- Таяҡ та таяҡ,
Таяҡ эсендә табаҡ,
Табаҡ эсендә балыҡ,
Балыҡ эсендә халыҡ.
- Алтын рәшәткә эсендә
Ҡара өйҙәр туп-тулы.
Күпме өй, шул саҡлы халыҡ.
- Таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ эсендә ике йөҙ һалдат.
- Болонда бер таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ эсендә халыҡ.
- Таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ өҫтөндә балалар.
- Таяҡ,
Таяҡ башында бер табаҡ,
Табаҡ эсендә ҙур кибет,
Кибет эсендә йөҙ егет.
- Суҡ,
Суҡ башында уҡ,
Уҡ башында кибет,
Кибет эсендә ике мең егет.
- Юл сатында малай тора,
Көнгә ҡарай муйынын бора.
- Баҡсала тора малай,
Боролоп көнгә ҡарай.
Кәпәсе тулы емеш,
Унан май сыға, имеш*.
- Ай башлы, йәшел ҡашлы.
- Нары ебәк ҡалпаҡлы,
Борола ла ҡояшҡа ҡарай.
- Ҡырлы-ҡырлы һомғол һабаҡ,
Һабаҡта алтын табаҡ.
Табаҡта бар мең оя,
Оя һайын бер мая.
- Ҡояш ҡайҙа барһа,
Уға ҡарап йылмая.
- Оҙон-оҙон сирта.
- Төбө бер, башы мең.
- Таяҡ башында тора эленеп алтын иләк.
- Бер таҡыя тултырып,
Орлоғон алдым иләп.
- Бабай меҫкен ҡартайған,
Эшләпәһе янтайған.
- Ҡояшҡа аса күҙен,
Ҡыҙҙар ярата үҙен.
Баҡса, болонда үҫә,
Бал ҡорто балын эсә.