Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.
 
'''== Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор''' ==
Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға сексуаль тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: ''Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше.'' Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. ''Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай'' тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.
 
:Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:
 
* Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
52 юл:
Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
 
:Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, «атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ йәки хатта «бына кейәүегеҙ» тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
:-Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, - тип ҡыуып төшөргән имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.
 
:Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ — шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.
 
=== Никах= ==
Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе — милләтен һәм динен яратҡан шәхес: ''Күсле ил - көслө ил''. Ижәпләнеү — ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым.
:Ғаилә ҡороусы егет түбәндәге бурыстарҙы үтәй тип һанала:
67 юл:
:Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған һәм яҡынса ошондай шарттарҙы үҙ эсенә ала:
 
:1.=== Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел: ===
* Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.
 
Юл 77 ⟶ 78:
:Ә төп сәбәп - нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Тап шул маҡсатта хатта бер ауылдан килен төшөргән осраҡта ла ете быуын алышыныуы шарт итеп ҡуйылған: Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына, ти мәҡәле лә ошо хаҡта. Әйткәндәй, башҡа бик күп төрки халыҡтарҙа экзогамия тип аталған был күренеш улай уҡ киң таралмаған. Мәҫәлән, төрөктәр, азербайжандар, үзбәктәр араһында хатта ике туғандарҙы өйләндереүҙе ҡулайыраҡ та һанағандар - мөлкәт ситкә китмәй.
 
=== Иртә өйләнеү ===
:2. Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. ''Ишәк туйы - иллелә'', тип ғаилә ҡорорға ашыҡмаған егеттәрҙән көлгәндәр, иҫәрерәк һанағандар. ''Өйләнмәгәндән аҡыл һорама'' тигәндәре лә бындайҙарҙы алйот һанағанға дәлил. ''Иртә өйләнгән үкенмәҫ''.
 
:Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа көйәнтәләгәндә биҙрәһе ергә теймәҫлек булһа ҡыҙҙы кейәүгә бирергә мөмкин тигәнде ишетергә тура килгәне бар. Ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә ҡыҙҙарын һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр, йот йылдары ғаиләләге артыҡ тамаҡтан ҡотолорға тырышыу ҙа күҙәтелгән. 18 йәштәрҙә инде ҡыҙ бала кейәү сыҡмағандар рәтенә инә лә башлаған. Ә ''Ултырған ҡыҙға ен эйәләй''.
 
:Беҙҙең яҡтағы бер ауылда ҡартайғанса тигеҙ ғүмер итеп, балалар-ейәндәр үҫтереп, тормош тәмен белеп, татыу йәшәгән әбей менән бабайҙы аң-тоңон белмәҫ, танауҙарына еҫ кермәҫ элек үк никахлағандар ҙа, улар шул ваҡыттарын кеткелдәп көлә-көлә иҫкә алыр булғандар. Ауыр замандар бит инде: икеһенә бер яҫтыҡ, бер иҫке юрған биреп, башҡа сығарғандар. Йылы тормаған өйҙә кис һайын шул юрғанға талашып, һуғышып ятып йоҡлай торғайныҡ, тип хәтерләр булған ҡарттар.
 
:Донъя көтә белеүенән ҡыҙҙың йәш булыуы мөһимерәк һаналыуы түбәндәге әйтемдән асыҡ күренә:
* Менгән атың - аҡбуҙ, һөйгән йәрең — йәш ҡыҙ.
 
