Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
227 юл:
:*биографияһындағы ғәм алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырлыҡ ниндәйҙер ваҡиғалар.
:Быларҙы белеп бөтөрөүе еңел түгел, әлбиттә. Ғашиҡтың күҙе һуҡыр, мәгәр күҙҙе лә, ҡолаҡты ла асып тотоу хәйерле. Һуңынан үкенергә тура килмәһен.
:Башҡорттар никахһыҙ бала табыуға бик ныҡ тыйыуҙар һалған, Уйнаштан уҫмаҡ сыға тип киҫәтеп торған. Уйнаштың башы - уйын, ахыры - ҡыйын. Тормош тәжрибәһенән сығып ҡарайыҡ: хәҙер дауалауға ауыр бирелгән венерик ауырыуҙар, бигерәк тә СПИД киң таралыу сәбәпле, ысынлап та, тәртипһеҙ енси бәйләнештәр уйнашсының үҙенә генә түгел, партнерҙарына ла ауыр сирҙәр, хатта үлем килтерә. Заманында сифилис та СПИД кеүек үк дауалауға бирелмәҫ ҡот осҡос ауырыу булған, етмәһә, ул төрлө юлдар менән бирелгән, тимәк, уйнаш ингән йорт ысын мәғәнәһендә ҡороған.
:Ислам дине талаптары ла был йәһәттән аяуһыҙ. Никахһыҙ ҡатындан донъяға килгән бала кәмһетелеүгә, ҡыйырһытылыуға дусар булған, мыҫҡыллы ҡушаматтар алған. Әйтемдәр араһында ла осрай улар: Елдән тыуған Айтуған.
:Тыума исемен күтәргән балаға үҫеп еткәс тә еңел түгел - Атайһыҙға ҡыҙ бирмә мәҡәле иң беренсе шундайҙарға ҡағыла бит. Әсәһе лә, уйнашсы исеме күтәреп, ғүмер буйы йәмғиәттә ҡыр тибелеп йәшәй. Шундай ҡаты тәртип хөкөм һөргәндә, әлбиттә, уйнаштан бала табыу бик һирәк күренеш булған.