Көләмәстәр/Сәйҙәнме, Шәкәрҙәнме
Күгәрсен районы ауылдары ҡыҙыҡ ҡына исемле бит ул :
- Түләбай - бер тин аҡса түләмәй
- Ҡалдар - һөйләгәне гел Алдар
- Ҡалмаҡ - (рәсми Ҡадир) ашағаны гел ҡаймаҡ
- Кәкүк (Әлимғол) - саҡыралыр бер кәкүк
Бала саҡта бер- беребеҙҙе шулай кәжекләп уҡыуҙан ҡайта инек.
Апайым - Ҡырмыҫҡалы районындағы Малай ауылы килене, мин - Стәрлебаш районындағы Түбәнге Шәкәр килене. Атайымдан, кейәүҙәр ҡайһы яҡтан, тип һораһалар, әллә ниндәй Бабаймы, Малаймы, Сәйме-Шәкәрме тигән ауылдан, тип көлдөрөр булған.
Миләүшәа Арыҫланова https://vk.com/feed?section=comments