:Ир кешенең физик сәләмәтлеге (ә енси ҡеүәт бының төп күрһәткесе тип күрелгән), ҡул көсө ҙур әһәмиәткә эйә булған дәүерҙә юғары баһаланған һәм көс-ҡеүәт һаҡланһын өсөн түшәк яңыртыу файҙалы тип иҫәпләнгән (бер нисә ҡатынға өйләнеү күренешенең бер сәбәбе). ''Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә'' мәҡәле лә ошоно раҫлай. ''Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән''.
:Ултырып ҡалыу ҡыҙ бала өсөн оло фажиғәгә әүерелгәнлектән, артыҡ һайланыу өнәлмәй:
 
:Ултырып ҡалыу ҡыҙ бала өсөн оло фажиғәгә әүерелгәнлектән, артыҡ һайланыу өнәлмәй:
* Ҡыҙың булһа ирҙә булһын, ирҙә булмаһа гүрҙә булһын.
* Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ мәҡәле ҡарт ҡыҙ менән үлгән кешене хатта бер рәткә ҡуйып, ата-әсәне лә, уларҙың буй еткергән балаһын да ашығырға мәжбүр итә, ҡәтғи сикләй.
 
:Ҡыҙҙы ирекһеҙләп кейәүгә биреү күренеше булһа ла шәриғәт, динебеҙ тарафынан был тыйылған, юҡҡамы ни, мулла никахҡа ризалыҡ тураһында һорауҙы иң беренсе ҡыҙға биргән. Әммә ата-әсә, күреүебеҙсә, ҡәтғи сиктәргә ҡуйылыу сәбәпле, йә балаһының етеш йәшәүен ҡайғыртып, йә башҡа сәбәптәр менән (әйтәйек, ҡоҙаларҙың социаль статусы ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә) ҡыҙҙарын ризалыҡһыҙ кейәүгә биреүе фольклорҙа ла, әҙәбиәттә лә һынланыш тапҡан.
:Шәриғәт буйынса 10 йәштәрҙән үк кеше бәлиғ була тип һаналыу сәбәпле ҡыҙҙарға хатта шул мәленән үк никахҡа инеү мөмкинлеге бирелгән. Хәҙерге медицина күҙлегенән был бик иртә, ҡыҙ бала ла, ир бала ла ғаилә көтөүгә әҙерлекһеҙ, организмдары нығынып өлгөрмәй тип иҫбатлана. Әммә егерменсе быуат урталарына тиклем кешенең үтә ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫәпкә алһаң, зат-ырыуыңды дауам итеү өсөн иртәрәк өйләнеү фарызлығына инанаһың:
 
:Шәриғәт буйынса 10 йәштәрҙән үк кеше бәлиғ була тип һаналыу сәбәпле ҡыҙҙарға хатта шул мәленән үк никахҡа инеү мөмкинлеге бирелгән. Хәҙерге медицина күҙлегенән был бик иртә, ҡыҙ бала ла, ир бала ла ғаилә көтөүгә әҙерлекһеҙ, организмдары нығынып өлгөрмәй тип иҫбатлана. Әммә егерменсе быуат урталарына тиклем кешенең үтә ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫәпкә алһаң, зат-ырыуыңды дауам итеү өсөн иртәрәк өйләнеү фарызлығына инанаһың:
* Иртә өйләнгән — улынан-ҡыҙынан кинәнгән.
 
=== Нәҫел тураһындағы мәғлүмәт ===
:3. Үрҙә әйтелгәндәрҙән үк күренеүенсә, туғанлашыр яҡтың нәҫел-нәсәбе ниндәй булыуына бик ҙур әһәмиәт бирелгән:
 
:3. Үрҙә әйтелгәндәрҙән үк күренеүенсә, туғанлашыр яҡтың нәҫел-нәсәбе ниндәй булыуына бик ҙур әһәмиәт бирелгән:
* Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
* Атаһынан күргән — уҡ юнған, инәһенән күргән — тун бескән.
Юл 100 ⟶ 109:
* Алмағаста алма бешә, дегәнәктә — дегәнәк.
 
:Кәләш һайлауға үтә лә яуаплы ҡарауҙары хатта мөмкин булған һәр кемдән ҡыҙ тураһында мәғлүмәт алырға тырышыуҙарынан, кәңәш-төңәшһеҙ эш итмәүҙәренән асыҡ күренә.
* Ат алһаң — ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш.
* Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
Юл 107 ⟶ 116:
* Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
 
:Ҡыҙҙың хатта кем менән дуҫлашыуы ла иҫәпкә алынған:
* Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
 
=== Социаль статус ===
:4.Туғанлашыр яҡтың социаль статусы бер самараҡ булыуы яҡшы:
* Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
* Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
Юл 116 ⟶ 126:
* Буйың етмәгәнгә үрелмә.
 
:Йәнә бер үҙенсәлеккә иғтибар итәйек - ''Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал''. Был мәҡәлдә ҡыҙ баланың егеттән түбәнерәк баҫҡыста тороуы төҫмөрләнә. Ул үҙен ире менән тиң итеп тойһон өсөн социаль статусы түбәнерәк ғаиләгә төшөүе ҡулайыраҡ булған. Икенсенән, кейәү яғы үҙенән абруйлыраҡ кешеләр менән туғанлашып, йәмғиәттә тотҡан баҫҡыстан күтәрелеүҙе лә ҡайғыртҡан.
Әммә был барыбер ҙә егеттең шәхси сифаттарына талапты кәметмәгән, сөнки ''Ынйының эт муйынында ҡәҙере юҡ'', йәғни, насар ир ҡулында яҡшы ҡатындың ҡәҙере юҡ.
 
Юл 123 ⟶ 133:
Күпселектә ауыл ерендә йәшәгән башҡорт халҡында социаль градация улай уҡ киҫкен булмаһа ла, руханиҙар, сауҙагәрҙәр, мөғәллимдәр, төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүселәр, алпауыттар һ.б. йәмғиәттә төрлө социаль баҫҡыста торған. Аҡһөйәктәр һәм ҡара халыҡ төшөнсәһе, йәғни синфи бүленеш, әле ҡайһы бер ғалимдар инҡар итеп маташһа ла, башҡорт халҡы өсөн дә ят булмаған.
 
:Үҙенән күпкә юғарыраҡҡа ынтылыу, маҡсатына өлгәшкән хәлдә, ярлы балаһы өсөн дә әллә ни отошло түгел:
* Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
 
:«Йәшлек» гәзитендә баҫылған, көләмәскә әүерелгән бер ҡыҙыҡ хәлде тулыһынса килтерәм (2002 йыл, 12 февраль). Уны Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан Рәшит Ямалетдинов тигән ағай яҙып ебәргән. Әммә шуға оҡшаш хәлдәр тураһында электән һәр яҡта үҙенсәләтеп ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләйҙәр.
:«Башҡорттар элек өйләндереүҙе йәштәрҙән һорап та тормаған. Хәҙер генә егет менән ҡыҙ осрашып танышып, бер-береһе менән вәғәҙәләшкәс, әллә күпме мәшәҡәттәр тыуҙырып, аҡса туҙҙырып, туй үткәрәләр ҙә, күп тә үтмәй, холҡобоҙ тура килмәне, тип айырылышып та ҡуялар.
:Беҙҙең ауылда матур итеп бик күп бала үҫтереп, бүтәндәргә өлгө булып 60 йылдан ашыуыраҡ бергә йәшәгән оло ғаилә бар ине, хәҙер мәрхүмдәр инде, ожмахтың түрендә булһын рухтары уларҙың. «Оҙаҡ һәм татыу йәшәүебеҙҙең сере ул, уландар, мин инәйегеҙҙе ыштанһыҙ көйөнсә барып алыуҙа», - тип һөйләр ине олатай.
:Ә хәл былай булған. Иртәгә килен әйттерергә китәйек тип әҙерләнеп йөрөгәндә, кискеһен егеттең кейеп йөрөгән киндер ыштанын систереп йыуып ҡуйғандар, алмашы булмағас, икенсене кеймәгән, ә оҙон күлдәк итәге менән оят ерҙәрен ҡаплап торған.
:Иртәгеһен ашығып сығып киткәндә, егеттең ыштанһыҙ икәнен һиҙеүсе булмаған, тик 30-40 саҡрым ер үтеп, ат ашатырға, тамаҡ ялғарға туҡтағас ҡына ыштан онотолоп ҡалғанын белгәндәр (егет тигәнең дә ыштан кейеп йорөргә әле бик ғәҙәтләнеп тә өлгөрмәгән малай булғандыр инде - авт.). Нишләһендәр инде, кире боролоп тормағандар, барып килен әйттереп, никахын уҡытып, уларҙы ҡушып ҡайтҡандар.
:«Өйләнгәндә ыштан булмаһа ла ярай ул, уландар, әгәр үҙең ихлас булһаң», - тиер ине олатай, шаяртып».
 
=== Өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ ===
:5. ''Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк'' мәҡәле шулай уҡ өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ тигән фекерҙе сағылдыра. ''Һөмһөҙ һыйыр үҙ көтөүен танымаҫ'' әйтеме лә ошоға ишара. ''Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән'' (йәғни үҙ динеңдән, милләтеңдән) ''ал''. Дәһрилек осоронда дингә бәйле мәҡәлдәрҙең тик фашлауға ҡоролғандары ғына яҙып алыныу сәбәпле, беҙ был осраҡта тик шәриғәт ҡанундарын ғына күҙҙә тота алабыҙ. Хатта диндәш, бер үк тиерлек телле булыуға ҡарамаҫтан, татарҙар менән никахлашыу Х1Х быуат ахырында ла һирәк осраған. Килмешәктәргә ер башҡа урындан бирелгән, һис юғы ауыл ситендә урынлашып, утар рәүешле йәшәгәндәр.
 
=== Хис-ғишыҡ ===
:6. Борон кем менән туғанлашыу мәсьәләһен ололар ғына хәл иткән тигән фекер нығынған, әммә әйтем-мәҡәлдәр хис-ғишыҡ шулай уҡ иҫәпкә алынғанын асыҡ күрһәтә:
 
* Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
Юл 145 ⟶ 157:
* Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
 
:Әммә артыҡ тойғоға бирелеү ҙә өнәлмәй, бының хатаға килтереү ихтималлығын киҫәтелә:
 
* Ғишыҡ кешене диуана итә.
Юл 153 ⟶ 165:
* Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә, сөнки Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
 
:Тимәк, йәштәр бөтөнләй үк бер-береһен белмәй-күрмәй өйләнешмәгән. Егет менән ҡыҙ йәшертен генә осраша ла алған, тик ҡайҙа ти ул хәҙерге һымаҡ кеше алдында ҡосаҡлашыу, үбешеү: кешегә хисеңде белдереү - ҙур әҙәпһеҙлек:
 
* Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын.
Юл 170 ⟶ 182:
* Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер мәҡәле инде — эротик тәрбиә миҫалы. Ул ир затын нисек маҡсатҡа өлгәшергә өйрәтһә, ҡыҙҙы киҫәтә, ә Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә тигән мәҡәл тәүгеһен тағы көсәйтә төшә.
 
:Ҡыҙҙы ҡаратыу ысулын да өйрәтә мәҡәлдәр:
 
* Ҡошто ем менән алдайҙар (йәғни бүләккә йомарт булырға кәрәк).
Юл 188 ⟶ 200:
:Күп тә үтмәй гөрләтеп туй яһап та ташланылар, ти, былар.
 
:7.=== Ҡалым, бирнә ===
Ҡалым, бирнә әҙерләү ғаилә ҡорғанда мотлаҡ үтәлер шарт:
 
* Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
Юл 194 ⟶ 207:
* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр. Һуңғы мәҡәл ҡалымға ҡарағанда бирнәнең ҙурыраҡ булыуын күрһәтә. Тимәк, егет ярлыраҡ булһа ла өйләнеүгә мөмкинлеге ҙурыраҡ, тик ҡулынан эш килһен. Ә ҡыҙ ултырып ҡалмаһын өсөн бирнәнең кейәү ҡалымына ҡарағанда күберәк булыуы кәрәк булған.
 
