Көгөш йылғаһын Күгеш йылғаһы менән бутаусылар бар. Улар икеһе ике йылға. Көгөш йылғаһы Һаралыға барышлай һул яҡта ятҡан Айыулы яланынан башлана. Ул был яланда табаҡ ҙурлыҡ ҡына булып ер өҫтөнә ҡалҡа ла үҙенә юл ярып ағып китә. Ул үҙ юлында элекке Үҙбәйҙәк (60-сы йылдарҙа урынынан кусерелеп юҡҡа сыҡҡан ауыл) эргәһенән ағып үтә. Тәүҙә
бәләкәй генә башланған ошо йылғаға эреле ваҡлы күп кенә шишмәләр ҡушылғас киңәйә башлай. Ташлы ауылы эргәһенән ағып үткәндә инде ул апаруҡ ҙур ғына йылғаға әйләнгән. Уның һыуы таҙа, тоҙо ла юҡ, эреле –ваҡлы балыҡтар йөҙгән ҡәҙимге йылға ул Көгөш. Унан Көгөш йылғаһы Пчелосовхоз янынан үтеп Курорт ауылына етмәҫтән алда эреле - ваҡлы шифалы минераль шишмәләр менән тулылана. Бына был тирәлә инде Көгөш йылғаһына күп кенә минераль тоҙло шишмәләр ҡушылғас, көмөш кеүек таҙа , сөсө һыуы тоҙло тәм ала. Шуғалыр инде был йылғаны урыҫ телендә
Усолка тип йөрөтә башлайҙар. Көгөш йылғаһы хәҙер ике исемле Көгөш –Усолка булып китә.
Красноусол ҡасабаһына етмәҫтән алда Көгөшкә Бәләкәй Төлкәҫ һәм Оло Төлкәҫ йылғалары ҡушылып ул тәрәнәйә һәм киңәйә. Элек быяла заводы эшләгән саҡта завод мейесенә яғыр өсөн Көгөш йылғаһы буйлап утынға тип өҫтән ағас ағыҙғандар һәм багорҙар менән тартып сығарып утын әҙерләгәндәр. Завод тирәһендә уның быуаһы ла булған. Красноусол эргәһенән ағып үтеп Көгөш йылғаһы Заречный (Заготскот) ауылына теймәй генә Родина – Ватан яғына юл тота. Заречный ауылынан ағып сыҡҡан шишмә лә Көгөшкә ҡушыла. Ә Ватан ауылы янында Көгөшкә
әллә нисә бәләкәй шишмәнең, шул иҫәптән минең Селтер тип исем ҡушҡан шишмәмдең дә һыуын үҙенә алған Бирешле исемле бәләкәйерәк йылға барып ҡушыла. Бына шулай күп кенә ҡушылдыҡтарҙы йыйғас инде ҙурайған һәм тәрәнәйгән Көгөш – Усолка йылғаһы Табын ауылына барып етә. Бында инде уны көслө ағымлы аҡ йылға Ағиҙел көтөп тора. Көгөш үҙенең шифалы һыуҙарын Ағиҙелгә ҡоя.
Ағиҙел Камаға, Кама Оло Иҙел - Волгага, Оло Иҙел Каспий диңгеҙенә минең бәләкәй генә Селтер шишмәмдең һыуын да алып бара. Көгөш йылғаһының һыуы артыҡ йылы ла, артыҡ һыуыҡ та түгел, уртаса йылылыҡта. Йәй көнө Көгөш буйы һыу инеүселәр менән тулы була. Төбөндә ваҡ ҡом булһа ла, эре таштар юҡ. Ярының бейек ерҙәре лә бар, күбеһенсә һөҙәк, йәм - йәшел үләнле һәм туғайлы уның ярҙары. Йәй көнө Көгөш буйында ниндәй генә ҡоштар һайрамай! Ҡоштар оркестры кеүек! Мин һандуғастар һайрағанда, кәкүктәр саҡырғанда видеоға төшөрөп алғаным да бар. Тәбиғәт матурлығына бик күп шиғырҙарым арналған. Бәлки йәшәгән еремдең иҫ киткес матурлығы миңә илһам өҫтәп кенә торалыр ҙа әле. Бына шундай матур беҙҙең Родина -Ватан ауылы эргәһенән көмөш таҫма булып ағып ятҡан Көгөш йылғаһы! Ошо йылғаға һөйөүөмдө мәңгеләштереп сираттағы китабымды «КӨГӨШ МОҢДАРЫ» тип атамаҡсы булдым.