Лагман — ит һәм нәҙек оҙон туҡмас ҡушылған ҡуйы, туҡлыҡлы аш. Ҡаҙаҡ һәм үзбәк халҡының милли ризығы.

Лагман
Туҡмас һәм әҙер Лагман
  • 3-4 бөртөк картуф
  • 500 г ит (төрлө ит булыуы мөмкин, иң мөһиме майлы булырға тейеш)
  • 1 торма
  • 3-4 һыуған
  • 5-6 теш һарымһаҡ
  • 3-4 бөртөк помидор
  • 300 г кәбеҫтә
  • 300 г үҫемлек майы
  • 2 бөртөк болгар боросо
  • 2 бөртөк кишер
  • тоҙ
  • тәмләткестәр
  • 2 йомортҡа
  • 1 кг он
  • ярты стакан һыу
  • 1 балғалаҡ тоҙ

Иң тәүҙә туҡмасты бешереп алабыҙ. Ҡамырҙы баҫып, 15 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Аҙаҡ ҡамырҙы нәҙек кенә итеп йәйергә (нәҙеклеге 1-2 мм булырға тейеш). Рулет рәүешендә төрөп, нәҙек итеп турап, һәр бер телемде алып, уны һуҙып оҙон һалма рәүешенә килтерәбеҙ. Ҡайнап ултырған тоҙло һыуҙа бешеренкерәп, һыуыҡ һыуҙа сайҡатып, тишекле сүмескә һыуын һарҡытырға ҡуябыҙ.

Картуфты шаҡмаҡлап, итте телемдәргә бүлеп, һыуғанды ярым дүңгәләк итеп турайбыҙ. Помидор, болгар боросо, кишер, торма, кәбеҫтә, һарымһаҡ нәҙек итеп (туҡмас рәүешендә) турала. Ҡайнап торған майҙа һыуған менән итте ҡыҙҙырабыҙ. Аҙаҡ айырым йәшелсәләрҙе ҡыҙҙырабыҙ (помидор, болгар боросо, кишер, һарымһаҡ). Йәшелсәләрҙе ҡыҙҙырып, ит менән һыуғанды ҡушып, тағы ла ҡыҙҙыра биреп, һыу өҫтәйбеҙ. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, тоҙ менән тәмләткестәр һалабыҙ. Иң аҙаҡтан кәбеҫтә һәм торманы ҡушабыҙ. Аш бешеп бөткәс, туҡмасты тағы эҫе һыуҙа сайҡатып, ашҡа ҡушырға. Өҫтәлгә бирер алдынан, өҫтөнә укроп һалырға.