:Йыш ҡына һоратҡан ергә ҡыҙҙы бирмәҫ өсөн ҡалым һылтау булараҡ та ҡулланылған:
 
* Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
Юл 206 ⟶ 219:
:Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ тиеүҙәре лә матди байлыҡтан өҫтөнөрәк ҡиммәттәр барлығын иҫәпкә алырға өйрәтә.
 
=== Ҡыҙҙың сафлығы ===
:8.Кәләштең ғиффәтле (ҡыҙ сафлығын һаҡлаған) булыуы, тормошҡа тәүгегә сығыуына ҙур әһәмиәт бирелгән:
 
* Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
Юл 214 ⟶ 228:
* Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.
 
:Кәләште ҡыҙҙан алмаған ир-аттан көлгәндәр, бигерәк тә «исеме сыҡҡан» ҡыҙ тура килһә:
 
* Ит тапмаған — үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған — еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.
 
:«Исеме сыҡҡан» ҡыҙ ғәҙәттә ултырып ҡалған:
* Егет һөйһә — ала, ҡыҙ һөйһә — ҡала (был, ғөмүмән, ҡыҙҙың егеткә хисен бик белдереп бармаҫҡа тейешлегенә лә күрһәтмә).
* Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
* Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ тигәндәр, сөнки бындай никах һаҡланғанда ла ире, йәмәғәт алдында үҙен оятлы тойоп, ҡатынын йәберләй, татыулыҡ булмай. Күпселек осраҡта никах тәүге көндән үк тарҡала.
 
:Ҡыҙ сафлығын һаҡлау өсөн яуаплылыҡ егеткә лә һалынған:
 
* Емеште аша, ботағын һындырма.
* Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.
 
:Әммә ғиффәтен юғалтҡан өсөн ҡыҙ ғәйеплерәк һанала:
* Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
* Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.
 
:Ҡыҙҙың төрлө егеттәргә баш-күҙ уйнатып йөрөүе лә ғәйепләнә:
* Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.
 
:Егеттәрҙең бер ҡыҙға баҫышып йөрөүе лә киҫәтелә:
* Бер ҡаҙыҡҡа ике ат бәйләнмәҫ.
 
:Ғөмүмән, аҙып-туҙып йөрөүҙән ике яҡты ла тыйғандар:
* Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.
 
:9.=== Төҫ-баш, шәхси сифаттар ===
Төҫ-баш, шәхси сифаттарға талап шулай уҡ ярайһы ҡәтғи ҡуйылған:
 
* Төҫө барҙан төңөлмә.
* Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
 
:Матурлыҡ категорияһына һын-килбәт кенә түгел, уңғанлыҡ, аҡыл, инсафлылыҡ та ингән:
* Шаҙра булһа ла аңра булмаһын.
* Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
Юл 254 ⟶ 269:
* Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
 
:Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат сифаттары мәҡәлдәрҙә, ғәҙәттә, параллель рәүешендә бирелә һәм уларҙың кеме өсөн ҡайһыһы өҫтөнөрәк икәненә баҫым яһала:
* Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
* Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
Юл 260 ⟶ 275:
* Ҡыҙ байлығы — күркәм холоҡ, ир байлығы — тәүәккәл.
 
:Күренеүенсә, ҡыҙҙың сибәрлегенә, ә егеттең батырлығына күберәк иғтибар бирелә.
 
Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән мәҡәлдәрҙән булһа кәрәк, кәләштең уҡымышлы булыуына өҫтөнлөк бирелә:
* Белемле ҡыҙ — бирнәле ҡыҙ.
 
:Үҙе сибәр булып, йәре ҡайтышыраҡ булғанда ла йыуатыр һүҙ тапҡандар:
* Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.
:Йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлек ғаилә ҡороуға ла шулай уҡ үҙенсәлекле йоғонто яһай: байҙар сибәрлеккә күберәк иғтибар бирһә (ялсылар былай ҙа етерлек), тәбиғи, түбәнерәк ҡатлам вәкилдәре уңған, донъя көтөрлөк килен һайлай. :Ярлының ҡатыны икенсе сәбәптән дә бик һылыу булмағаны хәйерле:
* Бисәң матур — бай тирмәһендә ятыр.
* Бисәң матур булһа, байың үсле була.
 
