Башҡортостан ҡоштары

Кәлмәргән

үҙгәртергә

Кәлмәргәнтимер тырнаҡ, балыҡ һары, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын, урыҫса — скопа, латинса — Pandionhaliatus L.

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай йыртҡыс ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон һәм тар ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Тышҡы ҡиәфәте менән башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырылып тора.

Ғәҙәттә һыу өҫтөнән осоп йөрөй, ҡайһы ваҡыт «бейей». Ағастарға ҡунып ял итә.

Ике төҫлө булыуы алыҫтан күренә. Һырты, түше, ҡойроғо ҡара-көрән. Тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанаттары төбөндәге оҙон ҡауырһындары һарғылт сыбар.

Аяҡтары һары. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро йә ҡара һыҙыҡ бар.

Башҡа ҡарағоштарҙан аҡ төҫтәге тамағы һәм ҡорһағы менән айырыла. Күҙе һары төҫтә, ҡара суҡышының осо кәкере, аяҡтары көслө, тырнаҡтары ҡара һәм текә кәкере.

Ата ҡоштар инәләренән бер аҙ бәләкәй булыуҙары менән генә айырылалар.

Тауышы көслө: «ҡайй-ҡайй-ҡайй».

Балыҡлы йылға һәм күлдәрҙә йәшәй. Башлыса балыҡ (кәлмәргән рационы 99 %-ҡа балыҡтан тора). Һыу өҫтөндә ҡорбанын күреп ҡалһа, тәпәйҙәрен алға сығарып, ҡанатын артҡа ташлап аҫҡа ташлана. Балыҡты ул аҡсарлаҡ кеүек суҡышы менән түгел, ә тырнаҡтары менән эләктереп ала.

Балыҡ әҙ йәки һыу болғансыҡ булған осраҡта тәлмәрйен, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана.

Күсмә ҡош, һирәк осрай.

Оялары бик ҙур, ағас баштарында була. Ояһын күп тапҡырҙар (18 йылға ҡәҙәр) ҡуллана. Уны ҡышлау урынынан ҡайтҡас, яҙғыһын ата һәм инә ҡоштар бергәләшеп яңыртып, рәтләп алалар. Ояны ағаста ҡуйы булмаған, ғәҙәттә 8-25 метр бейеклектә, һулый башлаған йәки һулыған олонда, ҡоралар.

2-3 бөртөк ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланғн аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Йомортҡаны баҫыу 35 тәүлек дауам итә. Ҡошсоҡтарын атаһы ла, инәһе лә ашата. Уларға көнөнә 200-400 грамм ауырлыҡтағы 4-5 балыҡ килтерәләр.

Йәш ҡоштар июнь аҙағында июль башында оянан ососп сығалар.Тәүҙә уларҙы инә ҡош ҡурсалап тора. Ҡышлау урынына осоп китеү сентябрь аҙағына йәки октябрь уртаһына саҡлы бара.

Мысырҙа һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлайҙар.

Кәлмәргәндәргә өкөләр һәм бөркөттәр һунар итә.

Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һирәк осрай торған төр булараҡ индерелгән (3-сө категория). Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына юғалып барған төр булараҡ индерелгән (1-се категория). Кәлмәргәндәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн оя ҡорған һыу ятҡылыҡтары эргәһендәге һулып барыусы ағастарҙы һаҡларға, ояларын туҙҙырмаҫҡа кәрәк. Яһалма оялар эшләп ҡуйыу ҙа уларҙы һаҡларға булышлыҡ итәсәк.

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 18 б.