Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
== Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ Шулай килеп ҡауышҡан ==
Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғәнәһен төшөнөп тә бөтмәҫлек йәшемдә, әсәйем кемгәлер мәҙәк өсөн һөйләгән бер ҡиссаны хәтеремә бикләгәнмен дә йылдар уҙа барған һайын меңдәрсә сатҡылы бриллиант йөҙөк ҡашындай әле бер, әле икенсе ҡырласының балҡышын табып, таң ҡалам. Былайыраҡ итеп һөйләнелгәйне ҡисса иренә зарланырға килгән йәш кенә ҡатынға.
 
Хоҙай Тәғәлә ергә әҙәми затты яҡшыһынан-шаҡшыһынан бер тигеҙ нисбәттә яралтмыш икән. Шулай итмәһә, яҡшылары яҡшылыҡтың ҡәҙерен аңламай, фәһем алмай, наҙанға әүерелеп бөтөр ҙә, холҡон, аң-зиһенен камиллаштырыр һис бер шарт булмаҫ ине, ти. Тап ана шул сәбәпле, бәндәләрҙе ишле-ҡушлы иткәндә Аллаһы Тәғәлә «бер яҡшыға - бер шаҡшы», «бер шаҡшыға - бер яҡшы» тип бүлеп ултыра икән. Кешеләр күп бит инде, ҡайһы саҡ буталып китә лә, «бер яҡшыға - бер яҡшы», «бер шаҡшыға - бер шаҡшы» тип ысҡындырып ҡуя имеш. Донъяла һәр яҡлап пар килгәндәр шуға ла бик әҙ, артыҡ яҡшы, артыҡ шаҡшы йәшәгәндәр - бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Мәҙәк өсөн һөйләнелһә лә, ниндәй тәрән фәлсәфә! Тап ошо фәлсәфә, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, ир менән ҡатынға бер-береһенең бәндәүи йомшаҡлыҡтарына күнеп йәшәргә, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға ярҙам иткәндер, милләттең дә быуаттар ғәрәсәттәренә бирешмәй ойошоп йәшәүенең, юғалып ҡалмауының нигеҙе булғандыр, тип әйтергә йөръәт итәм.