Консервалағы сайра балығы, дөгө менән бөйөрөк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Шундай мәлдәр була: бер нәмә лә эшләге килмәй, хатта һөйләшергә лә ялҡау килә, көскә эштән аяғыңды һөйрәп ҡайтаһың. Әммә!..Ишек асылыу менән бер-бер артлы балаларың йүгереп килеп сыға, ҡосаҡлап алалар, үпәс итәләр. Шул мәлдә аңлайһың: һинең юҡ-бар бошоноуҙарың, кәрәкмәгән уйҙарың, бәләкәс кенә проблемалар өсөн дә үҙ-үҙеңде ашауың, көнүҙәк ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрең һуҡыр тингә лә тормай. Сөнки һин-ӘСӘЙ, һин балаларың менән көслөһөң! Һәм үҙеңде кәйефһеҙ тойорға хаҡың юҡ! Йә әле, йылмайып түрҙә торған көҙгөгә ҡара. Ниндәй матур ҡатын тора, тиһеңме? Танымайһыңмы ни, һин дә инде ул!!!
Үәт, шулай! Яҡшы кәйефкә көйләнегеҙме үҙегеҙҙе? Башҡа бошоноп йөрөмәгеҙ, йәме. Ә хәҙер, ең һыҙғанып ҡамыр баҫып алайыҡ. Шул тиклем тәмле ҡамыр рецебен өйрәтәм. Тәүгә был эшкә тотонған кешенең дә ҡамыры уңасаҡ!
 
== Әҙерләү ==
Шулай итеп, 2 ст. йылы һыуға 1,5 ҡалаҡ ҡоро сүпрә (10-11 г. бәләкәй пакет) һалырға. Сүпрә матур булып күпергәс, 4 ҡалаҡ көнб. майы, 2 ҡалаҡ шәкәр, бер балғалаҡты тултырмай тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫырға ла, йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға. ЙОМОРТҠА ҡушмайбыҙ!!! Шундай матур булып ҡабара, ә бешергәс телеңде йоторлоҡ була!
Эслеген үҙегеҙ теләгәнсә эшләгеҙ:1.-
* бешкән картуфҡа аҡ май, ҡайнаған һөт (ҡайһы берҙә һөт һалмайым, бешкән һыуын ғына ҡулланам) ҡушырға, тоҙ-борос һибергә.
2.-* һуған менән ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырып алғас, бешкән дөгөгә ҡуштым, укроп, консервалағы сайра балығын өҫтәнем. Әйткәндәй, балыҡтың ҡылсыҡтарын алдым.
 
Бөйөрөктәрҙе (пирожкиларҙы) мейестә бешерҙем. Бешерер алдынан, һәр береһенең өҫтөнә туғылған йомортҡа менән һөттө һыланым. Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!!
 
(<small>Гөлназ Ишемғолова)</small>
Бөйөрөктәрҙе (пирожкиларҙы) мейестә бешерҙем. Бешерер алдынан, һәр береһенең өҫтөнә туғылған йомортҡа менән һөттө һыланым. Ашығыҙ тәмле булһын,дуҫтарым!!!
(Гөлназ Ишемғолова)
[[Category:!Main category]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:итИт иҙмәһе]]
[[Category:картуфКартуф]]
[[Category:дөгөДөгө]]
[[Category:бәшмәкБәшмәк]]