:Ҡатындың сәләмәтлеге — тоҡом сәләмәтлегенә, етеш йәшәүгә нигеҙ:
* Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
* Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
* Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы тигән мәҡәл ысынбарлыҡҡа бик тә ярашлы булғанлығы әсәнең ҡыҙын оҙатҡанда әйткән тетрәндерерлек теләгендә лә раҫлана: Башың ауыртһа — яулыҡ эсендә, беләгең ауыртһа — ең эсендә (булһын).
 
:Башҡортта нескә билле булыу, сибеклек — һылыулыҡ билдәһе. Бының сәбәбе бик ябай аңлатыла, тимәк, был ''Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ, аҙ ашай''. Аҙыҡ иҫәпле саҡта был да мөһим.
 
:1О.=== Һайланыу яҡшыға килтермәҫ ===
Артыҡ ныҡ һайланыу, талапты сикһеҙ ҙурҙан ҡуйыу яҡшыға килтермәй:
* Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
* Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр.
* Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр.
 
=== Туй ===
:11.Туй, килен төшөрөү миҙгелдәре шулай уҡ билдәле бер тәртипкә буйһонған. Йышыраҡ никах — яҙға, туй көҙгә тәғәйенләнә торған булған: ''Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер''. Килен эш көсө һаналған һәм йәйге эштәр бөтөп, уңыш йыйғас әҙергә килеүҙе оҡшатмайҙар. Ә бына ''Байҙың туйы яҙ булыр''.
:Ҡалым малын түләп бөтмәй тороп егеттең кейәүләп йөрөү күренеше лә киң таралған. Әммә ''Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан''.
 
==== Яусы ====
:12. Ҡыҙ яусы аша әйттерелгән, һис юғы һоратырға ошо эштә тәжрибәһе булған оло йәштәге абруйлы ғаилә ағзаһын ебәргәндәр. Быға тиклем алдан димсе барып, ата-әсәнең ҡылын тартҡылаған, әлбиттә. Яусының буш ҡайтыуы егеткә дан өҫтәмәй бит:
* Егетлегеңде белгең килһә ҡыҙға яусы ебәр, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Шуға ла ауылдарҙа димселек-яусылыҡ менән шөғөлләнгән махсус кешене был изге эшкә ҡушыуҙы ҡулайыраҡ күргәндәр:
* Һөйләй белмәҫтең һүҙе — үтмәҫ бысаҡтың үҙе.
Юл 294 ⟶ 312:
* Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай.
 
:Яусының иһә тел оҫталығы өҫтөнә әҙер ҡалыптары, кинәйәләп әйтеү алымдары булған: тәҡдим кире ҡағылған осраҡта ла әйтелгәнгә икенсе мәғәнә биреп ебәрергә мөмкин, изге ниәтте ен-шайтан ҡолағынан, күҙ тейҙереүҙән һаҡлау ҙа зарур. Миҫалға: ''Һиндә лә бар аҡлы ҡуй, миндә лә бар аҡлы ҡуй, ҡуйҙы ҡуйға ҡушайыҡ, һеҙҙең яҡҡа ашайыҡ'' (йәғни, күсәйек).
 
Әлбиттә, бөгөн үрҙә яҙылған күп ғәҙәттәр онотолған йә кәрәге лә ҡалмаған кеүек. Әммә, дөйөм алғанда, уларҙы хәтерҙә тотоу, яңы шарттарға яраҡлаштырып ҡулланыу һис тә зыян итмәҫ ине. Ғаилә ҡороусылар бер-береһе тураһында һис юғы ошо мәғлүмәттәрҙе белергә тейештер: