Көләмәстәр/Клаудийҙыҡы кеүек
Әнейем бәләкәй сағыңда ауылда ҡул сәғәте модаға кереп киткән, тик бөтәһенең дә уны алырға мөмкинселеге булмағандыр инде.
Клаудий апайҙыҡы ( Клавдия булғандыр инде) булған да, тағы бер оло йәштәге апайҙыҡы ғына булған.
Тик оло апай сәғәт ҡарай белмәгән. Баҫыуҙа, фермала эштә йөрөгән саҡта унан сәғәт һораһалар, ул:
- Клаудийҙыҡы һымаҡ, унан һорағыҙ, - тип, юғалып ҡалмай яуап ҡайтара икән.
Хәҙер беҙҙә "сәғәт нисә", тип һораһалар, "Клаудийҙыҡы һымаҡ", тип яуап ҡайтаралар.
Инза Каримова https://vk.com/club36676061?w=wall-36676061_269027