Кәрәҙ күҙәнәге
Кәрәҙ күҙәнәге
үҙгәртергәКәрәҙ күҙәнәген заводта етештерелгән махсус кәрәҙле рамда бал ҡорттары төҙөй. Әҙер кәрәҙ булмағанда әре ҡорт күҙәнәктәре төҙөлә. Ул эшсе ҡорттоң балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған балауыҙҙан яһала.
Йәш ҡорттоң (12-20 көнлөк) махсус биҙенән бер үк ваҡытта 0,25 миллиграмм ауырлығында 8 балауыҙ пластинкаһы бүленеп сыға. Был пластинкаларҙан төбө менән алты мөйөшлө күҙәнәк төҙөлә.
Һәр күҙәнәк алты күҙәнәк менән, ә кәрәҙҙең бер яғындағы күҙәнәктең төбө икенсе өс күҙәнәктең төбө менән сикләшә. Шулай итеп, һәр күҙәнәктең янында туғыҙ күрше күҙәнәктәр була.
Яңы төҙөлгән күҙәнәк аҡ төҫтә була. Төҙөп бөткәндән һуң, унын эске яғын ҡорттар махсус елем (прополис) менән ҡаплау сәбәпле, ул, аҡһыл алтын төҫкә инеп, бер аҙ һарғылт төҫ ала. Бер килограмм балауыҙ етештереү өсөн 4000000 пластинка бүленә.
Умартала ваҡытында кәрәҙле рам ҡуйылмаһа, был балауыҙ пластинкалары юғала, тышҡа сығарып ташлана. Кәрәҙ күҙәнәгендә бал ҡорто ял итә, туҡлана, бал һәм һитә һаҡлай, бала тәрбиәләй.