- Бәләкәй еңгәм һыуға бара,
Һырғалары ҡойола бара.
- Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки,
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки.
- Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире ла йүгерә Зәпзәки,
Төймә төйә Зәпзәки.
- Иртән сығыр Тәллән,
Кисен сығыр Тәллән,
Төрлө-төрлө үләндән
Төймә төйөр Тәллән.
- Тояғы бар — дағаһы юҡ,
Һаҡалы бар — аҡылы юҡ.
- Һикерәндәк, микерәндәк,
Һаҡалбай, ҡаҡ маңлай.
- Һаҡалы бар, аҡылы юҡ.
- Һаҡалы оҙон, аҡылы ҡыҫҡа.
- Кеше түгел — һаҡаллы.
- Һаҡалы бар, аҡылы юҡ,
Ул баҡсала һәр ваҡыт туҡ.
Ағастарға килһә ҡаза,
Ошо мәлғүн ала яза".
- Үҙе аҡтай,
Ҡорһағы ҡаптай,
Кәкре тояғы шаҡтай.
- Үҙе аҡтай, ҡорһағы ҡаптай,
Башында кәкре таяғы,
Тотайым тиһәң, шаҡтай.
- Ҡойроғонан мөгөҙө оҙон.