Кәкүк емешенән ризыҡ
Кәкүк емеше (урыҫ. Первоцве́т крупноча́шечный) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-45 см. Май айында һары сәскә ата, орлоғо июндә өлгөрә. Уның сәскәләре лә, һабағы ла, япраҡтары ла С витаминына бик бай.
Бынан тыш, кәкүк емешендә Е витамины, каротин күп тупланған. Улар шулай уҡ организмға бик кәрәк.
Англияла, Голландияла унан салат әҙерләйҙәр. Әнис еҫе сығып торған тамырын төрлө аштар өсөн тәмләткес сифатында файҙаланалар. Был маҡсатта уны айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтерәләр.
Кәкүк емешенән салат
100 г кәкүк емеше япрағы, 80 г йәшел һуған һәм сөгөлдөр, 20 г ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ алына.
Япраҡтарҙы, һуғанды һалҡын һыуҙа йыуып турайҙар һәм сөгөлдөр киҫәктәре өҫтөнә һалалар. Аҙаҡ тоҙ, ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Өҫтәлгә ултыртыр алдынан 10 минут һыуытҡыста тотоп алалар.
Кәкүк емешенән аш
160 г кәкүк емеше япрағы, 40 г тары ярмаһы, 20 г кишер, 30 г башлы һуған, 20 г май алына. Тәүҙә тары ярмаһын бешереп алалар, һуңынан ваҡлап туралған йәшел япраҡтарҙы, һуған, кишер һалалар. Аш бешеп етәрәк тәмләткес уләндәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнаталар.
Википедияла Кәкүк емеше тураһында мәҡәлә бар.