Күҙ ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ

Күҙ ҡамаштырыр матурлыҡ

Районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә үҙ эше менән мауығыусы кешеләрҙе осратырға мөмкин. Уларҙы эҙләргә генә, һәр ваҡыт тиерлек яңы исемдәргә тап булаһың. Ҡул эше ул - үҙенсәлекле, кемдер уның менән ғүмер буйы шөғөлләнә, ә кемдер күптән түгел үҙ ҡулдары менән күҙ ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ ижад итә башлаған.

Ҡанбәк ауылында ла ғәжәп талантлы кешеләр күп. Төп эшенән тыш һәр кемдең тиерлек яратҡан шөғөлө, мауығыуы бар.

Коллегам, оҫтабикә Миләүшә Әмирова хаҡында һөйләргә теләйем. Электрохимик юл менән нисек итеп матур биҙәүестәр эшләүе тураһында шәхсән ҡыҙыҡһындым. Ул гальванопластика техникаһы менән тере япраҡтарҙы баҡырға әйләндерә.

Миләүшә Тимерғәли ҡыҙы 30 йыл дауамында мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләй. Ул һәр ваҡыт ижади шәхес була. Элек бәйләү, балсыҡтан әүәләү, ябай ҡағыҙҙан биҙәк ҡырҡыу, йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү менән шөғөлләнә, балалар менән төрлө әйберҙәр эшләй, гальванопластика менән күптән түгел мауыға башлай. Ул тәбиғи байлыҡтарға нигеҙләнеп, баҡырҙан биҙәүестәр эшләй.

- Минең өсөн гальванопластика - ул тылсымға тиң! Эйе, ысынында ла тылсым, башҡаса нисек итеп япраҡтың, сәскәнең бар матурлығын күрһәтеп булыр ине, шулай уҡ уларҙы төрлөсә патиналау ысулдары ярҙамында төҫтәр өҫтәргә мөмкин. Ә мин уларҙан биҙәүестәр яһайым: брошкалар, заколкалар, сулпылар, алҡалар... Һәм был биҙәүестәр,һис шикһеҙ, матур, улар үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, сөнки тәбиғәттә бер төрлө ике япраҡ юҡ. Һәр биҙәүес берҙән-бер!- тип һөйләй Миләүшә үҙенең мауығыуы тураһында.

Башлыса ул биҙәүестәрҙе тәбиғи материалдарҙан - япраҡтарҙан, сәскәләрҙән эшләй. Биҙәүестәр өсөн әҙерләмәләрҙе айырыуса ентекле һайлай. Япраҡтарҙың тигеҙ, матур ситтәре булырға тейеш. Нәфис брошкалар һәм сулпылар япраҡтарҙан ғына барлыҡҡа килмәй. Бының өсөн ҡауырһындар ҙа яраҡлы. Миләүшә биҙәүестәрен муйынсаҡтар һәм күн ҡайыштар менән тулыландыра.

Күптәнтүгел Миләүшә Тимерғәли ҡыҙы Екатеринбург ҡалаһындаүткән «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты һәм сувенир продукцияһын булдырыуҙа креатив ҡарашы өсөн махсус диплом менән бүләкләнде.

Ҡайын япрағы нигеҙендә эшләнгән «МинеңБашҡортостаным» кулоны Миләүшәнең иң яҡшы эштәренең береһе. М. Кәрим үҙенең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырында Башҡортостан картаһын ҡайын япрағы менән сағыштыра. Ысынлап та, оҡшаш бит! Ә унда ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы, уның ете тажы республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмле генә башланғыс һалған ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡорт һәм рус халыҡтарының ҡаҡшамаҫ берҙәмлегенең бөйөк символы - аҡ ҡайында йәшел япраҡ!

Башҡортостан «Туристик сувенир» конкурсына 60 һөнәрсе һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталарның эштәрен тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә 55 эш был абруйлы ярышта еңеүсе булды, шуның арҡаһында беҙҙең республика дөйөм зачетта беренселеккә сыҡты. Башҡортостан командаһының еңеүсе дипломдар һаны буйынса рекордсы булыуы һәм унда Миәкә ҡыҙҙарының булыуы менән ғорурланабыҙ.

Миләүшә Тимерғәли ҡыҙына, Екатеринбургта өлкә һайлап алыу турын үтеп, Киров ҡалаһында финал күргәҙмәһендә ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Хәҙер уның яңы әйберҙәре тағы күбәйҙе:баҡыр шәмдәлдәр, кулондар, салфетка ҡуйғыстар... Әлеге ваҡытта ул тағы ла нығыраҡ илһамланып ижад менән менән шөғөлләнә. Беренсенән, буш ваҡыт артҡан. Тыныс һәм уңайлы өй шарттарында ул ғәжәп әйберҙәр эшләй, туғандарын һәм дуҫтарын үҙенсәлекле бүләктәр менән ҡыуандыра, үҙенең изгелеге һәм мөхәббәте менән йылыта. Сөнки иң ҙур бүләк - үҙ ҡулдарың менән һәм күңелеңде биреп яһалған бүләк! Кинәнес биргән һәм бер ҡасан да ялҡытмаған мауығыу табыу ҙур уңыш. Етмәһә, уны яҡын кешеләрең, коллегаларың, ғаилә ағзаларың хуплаһа, был үҙе ҙур бәхет.

Оҫтабикәнең изделиелары ауылда һәм районда үткәрелгән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡуйыла. Ысынлап та, күрһәтер, лайыҡлы ғорурланыр әйберҙәре күп уның! Миләүшә үҙе өсөн илһам сығанағын тапҡан. Ә күңелеңә оҡшаған эшең бар икән, йәшәүе лә ҡыҙығыраҡ.

Фәриҙә Әсәҙуллина, Ҡәнбәк мәктәбе мөдире (“Аҡмулла төйәге” Миәкә районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите. № 9. 3 март 2023 йыл)