Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
<div class="text">
== Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ. Шулай килеп ҡауышҡан ==
Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғәнәһен төшөнөп тә бөтмәҫлек йәшемдә, әсәйем кемгәлер мәҙәк өсөн һөйләгән бер ҡиссаны хәтеремә бикләгәнмен дә йылдар уҙа барған һайын меңдәрсә сатҡылы бриллиант йөҙөк ҡашындай әле бер, әле икенсе ҡырласының балҡышын табып, таң ҡалам. Былайыраҡ итеп һөйләнелгәйне ҡисса иренә зарланырға килгән йәш кенә ҡатынға.
Хоҙай Тәғәлә ергә әҙәми затты яҡшыһынан-шаҡшыһынан бер тигеҙ нисбәттә яралтмыш икән. Шулай итмәһә, яҡшылары яҡшылыҡтың ҡәҙерен аңламай, фәһем алмай, наҙанға әүерелеп бөтөр ҙә, холҡон, аң-зиһенен камиллаштырыр һис бер шарт булмаҫ ине, ти. Тап ана шул сәбәпле, бәндәләрҙе ишле-ҡушлы иткәндә, Аллаһы Тәғәлә «бер яҡшыға
Мәҙәк өсөн һөйләнелһә лә, ниндәй тәрән фәлсәфә! