- Салт аяҙҙа болот юҡ,
Сал тәкәлә мөгөҙ юҡ.
- Аяҙ күктә болот юҡ.
- Алды — хуш,
Арты — буш.
- Бәҙри баҡты — йөҙө яҡты.
- Арты ла таҡта — өҫтө лә таҡта,
Уртаһы мәғрип яҡта.
- Ике яғы таҡта,
Әйләндерел ҡараһаң,
Нуры баҡта.
- Яҡ яғы таҡта,
Уртаһы баҡта.
- Бәләкәй генә Микитә,
Бер кешене ике итә.
- Бәләкәй генә мөлдө,
Миңә ҡарап көлдө.
- Бәләкәй генә бер бала
Миңә ҡарай ҙа көлә.
- Тигеҙ генә быяла,
Үҙе минән ояла.
- Ҡарайым да күрәм,
Боролам да көләм.
- Уртаһы көмөш, һырты ағас.
- Өҫтөндә көмөш алъяпҡыс.
- Кескәй генә тәрән күл,
Тирәк уның эсендә,
Күҙен-ҡашын ҡарайтҡан
Ҡыҙҙар уның эсендә.
Иңен-башын ҡупшайтҡан
Егеттәр уның эсендә.
- Кескәй генә тәрән күл,
Тирәк уның эсендә,
Ҡылыс бәйләп, ҡынын таҡҡан
Егеттәр уның эсендә.
- Күл өҫтөндә күҙем күренә.
- Ишек асһаң, ялтырай,
Ҡаты япһаң, ҡалтырай.
- Эйелгәнгә эйеләм,
Башым ергә тейгәнсе.
Һуҙылғанға һуҙылам,
Башым күккә тейгәнсе.
- Уңды һул итә, һулды уң итә.