Манты
Манты — Азия халҡына хас булған, ит ризығы. Төрлө эслектәрҙән тора.
Составы
үҙгәртергәҠамыры
- 2,5 стакан он
- 1 балғалаҡ тоҙ
- 1 стакан йылымыс һыу
- 1-2 аш ҡалаҡ үҫемлек майы
Эслек
- Ҡабаҡ, һыуған, борос, тоҙ, үҫемлек майы
- Ит, картуф, һыуған, үҫемлек майы, борос, тәмләткестәр
Әҙерләү
үҙгәртергәҠамыр
Онға тоҙ,үҫемлек майы ҡушып, өҫтөнә яйлап ҡына 1 стакан йылымыс һыуҙы ҡойоп болғатып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы һалма рәүешендә йәйеп дүрткел өлөштәргә бүлеп эслектәрҙе һалып бөкләп ҡуябыҙ. Листаларын майлап, мантыларҙы теҙеп, быуға бешерергә ҡуябыҙ.
Эслек
- Ҡабаҡты ваҡ итеп шаҡмаҡлап турап, һуғанды ярым дүңгәләк турап, үҫемлек майы, борос, тоҙ (тәменсә) ҡушып болғатабыҙ. Ҡабаҡ менән һуғандың самаһы 1:1 булырға тейеш.
- Турағыстан үткән иткә, ваҡ итеп туралған картуф, һуған, үҫемлек майы, борос, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ.