлектә йөрөп, юғалып торған еренән яңыраҡ ҡайтҡан. Үпкә ауырыуынан тамам кешелектән сығып, яңғыҙы, ҡараусыһыҙ, үҙе түшәктә ята.

Ирһеҙ,өйһөҙ, малһыҙ ҡалған Сафура балаһы менән шул ауырыу ағаһы тупһаһына ҡайтып йығыла. Балаһын ҡарау, ауырыу ағаһын тәрбиәләү, уның донъяһын көтөү, иң ауыры — ризыҡ табыу — бөтәһе лә Сафура өҫтөнә төшә. Йәш (ни бары 26 йәш тирәһе) булыуына ҡарамаҫтан, ауылдағы бөтә эште лә белгән Сафура көнө-төнө эшләп ашарға таба. Оҫта тегенсе лә: күлдәк-ыштандан алып көпө, итек-сарыҡ, толоптарға тиклем тегә, быйма баҫа, балаҫ һуға, шәл бәйләй, кейеҙ баҫа, тире лә эшкәртә. Бар эште лә еренә еткереп, сымыры, хәйләһеҙ эшләгәнгәуны саҡырып ҡына торалар. Балаһын да тәрбиәләй, үпкәһен ҡоҫоп ятҡан ағаһын да ҡарай — уныһы әкренләп аяғына баҫып китә.

Шулай Сафураның “шәптеге” арҡаһында йот йылында ла иҫән ҡалалар. Ағай йүнәлгәс, үҙенә килен тейеш Фаизаны еңгәй итеп алып килә, уларҙың Мөнөйә исемле ҡыҙҙары тыуа. Сафура, гел кешегә эш эшләгәс, кемдә эшләй, шунда йоҡлап йөрөй, малайы ла гел үҙе менән. Шулай йәшәп ятҡанда, Фаизаның һуғышҡа китеп юғалған ире ҡайтып төшә. Өмөтбайға ҡусты тейеш кеше бисәһен үҙенә ҡайтарып ала.

Өмөтбай ауылдағы Мөхәмәтхан исемле мулланың ҡыҙы Ураҙбикәне ала. Өләсәйем кешегә эшләп ризыҡ таба, ағаһы менән еңгәһендә хеҙмәтсе рәүешендә йәшәй, уларҙың балаларын тәрбиәләй. “Ураҙбикә еңгә менән ун йыл татыу торҙоҡ”, — тип иҫләр ине өләсәй. Аҙаҡ еңгәһе Сафураның Ҡаралар араһындағы апһындары менән дуҫлашып ала, шуларҙың һүҙенә төшөп, ҡайынһеңлеһен һыйҙырмай башлай.

Ағаһы яҡлап ҡараһа ла, нәҡ элекке апһын, иренең туғандары кеүек, Сафураны улы менән алағарҙа урамға ҡыуып сығара. Барыр ер булмағас, кешенән дә оялып, ағаһының ҡыйығы аҫтына урынлашалар. “Ишек алдының ҡарҙан әрселеп кипкән еренә усаҡ сығарып алып, ҡаҙанда бешеренгән булып, шул ҡаҙанда сәй ҡайнатып, баҫҡыстан ҡыйыҡҡа мендереп алып китәм. Һыуыҡтың електәргә үтеүе, ҡайҙан хәҙер һаулығың булһын инде. Эт күрмәгәнде күрелде...” — тип иҫкә ала торғайны өләсәйем.

Хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Атайым менән өләсәйем ни генә күрмәгән! Ун йылдан да күберәк өйһөҙ, кем менән генә өйҙәш тормағандар, тамаҡ туйҙырыр өсөн кемдең генә, ниндәй генә эшен эшләргә тура килмәгән. Ҡайтып ятыр мөйөштәре юҡтан интегеп, күпме йөҙ һыуы түгелгән.

Өләсәйем менән атайым был күҙ алдына килтереп булмаған шарттарҙа нисек иҫән ҡалғандар... “Эт күрмәгәнен күрҙек! Хәҙер һәйбәт булып йөрөгән булалар, элек эт шайы ла күрмәй торғандар ине!” — өләсәйем шулай ныҡ рәнйеү менән иҫкә ала ине ул кешеләрҙе.

Бәләкәй Ғүмәргә аслыҡ ҡына түгел, ғүмеренә ҡурҡыныс янаған осраҡтар ҙа булған. Йылҡы көткәнен атайым сетерекле ваҡиғалар ҡушып иҫләй торғайны: “Ауылдан бер кеше аты менән Ниязғол руднигына бер геологты алып китеп барғанда, юлда геологты үлтергән: аҡсаһы күптер, тип уйлағандыр инде. Тоғон, кейемен тентеп торғанында Мораҙым апаң менән беҙ барып сыҡтыҡ.

