Көләмәстәр/Йылы окрошка килтерегеҙ...
Шулай бер ваҡыт, йәйге бер эҫе көндә Йөйәк ауылынан С. ағай Архангелгә барған. Яңғыҙы булмаған, йәнә бер ауылдашы ла булған. Ашханаға кергәндәр былар. Беренсе блюдо, икенсеһен алғандар. Беренсегә окрошка биргәндәр икән быларға. С. ағай тәмләп кенә ҡараған да ҡысҡырып мәрйәләрҙе әрләй башлаған: ни эшләп ашығыҙ һып-һыуыҡ, тегеләй-былай...
Мәрйәләр аңлатып ҡарай икән, был бит окрошка, тип. Юҡ, С. ағай, алмаштырығыҙ, дауай йылыһын килтерегеҙ, ти ҙә ҡуя икән.
Күршеһе мыйыҡ аҫтынан йылмайып ҡына ултырған да аҙаҡ ауылға көләмәс итеп таратҡан. (Ринат Шәйбәков)