Кәбеҫтә (йомаҡтар)
- Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы. - Ҡат-ҡат тун кейгән,
Әллә өшөрмөн тигән? - Ҡырҡ ҡат тунлы,
Быйыл уңды. - Ҡат-ҡат яулығым,
Сисәм дә ташлайым,
Сисәм дә ташлайым. - Етмеш төрлө кейем кейгән —
Береһен дә элмәгән. - Ҡат-ҡат сепрәк,
Ятҡан ере тупраҡ. - Ҡат-ҡат ҡатлама,
Күтәреп ал, ташлама. - Яҫы-яҫы яп(ы)раҡ,
Ятҡан ере туп(ы)раҡ. - Эҫеләнгән һайын
Ҡат-ҡат тун кейә. - Башы түңгәк,
Үҙе күм-күңгәк. - Ямал яулығы йөҙ ямау.