Теге кеше ныҡ ҡурҡты: “Малайҙар, берәүгә лә әйтмәгеҙ инде, яңылышлыҡ менән булды, башымды ашамағыҙ инде, — тип инәлде. — Аҡсаһы булһа, һеҙгә бирер инем, юҡ аҡсаһы! Тоғонда инструменты ғына!” Йәйәү булһаҡ, тотоп та алыр ине, һыбай булғас, ҡастыҡ. Тегенән дә ҡурҡтыҡ, ошаҡларға ла ҡурҡтыҡ: беҙ “ул үлтерҙе”, тиербеҙ, ә ул “ошо малайҙар”, тиер, — беҙ малай-шалайға ышанырҙармы, теге оло кешегәме?.. Ул кешенән оҙаҡ һағайып йөрөнөк...

Колхоз ойошторолғанда байҙар ҙа колхозға инергә мәжбүр булдылар, аттарын колхозға бирҙеләр. Әммә совет власына ныҡ ҡаршы инеләр һәм колхозға биргән аттарын — колхоз аттарын була инде — Арҡырығыр ҡабатында (тау армытының ҡабатланған өлөшө) үҙҙәре мылтыҡтан аттылар. Мораҙым апаң менән беҙ ат эҙләп йөрөгәндә тағы шул хәлгә тап булдыҡ... Аҙаҡ тегеләр беҙҙең арттан ҡарап йөрөнөләр — юҡ итергә уңай эҙләп...”

Атайым ярлы халыҡты совет власы ҡотҡарыуына баҫым яһап йыш әйтә торғайны. Колхоздар төҙөлөүе халыҡҡа эш биргән, аслыҡтан ҡотҡарған, йәшәргә, уҡырға мөмкинлектәр асҡан. “Совет власы кешегә йән өрҙө”, — ти ине.

Батраклыҡта йөрөгән өләсәйемде комбедкә һайлап ҡуйғандар. Атайым ауылда мәктәпкә йөрөй башлаған. Уҡытыусы Күсимов Тажиәхмәт олатай — атайымдың зирәклеген, уҡырға бик һәләтле булыуын беренсе күргән кеше, һәм ул өләсәйемә ныҡ итеп әйткән: “Малайың уҡырға тейеш, унан кеше сыға! Бөтөн көсөңдө һал, Сафура, уҡыт!”

Ошо өгөт һәм улына, үҙенә үлем менән янаған ҡурҡыныс (атайыма ни янағанын юғарыла һөйләп үттем, комбед ағзаһы итеп һайланған өләсәйемә лә бысаҡ менән ташланыусылар булған) өләсәйемде туғыҙ йәшлек улы менән ауылды ташлап китергә мәжбүр итә. Район үҙәге Асҡарға барып, дауаханала кер йыуыусы булып эшләй башлай. Атайым Асҡар мәктәбендә уҡый, пионерға инә. Ысынлап та, бик зирәк һәм отҡор булғандыр, бер-ике йылдан ауылға күсеп ҡайтҡас, Ташбулат мәктәбендә пионер ойошмаһы ойоштора. Мандолинала, тальян гармунда оҫта уйнай.

Етем малай донъя йөгөн иңенә бик иртә күтәрә. Һаман бит уларҙың торор мөйөштәре юҡ. Был хәл атайымдың үҙәгенә ныҡ үткәндер инде: ун өс йәшендә, Күсем ауылына ҡайтып, атаһы өйө торған ерҙә землянка ҡаҙа. Землянка — яртылаш ерҙә, өҫкө яртыһын Арҡырығырҙан ҡороған уҫаҡ ташып, йыш текмә һымаҡ итеп эшләй, түбәһенә туҙ, тупраҡ һала.

1935 йылда атайым Ташбулат ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Баяғы Күсимов Тажиәхмәт олатай уны үҙенең урынына Күсем башланғыс мәктәбенә уҡытыусы вазифаһына тәҡдим итә. Шулай итеп, ун биш йәшендә уҡытыусы-мәктәп мөдире булып башлай атайым үҙенең оҙайлы һәм маҡтаулы педагогик хеҙмәтен.

Уҡытыусының эш хаҡы ул саҡта сағыштырмаса юғары була. Ҡулына аҡса килеү менән атайым өләсәйем менән икәүһенең “иң ауыртҡан ерен” йүнәтеүгә тотона: ҡырҡ һумға ауылдағы Яҡуп ҡарттың келәтен һатып ала һәм атай нигеҙенә өй итеп күсереп ултырта. Өмөтбай олатай һәм ауыл халҡы өмәләп ярҙам итә. Ҡаралар араһындағы туғандарҙан ярҙам булмай.

