Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
:Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
:Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
:Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, «атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ « йәки хатта «бына кейәүегеҙ» тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
:-Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, - тип ҡыуып төшөргән имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.
:Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ - шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.
===Никах===
56 юл:
:* үҙе алдында - нәҫелен ҡалдырыу, тәбиғи теләктәрен ҡәнәғәтләндергәндә яман сир-сорға юлығыуҙан һаҡланып, сәләмәт тоҡом ҡалдырыу бурысы;
:* ҡатыны алдында - үҙ нәҫелен дауам итергә тейешле кеше булараҡ, уға ҡарата динебеҙ һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү бурысы;
:* балаһы алдында - һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы.
:Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған һәм яҡынса ошондай шарттарҙы үҙ эсенә ала:
:1.Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел:
:Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма. Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй - ат яңы хужаларға эйәләшә алмай ҡайтып китеүсән, алыҫтан алһаң, артынан йөрөй-йөрөй хәлең ҡалмаҫ. Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап ҡына тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлоғона йоғонто яһаған, әлбиттә.
:Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер. Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса артыҡ йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын.
:Ә төп сәбәп - нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Тап шул маҡсатта хатта бер ауылдан килен төшөргән осраҡта ла ете быуын алышыныуы шарт итеп ҡуйылған: Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына, ти мәҡәле лә ошо хаҡта. Әйткәндәй, башҡа бик күп төрки халыҡтарҙа экзогамия тип аталған был күренеш улай уҡ киң таралмаған. Мәҫәлән, төрөктәр, азербайжандар, үзбәктәр араһында хатта ике туғандарҙы өйләндереүҙе ҡулайыраҡ та һанағандар - мөлкәт ситкә китмәй.
:2. Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. Ишәк туйы - иллелә тип ғаилә ҡорорға ашыҡмаған егеттәрҙән көлгәндәр, иҫәрерәк һанағандар. Өйләнмәгәндән аҡыл һорама тигәндәре лә бындайҙарҙы алйот һанағанға дәлил. Иртә өйләнгән үкенмәҫ.
:Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа көйәнтәләгәндә биҙрәһе ергә теймәҫлек булһа ҡыҙҙы кейәүгә бирергә мөмкин тигәнде ишетергә тура килгәне бар. Ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә ҡыҙҙарын һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр, йот йылдары ғаиләләге артыҡ тамаҡтан ҡотолорға тырышыу ҙа күҙәтелгән. 18 йәштәрҙә инде ҡыҙ бала кейәү сыҡмағандар рәтенә инә лә башлаған. Ә Ултырған ҡыҙға ен эйәләй.
:Беҙҙең яҡтағы бер ауылда ҡартайғанса тигеҙ ғүмер итеп, балалар-ейәндәр үҫтереп, тормош тәмен белеп, татыу йәшәгән әбей менән бабайҙы аң-тоңон белмәҫ, танауҙарына еҫ кермәҫ элек үк никахлағандар ҙа, улар шул ваҡыттарын кеткелдәп көлә-көлә иҫкә алыр булғандар. Ауыр замандар бит инде: икеһенә бер яҫтыҡ, бер иҫке юрған биреп, башҡа сығарғандар. Йылы тормаған өйҙә кис һайын шул юрғанға талашып, һуғышып ятып йоҡлай торғайныҡ, тип хәтерләр булған ҡарттар.
:Донъя көтә белеүенән ҡыҙҙың йәш булыуы мөһимерәк һаналыуы түбәндәге әйтемдән асыҡ күренә:
:Менгән атың - аҡбуҙ, һөйгән йәрең - йәш ҡыҙ.
:Ир кешенең физик сәләмәтлеге (ә енси ҡеүәт бының төп күрһәткесе тип күрелгән) ҡул көсө ҙур әһәмиәткә эйә булған дәүерҙә юғары баһаланған һәм көс-ҡеүәт һаҡланһын өсөн түшәк яңыртыу файҙалы тип иҫәпләнгән (бер нисә ҡатынға өйләнеү күренешенең бер сәбәбе). Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә мәҡәле лә ошоно раҫлай. Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.
:Ултырып ҡалыу ҡыҙ бала өсөн оло фажиғәгә әүерелгәнлектән, артыҡ һайланыу өнәлмәй: