- Тоҙ тубалында торомтай уйнар.
- Тоҙло тәгәс эсендә
Ҡара тубым һикерә.
- Өй эсендә турғай уйнай.
- Ҡыл һарайым эсендә
Ҡылыҡһыҙ атым уйнай.
- Ике сүлмәккә берәр сүмес.
- Һыртлау аша ҡамышлы ике күл.
- Бер яланда ике күл.
- Тирә-яғы йөнлөкәс,
Уртаһы баҙлыҡас.
- Услаһаң — ус тулмай,
Ебәрһәң — ялан тула.
- Ике туған торалар,
Бөтә ерҙе күрәләр,
Береһен-бере күрмәйҙәр.
- Ике туған бер-берен күрмәһә лә
Ғүмер буйы бергә ятып, бергә торалар.
- Ике туған айырылмай,
Юл арҡыры торһалар ҙа
Бер-береһен күрмәй156.
- Ике ағай рәттән тора,
Берен-бере күрмәй.
- Ике ағай йәнәшә баралар,
Берен-бере күрмәйҙәр.
- Ике күрше торалар —
Берен-бере күрмәйҙәр.
- Йәнәш торалар —
берен-бере күрмәйҙәр.
- Ике малай бергә тора
Берен-бере күрә алмай.
- Тау артында туғаным,
Юҡ уны һис күргәнем.
- Ике килен килендәш,
Берен-бере күрә алмай.
- Ике кәрәкле нәмә
Береһен-бере күрә алмай,
Көндөҙ асыла, төндә ябыла.
- Бәләкәс кенә яулығымды
Ауыл аша ташланым.
- Сите — ҡамыш,
Эсе — табыш.
- Ике сите ҡыллы, уртаһы дымлы.
- Йылтыр-йылтыр ике таш,
Уртаһында ҡара таш.
- Ул күлдәр һиңә таныш,
Тирәләре гел ҡамыш.
Ҡамышы көндөҙ һирәк,
Төндә ҡуйы бигерәк .