1937 йылда атайым хәрби комиссариатҡа бара, уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар. Сәбәбе: һул ҡулы зәғиф — терһәге тейешенсә бөгөлмәй. Атайымдың ҡулының имгәнеүе былай була: ете-һигеҙ йәшендә, Сәлим бай йылҡыһын көткән сағында, байҙың аты менән һабантуйҙа сабышып, беренселекте ала. Һабантуйҙан һуң бай, тантана итептер инде, атайыма еңеүсе атта һыбай көйө үҙенең ихатаһына килеп инергә ҡуша. Атайым йорт алдында хеҙмәтселәр ҡапҡа асҡансы туҡтағанында, арттан берәү килеп, атҡа сыбыртҡы менән һыҙыра тарта (Ғәбделәүәл апа була ул, Ҡаралар малайының Бөгәзеләр өсөн ат сабыуына үсегеп).

Ат, билендәп өркөп, ҡапыл үрә тора, бындай хәлде көтмәгән малай Сәлим байҙың ҡапҡаһы алдына түшәлгән таштарға ҡолап төшә, һул ҡулының терһәк быуыны селпәрәмә килә. Тейешенсә медицина ярҙамы алырға мөмкинлек булмай, әсәһе генә (өләсәйем) ҡабыҡ менән талыҡлап, кипсәп бәйләгән була. Терһәге яңылыш уңала һәм зәғиф булып ҡала.

Шул уҡ 1937 йылда һабаҡташтарынан (араларында буласаҡ әсәйем дә булған) ҡалышмай, Сермән педучилищеһына уҡырға китә. Атайым киткәс, өләсәйем тағы өйһөҙ тороп ҡала: ауыл советы етәкселәре өләсәйемдең өйөндә, үҙен ҡыуып сығарып (!), рудниктар асып йөрөүсе геологтар, шахтерҙар өсөн ашхана асып ҡуялар.

Был аҡылға һыймаған хәлде ишетеү менән атайым ауылға ҡайта: хәҙер инде ул ас-яланғас йөрөгән көтөүсе малай түгел! Урта буйҙан арыу уҡ ҡалҡыу, яурынтаҡ егет, Сермән педучилищеһының комсомол комитеты секретары! Кәрәк кешеләрен табып, хәләл мөлкәтен закон буйынса кире ҡайтара, әсәһенә үҙ өйөндә үҙе хужа булыу хоҡуғын теркәп, ҡабат уҡыуын дауам итергә юллана.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

...1945 йыл, 6 апрель, Көнсығыш Пруссия, Кенигсберг ҡәлғә-ҡалаһының буҫағаһы — Гермау ҡаласығы. Ҡаласыҡтың ситке өйҙәренән алыҫ түгел ҙур авиабомба соҡоро ситендә һалдат ята. Дошман еренең ҡыҙғылт ҡомон алға буяп, уның күкрәгенән ҡаны һарҡый — һалдат ауыр яралы. Ваҡыты-ваҡыты менән уның күҙҙәре томаланып йомола — аңын юғалтамы, йә оҙаҡ ятыуҙан ойоп китәме — аңлауы ҡыйын, йә, ҡапыл тертләп, күҙҙәрен асып ебәрә: күрәһең, күп ҡан юғалтыуҙанмы, туң ерҙә ятыуҙанмы өшөп, аңына киләлер. Тере саҡта кешенең башында уйҙары сырмала...

...Әле кисә генә ул гвардия дивизияһы сафында ҡыҙыу марш менән Кенигсбергка һөжүм башлау өсөн әҙерлек позицияһы алырға килә ине. Төн урталары- на Гермау ҡаласығы ситендәге баҡсаларға килеп тупланып, иртәнге штурмға әҙерләнделәр. Фашистарҙың был ҡаласыҡ өсөн ныҡ торасаҡтарына шик юҡ ине, сөнки ул Кенигсбергтан Балтик диңгеҙенә, диңгеҙ аша Германияға ҡасыу юлында тора.

— Ғинуар айында Гермауҙы беҙ бер тапҡыр алғайныҡ инде, Балтика ярына ла сыҡҡайныҡ, әммә дошман, көслө контрудар яһап, беҙҙең ғәскәрҙе диңгеҙ ярынан алыҫҡа алып ташланы...

Унда һалдаттар араһында бер мәҙәк таралғайны: Беренсе Балтик буйы фронты командующийы маршал Баграмян Балтик диңгеҙенән бер шешә һыу алып Сталинға ебәргән: “Мин Балтик диңгеҙенә еттем!” Бүләк Сталинға барып еткәнсе, фашистар фронтты кире сигендереп ҡуйҙы. Верховный Баграмянға шешәһен кире ҡайтарырға ҡушҡан: “Һыуын алған еренә алып барып түкһен!”

...Мин, батальон комиссары, төнөн партия йыйылышы үткәрҙем: беҙ, коммунистар, беренсе булып күтәрелеп, атаканың башында барырға тейешбеҙ... Аяуһыҙ һуғыштың аяуһыҙ йолаһы шулай шул, быға берәү ҙә ҡаршы төшмәй. Йыйылышта башҡа ни ҡарар итәһең инде, тик бер-беребеҙҙе ҡарап барырға һүҙ ҡуйышабыҙ ғына: “Ғүмәр, мин һул яғыңдан барырмын...” “Лейтенант, мин уң яҡтан — ҡарай бар!” Мин инде нисә атакала яраланмағас, “ҡарт” һалдаттар миңә — “хоҙай аралағанға” — яҡыныраҡ йыйылышырға тырыша... Яңы килгәндәргә йоҙроҡ төйәбеҙ: дошмандан ҡурҡмағыҙ, беҙҙән ҡурҡығыҙ — ятып ҡалып ҡарағыҙ! Дәррәү ҡалҡайыҡ һәм — еңербеҙ! Ҡырҡ беренсе йыл түгел, көс — беҙҙә!

Таң һыҙылып, күҙ-йөҙ сырамытыу менән атакаға ташландыҡ. Барып сыҡманы: мәкерле дошман беҙҙе алданы: атака алдынан тупҡа тотолған окоп-траншеялары буш булып сыҡты. Фашистар ҡаласыҡтың ике-өс ҡатлы өйҙәре артына йәшенеп торғандар ҙа, беҙ асыҡҡа сығыу менән, пулемет-минометтарҙан көслө ут асып, беҙҙе ҡырып һалдылар. Комбат кире артҡа сигергә ракеталар менән сигнал бирҙе.

Пуля тейгәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бер ташланһам, немец траншеяларына барып етә инем, йүгереп барған еремдән ҡапыл китә алмай ҙа ҡуйҙым. Йығылмаҫ өсөн автоматыма таяндым. “Ғүмәр, торма! Йығыл! Тиҙерәк ята һал!” — мине соҡор ситенә һөйрәнеләр. Ҡуйынға бинт тығалар: “Яралы яғыңда ят, ҡан эскә аҡмаһын! Ошонан китмә, килеп алырбыҙ!” һәм юҡ булдылар...

Фашистар контратакаға күсеп, тотоп ҡына алмаһындар ине! Нисек тә улар ҡулына төшмәҫкә! Автоматҡа көс етмәй... ТТ пистолетын алдым: магазины тулы — һигеҙ патрон, туғыҙынсыһы көбәктә — мин алышырмын әле! Үлемдән ҡурҡмайым! Бер мин түгел был һуғышта баш һалыусы... Берәүҙәр — элек, ә бөгөн минең сират еткәндер...

Еңеүгә тиклем тағы әллә күпмеләр һәләк буласаҡ әле... Илебеҙ өсөн, Тыуған еребеҙ өсөн... Беҙҙең башҡорттоң ҡанында бит ул, борон-борондан килә бит ул ил һаҡлау...

Атай-олатайҙар юҡҡамы ни беҙгә “Урал”ды мираҫ итеп ҡалдырған... “Урал” һымаҡ йыр-гимн кемдә бар? Урал — ул бит минеке лә! Уралым өсөн, әсәйем, Фатимам өсөн, Рафаил улым, мин әле күрмәгән Клара ҡыҙым өсөн... ошо ят ерҙә ятып ҡалһам ҡалырмын, ә пленға бирелмәм! Ғаиләмде “әсир ғәиләһе” тигән хурлыҡҡа төшөрмәм! Тимәк, һигеҙ патрон — тегеләргә, туғыҙынсыһы үҙемә тәғәйен! Шулай тинек!

Абай булайым: тегеләр эргәлә генә ҡысҡырышалар! Окоптарына ҡабат килеп тулдылар. Үҙ-ара ирешәләр, талашалар һымаҡ: тауыштары ныҡ асыулы.

