1. Атаһы улын күтәргән,
    Улы бүреген күтәргән.
  2. Үзбәктең үҙ улы
    Үҙен тотоп ултыра.
    Үзбәк ҡара һаҡаллы,
    Көҙгө тотоп ултыра;
    Көҙгө матур быяла,
    Ергә төшһә, ыуала.
  3. Аҫты диңгеҙ, өҫтө нур.
  4. Ултыра ҡыҙ төрмәлә,
    Сәсе үрмәлә.
  5. Башы булмаһа ла эшләпәле.
  6. Һуҡыр әбейҙең башына ут ҡапҡан.
  7. Теленә ут ҡапҡан,
    Уны кем уйлап тапҡан?
  8. Тәтәй тауҙың битендә
    Тәкә телен сығарған.
  9. Тирә-яғым рәшәткә,
    Мин ултырам рәхәттә.
  10. Таяҡ,
    Таяҡ өҫтөндә табаҡ,
    Бәлтер,
    Бәлтер өҫтөндә ялтыр.
  11. Эсе һыу,
    Тышы быяла,
    Мороно еҙ.
  12. Бәләкәй генә ҡойом бар,
    Эсендә алтын һыуым бар.
  13. Быяла һарайым эсендә
    Һары тауығым ултыра.
  14. Теленә ут тоҡанған
    — Ауыҙы ярылып бара.
  15. Атайымдың уты алтын һарай эсендә.
  16. Яңы өйөмдөң эсендә
    Аҡшам етһә, ут уйнай.
  17. Күлдәге эсендә,
    Кәүҙәһе тышында.
  18. Һыу өҫтөндә ут яна.
  19. Атаһынан улы юғары.
  20. Өйө лә быяла,
    Тәҙрәһе лә быяла,
    Кәрнизе селтәр,
    Тәҙрәһе мең.