Күҙ тейеү (мосолман әхлағы)

Күҙ тейеү

Бер төркөм ғалимдарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡайһы бер кешенең күҙенән зәһәрле бер ҡеүәт, зыянлы нур ҙа һибелә. Ебәрелгән был зәһәрле ҡеүәт, алдындағы кешегә йәки бер әйбергә барып бәрелгән ваҡытта уға зарар бирә, дөрөҫөрәге, уны хәлһеҙләндерә, хәстәләндерә. Мәҫәлән, йыландар араһында ла шундай йыландар барҙыр, күҙен кешегә текәп ҡарағанда кешене хәрәкәтһеҙ итер, хатта үлтерер, был кешенең күҙенә йылан зәһәрле нурҙар йүнәлтеү арҡаһында күҙҙәре быуылыр, күҙҙәре һуҡырайыр.

Күҙе тейеүҙән оло йәштәге бер кеше күҙ тейеү хәлен шулай аңлатҡан:

“Диҡҡәт-иғтибарымды тартҡан, күңелемә ныҡ оҡшаған, һушым киткән бер нәмә күрһәм, күҙемдән ғәжәйеп көс-ҡеүәт менән бер эҫелек ялҡыны кеүек нур сыға. Бындай күҙ ҡарашым йәнле һәм йәнһеҙ нәмәләргә текәлһә, уға ныҡ тәьҫир итеп, күҙ тейеү хәле барлыҡҡа килә".

Бындай хәлгә ғалимдарҙың береһе аңлатма бирә:

Күҙе тейеүҙән кешенең күңелендә насар бер хис барлыҡҡа килер, күҙенән зәһәрле бер ҡеүәт сығыр, һәм йүнәлешендә ҡағылған һәр нәмәгә зарар бирер. Тимәк, был хәл ысынбарлыҡ, инҡар ителмәҫ, кире ҡағылмаҫ бер дөрөҫлөктөр.

Шөбһәһеҙ, Раббыбыҙ Аллаһ тәндәр, кәүҙәләрҙә һәм рухтарҙа төрлө көстәр яралтҡан. Аҡылы булған кешеләр рухтың тәндә булыуын инҡар итмәҫтәр, сөнки рух хис ителгән, ләкин күҙ менән күренмәгән бер нәмәлер.

Миҫал: һағышлы, тойғоло һәм хәсрәтле берәү башҡа кешенең үҙенә ҡарағанын күрһә, кинәт йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып китә. Ә инде ул ҡурҡҡан кешегә кинәт осраһа, йөҙө ағарып китә.

Рухтар тәбиғәттәре, көстәре, сифаттары һәм үҙенсәлектәре аҫылында үҙгәреүсән — төрлө булараҡ яралтылған.

Йән эйәләре араһында аҡ һыртлы йыландар күҙ тейҙереү буйынса иң дөрөҫ миҫал һанала. Уларҙың зәһәре, махсус биҙҙәрҙә һаҡлана. Дошман менән ҡара-ҡаршы осрашҡанда зәһәрле күҙе менән ҡарағанда, быуаҙ хайуандың хатта ҡарынынан яралғыһы төшә.

Тағы ла шундай көслө сифаттары барҙыр: йүнәлгән ҡараштың зәһәре күҙҙәрҙе быуыр, һуҡырайтыр.

Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, йыландар хаҡында: "Шундай йыландар күҙҙең күреү тойғоһон зәғифләтер, һәм әсә карынындағы баланы төшөрөр", — ти.

Күҙ тейеү күп төрлө йоғонтоларға бәйле. Был йоғонто ҡайһы ваҡыт һиҙмәгәндә яҡынлашыу, ҡара-ҡаршы осрашыу, кинәт күреп ҡалыу зәһәрле ҡараштың нурҙары кешегә туп-тура йүнәлеүе арҡаһында килеп сыға.

Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәд тә ғәләйһис-сәләм: "Күҙ тейеү дөрөҫлөктөр. Улар насар рухлы кешеләр, әҙәм балаһынан көнләшеүселәр үҙҙәренең ҡараштары менән хәлһеҙләндерерҙәр, хәстәләндерәләр;

"һеҙҙән берәү башҡаларҙа йәиһә ҡәрҙәшендә байлығында-малында һушын алырлыҡ бер нәмә күргән ваҡытта уның өсөн бәрәкәт доғаһын уҡыһын. (Аллаһ мөбәрәк ҡылһын.) Сөнки күҙ тейеү бер хәҡиҡәттер

Күҙ тейеү ысын барлыҡтыр, күҙ тейеү дөрөҫлөктөр, күҙ тейеү тауҙы урынынан ҡаҡшатыр";

Күҙ тейеү хәҡиҡәттер, күҙ тейеү кешене ҡәбергә, дөйәне сүллеккә йығыр".

Ҡулланылған әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Мәххәммәт Ғәлләм: Әхлаҡ гүзәллектәре. Зәйнәб Биишева исемендәге "КИТАП" нәшриәте. Өфө-2008. 300 бит.