Ойоп киткәнмен... Ныҡ өшөйөм... Имеш, Фатима, ишек яңағына һөйәлеп, ҡарап тора. “Өшөнөм, шинелем менән яп мине”, — тим. “Шинелең обозда, арбала ҡалды бит”, — ти. Ә әсәйем тегеү машинаһында нимәлер тегә, тауышы башты ярып килә. “Әсәй, башым ауырта, текмә әле”, — тим, ә ул туҡтамай, тегә лә тегә. Машинка тауышы шыҡылдап түгел, “тырт-тырт, тырыт!” тип сыға...

“Әсәй, һинең машинкаң юҡ та инде, был бит немец пулеметы!” — тип, ҡапыл тертләп уянып китәм: соҡорҙоң теге яҡ ситендә, аяҡ осомда ғына ике немец пулеметтан атып ята! Ни уйлағанмындыр — иҫемдә юҡ. “Дошман күрһәң — атырға” тигән ҡағиҙә буйынсалыр инде... Тәүҙә пулеметчикҡа, каскаһының аҫтына — яҡшы эләкте, шунда уҡ шөңкәйҙе... Эргәһендәге ярҙамсыһы (атайым “второй номер” тип һөйләне) ҡапыл, күҙ асып йомғансы, ситкә тәгәрәп китеп, автоматын миңә борҙо. Хоҙай тәғәлә араланы мине: тегенең автоматының ҡайышы елкәһенә эләктеме, башҡа бер сәбәп менәнме — ҡалай ҙа көбәген миңә бороп еткерә алмай ҡалды, мин секундтың бер өлөшө алдан аттым... Ҡурҡыштанмылыр, быныһына ике мәртәбә аттым. Ҡысҡырам, типме асҡан ауыҙынан ҡан бөрктө... Бәлйерәп йән бирҙе...

Беҙҙең батальон шул ерҙән алға бара алманы. Башҡа частәр Гермауҙы ҡамап алғас ҡына бирелгән дошман. Мине шунан ғына килеп алдылар: “Бирелделәр, хәшәрәттәр! Ана, тәҙрәләренән аҡ простыняларын элгәндәр!” Иртәнсәктән кискә тиклем ҡанһырап ятҡанмын, күп ҡан юғалтҡанмын. Шуға мине “безнадежный”ға һанап, врач яҡшылап ҡарамаған: исем өсөн генә яраны соҡоп ҡараған да пуляны “тапмаған”: “Ҡан менән ағып сыҡҡандыр, операция кәрәкмәй!” Тышҡа сығарып, бер утын һарайы һымаҡ ергә һалып ҡуйҙылар.

Госпиталгә ебәрә торғандарҙы тейәйҙәр, беҙ ятабыҙ. Үлгәндәр янына һалғанды белгәндәр яман ҡысҡырып һүгенә... Тороп сығырға хәл юҡ. Шунда комбат килеп, мине табып, госпиталгә ебәрмәһә, ҡайтыу ҡупмаҫ ине миңә. Ярты вещмешок шәкәр ҡомо алып килгән: “Күп ҡан юғалтҡанда шәкәр бик файҙалы ул! Һине “Отечественная война” орденына тәҡдим итәм! Һуғыш бөтә, һин тере ҡалдың, өйөңә ҡайтырһың, иң матур орденды тағып!”

Еңеү көнөн шул Пруссияла, госпиталдә ҡаршы алдым. Бер төндә ҡапыл тышта көслө атыш ҡупты. Госпиталь бер помещик йортонда, урманда ине, ә урманда ҡасып йөрөгән немецтар күп, госпиталдәргә һөжүм иткеләйҙәр ине. Атышты беҙ, госпиталде һаҡлаусы һалдаттар шулай һөжүмгә ҡаршы тора, тип аңланыҡ. Атыш бик көслө булғас, беҙ ҙә ҡаршылыҡ күрһәтергә әҙерләндек, кемдә нимә бар — һалдатта нимә булмаһын — ҡулыбыҙға алдыҡ...

Минең дә “парабеллум” бар ине, сестранан вещмешогымды алдырып, шуны сығарҙым. Бик көслө пистолет, ике обойма тулы патрон... Койкам тәҙрә төбөндә ине, тәҙрәләрҙе астыҡ: өҫкә быяла ярылып төшмәһен өсөн... Шул мәлдә бер сестра ишекте шар асып ебәрҙе: “Ребята, Победа!” Үҙе башҡа бер ни әйтә алмай, илай...

Ниндәй атыш ҡупҡаны тиҙ аңлашылды: был бит Еңеүгә салют! Беҙ ҙә тәҙрәләрҙән атырға тотондоҡ! Мин үҙем ике-өс мәртәбә генә атып өлгөрҙөм, пистолетымды “ходячий”ҙар — үҙҙәре атлап йөрөй алған яралылар — инәлеп-талашып алып киттеләр: ҡорал бөтәһендә лә юҡ, ә Еңеүгә салют бирергә һәр кем теләй! Патрондарҙы бөтөргәнсе аттыҡ!

Атай менән һөйләшеүҙәрҙән ҡалған хәтирәләремдән

үҙгәртергә

...Мин бала саҡта Күсем ауылында ҡышҡылыҡҡа алдан утын әҙерләү ғәҙәте юҡ ине. Сей утын яҡтыҡ. Утын бөткәс кенә, урманда эрерәк ҡайындарҙы әҙләп ҡырҡа торғайныҡ. Атайым менән Оло Һаҙҙа утын әҙерләнек. Ул ҡырҡа, ботай, мин бер урынға һөйрәтеп ташыйым.

Атайым ярҙамымдан ҡәнәғәт, шунан файҙаланып, ҡайтышлай мин һуғыш тураһында һорашам: “Ул “парабеллум”ың аҙаҡ ҡайҙа булды, атай?” — “Ҡоралды йыйып алдылар. Миндә уның кобураһы ғына ҡалды. Ана, өләсәйеңдең быйма үксәһен ҡыҙыл күн менән ямап ҡуйыуын хәтерләйһеңдер? шул быйма ямауы булып көнө бөттө ул кобураның”.

“Ә “парабеллум”ыңды ниңә тағы йәшереп өйгә алып ҡайтманың?” — “Һуғыш бөттө бит, улым! Һуғыш бөткәс, пистолеттың кәрәге лә бөттө!”

“Атакаға барыу ҡурҡынысмы, атай?” — “Ҡурҡыныс. Пуляларға ҡаршы бараһың... Немец окопта йәшенеп ятып һиңә ата, ә һин аяғөҫтө. Атакала үҙең өсөн ҡурҡыу онотола, иптәштәрең өсөн ҡурҡаһың — һин уларҙы, улар һине ҡурсалай...”

“Атакаға нисек баралар, атай?” — “Атаканың законы берәү, улым: “Алдағынан ҡалышма!” Һәр кем алдағыны ҡыуып етергә, әҙ генә булһа ла уны үтеп китергә тейеш. Шулай булмаһа, атака барып сыҡмай. Иптәштәрең бушҡа ҡырыла, үҙең дә шул иҫәптә бит инде. Таныш полкташтарҙан беҙ бик әҙ ҡалғайныҡ. Һәр атакала ярты һалдат тиерлек ҡырыла... Өс атаканан һуң сафта ҡалғандар частың ветерандары тип иҫәпләнә торғайны. Пехота инек бит беҙ — тәнебеҙҙә гимнастерка ғына, ә пуля уны тишә лә ҡуя...”

  • * *

1940 йылда атайым менән әсәйем Сермән педучилищеһын тамамлайҙар һәм ғаилә ҡоралар. Йәш педагогтарҙы Салауат ауылына эшкә ебәрәләр. 1940–1941 уҡыу йылында Салауат тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1941 йылдың авгусынан 1942 йылдың аҙағына тиклем Ташбулат тулы булмаған урта мәктәбе директоры булып эшләй.

Һуғышҡа китергә ныҡ теләй, әммә, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыу сәбәпле, уны армияға алмайҙар, ә 1943 йыл башында “Кадр” колхозы рәйесе итеп тәғәйенләп ҡуялар. Бик ауыр вазифа була был, иң ауыры — бөтә колхоз етештергән игенде, итте, майҙы фронт өсөн дәүләткә тапшырырға кәрәк, эшләгән колхозсыларға ҡалдырмай тиерлек. Бөтә халыҡ ил өсөн, фронт өсөн, тип йәшәгәндә, үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәткән, урлашҡан кешеләр ҙә осрай, йәш председателгә уларға ҡаршы тороу еңел булмай.

Күп тапҡыр үҙе теләп фронтҡа китергә ғаризалар яҙа, әммә район хужалары, партия дисциплинаһына һылтанып, ебәрмәйҙәр, хатта колхоз рәйесенә тейешле “бронь” һалып ҡуялар. Уның фронтҡа китеү теләгенең үтәлеүенә бер әҙәмдең минминлегенең көслө булыуы ярҙам итеп ҡуя: район етәкселәре ни сәбәп менәндер оҙайлы ғына ваҡытҡа ҡайҙалыр китеп торғанда, иң ҙур түрә булып, ауыл хужалығы бүлеге мөдире ҡала. Ул атайымды саҡыртып ала ла кисекмәҫтән ике аҙнаға Шишмә районына колхоз рәйестәренең белемен камиллаштырыу курстарына юлланырға бойора: “Хәҙер үк менеп килгән атыңда юлға сыҡ! Китмәһәң — аяу көтмә!”

Атайым, колхозда иген һуғыу, дәүләткә тапшырыу барған иң мөһим, яуаплы мәлдә рәйескә хужалыҡты ташлап китергә ярамай, тип курстарға бушыраҡ ваҡытта ебәреүҙе һорай. Мөдир туҙып китә: “Бөгөнгө көндә районда иң юғары вазифалы кеше — мин! Тыңламай ҡара, хәҙер үк “бронде” алам!” Атайым, иң теләгән нәмәһен ишеткәс, ҡыуанып китеп, юрамал эште ҙурға ебәрә: “бармайым курсҡа! Фронтҡа китергә бына ғаризам!Ебәрһәң, рәхмәт әйтермен, хәлеңдән килһә, ебәр!”

Түрә кеше ныҡ үсегә һәм атайымдың ғаризаһына “Ҡәнәғәтләндерергә, “бронь”дән алырға”, тип ҡул ҡуя. Атайым, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тип кисектермәй хәрби комиссарға барып, эште бөтөрөп ҡуя: армияға китер өсөн бөтә документтар ала. Был арала хәрби комиссариатта мобилизация планы булмай, атайым бер үҙе бер команда булып хеҙмәткә китә. Атайымды тәүҙә Алкино лагерына, унан Сыбаркүлгә ебәрәләр, уның: “Сыбаркүлдә 45 миллиметрлы танкка ҡаршы ата торған пушка расчеты коман- дирына уҡыттылар”, — тигәнен иҫләйем.

Бер мәл кемебеҙҙер һуғыш тураһында һөйләүен һорай. “Пулеметчикка, шунан автоматчикка аттым, пистолетымда алты патроным ҡалды. Ошонда ятып ҡалһам ҡалырмын, ә пленға бирелмәм, ғаиләмде “пленный семьяһы” хурлығына төшөрмәм, тип яттым. Алты патрондың бишәүһе тегеләргә, алтынсыһы үҙемә, тип... Плендан насар нәмә юҡ. Һеҙҙең бәхеттән һау ҡайттым...”

Был хәлде — пулеметчиктарҙы атыуын, ғөмүмән, һуғышта булыуын — атайым бик һөйләп барманы: һуғышта әҙ булғанынанмы, 2-се Удар армияла булғанынанмы (“2-се Удар армия” тигәндә, һәр кем “Ә-ә, теге Власов армияһы”, — тиер ине.

Власов һатылһа ла, Сталин ул армияны ҡайтанан тергеҙгән: “Власов — хыянатсы, ә һалдаттарҙа ғәйеп юҡ. Армия байрағын һаҡлап алып ҡалғандар икән — шул байраҡ аҫтында һуғышырға хаҡтары бар”. Атайым быны “Сталин ғәҙел кеше ине”, тип һөйләне), баяғы орденға тәҡдимдең үтмәүенәнме, ҡыйынһыныуы бар ине: “Уны нимә тип һөйләйем инде хәҙер? Буш маҡтанған һымаҡ... Комбат әйткән орден да эләкмәне бит инде... Ағайың яҙып ҡарағайны ла, ул представление табылманы...”

...6 апрелгә ҡаршы төндә атайымдар батальоны Гермау ҡаласығына килә. Марш менән киләләр. Ҡаласыҡтан ҡасаҡтар (тыныс халыҡ) сығалар — һуғышта тарихсылар телгә алмаған ошо тәртип булған: беҙҙекеләр ҙә, дошман да ҡасаҡтарға яу алдынан ҡала-ауылдарҙы ташлап китергә мөмкинлек биргән. Атайымдар батальоны колоннаһынан һуғышта ҡатнашып өлгөргән һалдаттар, сафты ташлап сығып, ҡасаҡтарҙы барып тентейҙәр, талайҙар. Батальон комис- сары атайым ҡаршы төшөп ҡарай, тыңлата алмай. Бер һалдат менән һуғышыр хәлгә етә.

