Лечо — йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа тәмле әҙерләмә.

Ингредиенттары

үҙгәртергә
  • 5 кг ҡыҙыл помидор
  • 2 кг кишер
  • 3 кг татлы борос
  • 200 г көнбағыш майы
  • 100 г шәкәр
  • 100 г тоҙ

Помидор менән кишерҙе ит турағыс аша үткәреп, 20 минут талғын утта бешерергә.

Татлы боросто нәҙек оҙонса итеп турарға һәм помидор менән кишер ҡатнашмаһына өҫтәргә. Тағын 15 минут ҡайнатырға.

Май, тоҙ, шәкәр ҡушып болғатырға ла, тағы 15 минут бешерергә.

Эҫе килеш алдан стерилләп әҙерләнгән быяла банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡас менән нығытып, түңкәреп ҡуйырға.

Ҡалыныраҡ таҫтамал менән ябып, һыуынғансы тоторға.