Кәбән (йомаҡтар)
- Tуғай башында бер тау,
Уны солғай еҙ ҡоршау. - Бер киҫәккә йөҙ ҡоршау.
- Бер мискәлә ҡырҡ ҡоршау.
- Юл буйында ят тора,
Бүркен кейгән ҡарт тора. - Өйөлгән, өйөлгән,
Өйөлгән — башы төйөлгән. - Ете саттың уртаһында
Бер ахахай ултыра.
Ҡанатына ҡар ҡатҡан,
Ҡаға алмай ултыра. - Йыуан ҡорһаҡлы,
Түбәһе нәҙек,
Малдарға бик һәйбәт аҙыҡ"