Кәмә (йомаҡтар)
- Ана бара — юлы юҡ.
- Үҙе бара, эҙе юғала.
- Ана бара үҙе,
Күренмәйҙер күҙе,
Һыу өҫтөндә ҡиммәте,
Хоҙайҙың ҡөҙрәте,
Әҙәмдең миннәте. - Яр башында ярты түш,
Ҡарап ята ҡайҡы түш. - Үҙе бара — эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. - Һуҡыр дөйә һыуҙа йөҙә.
- Һуҡыр тәкә һыуҙа йөрөй.