Атайым бер хәлдән һуң “ҡарт” һалдаттарҙан өҫтөнлөк ала: былар маршта, автоматтарын обоз арбаһына ташлап, ҡоралһыҙ еңел-ялпы киләләр икән. Бер ерҙә ҡапыл бер немец килеп сығып ут асҡанда автоматын елкәһенән төшөрмәй йөрөгән атайым ҡотҡара. Шунан һуң “ҡарт” һалдат атайыма рәхмәт йөҙөнән ҡасаҡтарҙан алынған сәғәт бирә, әммә атайым алмай: “Талап алынған кеше нәмәһе кәрәк түгел!” Атайым яраланғас, санчаскә алып барыусылар ҙа шул “ҡарт” һалдаттар була: “Санитарҙар йыйып алғансы ятыр инемме, юҡмы...Мине ана шулар атыш туҡтау менән килеп алдылар”.

Уҡытыусы

үҙгәртергә

Башланғыс мәктәптә беҙҙе өсөнсө-дүртенсе синыфтарҙа атайым уҡытты. Мәктәпте яңынан күтәргәндәр ине, бик күп иҫке таҡталар ҡалғайны. Хеҙмәт дәрестәрендә атайым беҙҙән иҫке таҡталарҙан штакетник быстырҙы, мәктәпте кәртәләнек. Металлолом йыйып тапшырҙыҡ. Шул аҡсаға мәктәпкә борғо, барабан, пионер дружинаһы байрағы, волейбол сеткаһы, туп һатып алдыҡ.

Юрий Гагарин йыһанға осҡас, пионер дружинаһы уның исемен йөрөтөү хоҡуғын яулап алды (беҙ Ташбулатта уҡый инек инде). Беҙҙең класты атайым “эшкә иң шәп класс булдығыҙ”, тип иҫләй торғайны.

Мәктәп эргәһендә йәшелсә үҫтерҙек. Кукуруз ныҡ пропагандаланған ваҡыт ине, уны ла сәстек. Мәктәптә ҡуяндар үрсеттек.

Атай бик күп газета-журналдар алдырып уҡый торғайны. “Роман-газета”ла баҫылған яңы әҫәрҙәрҙе бөтәһен дә уҡып бара ине, минең менән фекер алыша торғайны. Һуғыш тураһында яҙған яҙыусыларҙан Шолохов, Быков, Бондарев,Богомолов әҫәрҙәрен бик оҡшата ине.

Сергей Смирновтың “Брестская крепость”, Василь Быковтың “Обелиск” әҫәрҙәренән ныҡ тәьҫирләнде һәм яуҙан ҡайтмаған ауылдаштар иҫтәлегенә ауылда обелиск ҡуйыуҙы ойошторҙо. Был обелиск тирә-йүндә иң беренсе булып һәм тулыһынса халыҡ иҫәбенә эшләнде.

Ауыл халҡы, рудник поселогы мәктәбе уҡыусылары, хатта Магнитогорск кешеләре йыйылып, ғәмәлдә асылған был обелискты оҙаҡ ваҡыт урындағы түрәләр “күрмәне”: ундай ҙур сәйәси әһәмиәтле сараны ауыл уҡытыусыһы башлай алмай, партия етәкселәре башлаусы булырға тейеш, һәм иң тәүҙә обелиск район үҙәгендә асылырға тейеш, йәнәһе. Шулай иткән булып, Күсемдәге обелиск Асҡарҙа, Ташбулатта обелисктар ҡуйғансы (Күсемдән бер нисә йыл һуң) юҡ тип һаналды.

Күсем руднигы шахтерҙарына иҫтәлекле таш ҡуйыуҙы юллап йөрөүсе лә атайымбулды. “Советская Башкирия” гәзитенең бүлек мөдире Серафим Вайсманға “Там, у горы Катукай” китабына теманы ла атайым бирҙе. Урыҫса Катукай тигәне урындағы башҡорттарҙың Ҡотоҡай тауының исеменән алынған.

Магнит тауының боронғо исемен хәҙер Әтәс (Атач) тауы тип, туҙға яҙмаған легендалар (Әтәс исемле батыр булған, йәнәһе) уйлап сығарыусы “тарихсылар” күп булды. Был тау тураһыдағы иң беренсе тарихи яҙмаларҙа рус телендә исеме “гора Атачи” тип иҫкә алына.

“Атачи” — тауҙың башҡортса исеме “Отасы”ның русса әйтелеше! Беҙҙең халыҡ тауҙы “Отасы тау” тип, магнитлы тимер рудаһын “отасы таш” тип атаған. Һүҙлектәрҙә “отасы” һүҙен таба алманым, минеңсә, был ҡаҙаҡсанан алынған һүҙ булырға тейеш. Ҡаҙаҡса “от тасы” — ут ташы, утлы таш. Атайым был тауҙың да ысын исемен тергеҙеү өсөн тырышты. http://vatandash.ru/pics/pdf/2679.pdf (“Ватандаш”, № 12)