Кәйеф плюс турамаһы

Кәйеф плюс турамаһы

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Был тураманы төрлө шарттарҙа, өйҙә лә, тәбиғәткә сыҡҡанда ла, тиҙ арала әҙерләргә була.

Ингредиенттар

үҙгәртергә

(һәр кем үҙ зауығынан сығып, самалап ала)

  • Ит
  • Кишер
  • Тоҙло ҡыяр
  • Ҡара емеш (чернослив)
  • Грек сәтләүеге
  • Майонез йә ҡаймаҡ

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Ингредиенттар (ит, кишер, тоҙло ҡыяр) ваҡ итеп турала.

Һайланған тәрилкәгә тәүге ҡатҡа туралған ит һалына, уның өҫтөнә ҡаймаҡ һылайбыҙ;

Икенсе ҡатҡа туралған кишерҙе тигеҙ генә йәйеп һалабыҙ, уның өҫтөнә лә ҡаймаҡ һылайбыҙ;

Өсөнсө ҡатҡа туралған тоҙло ҡыяр йәйеп һалабыҙ, тағы ҡаймаҡ һылайбыҙ;

Ҡыяр өҫтөнә бер нисә өлөшкә бүленгән ҡара емеш теҙәбеҙ;

Иң өҫкә, тағы ҡаймаҡ һылап, ваҡланған грек сәтләүеген тигеҙ генә итеп һибәбеҙ.

«Тәмле» тапшырыуында «Нур» театры артистары Айҙар менән Алмас Юнысовтар тәҡдим итте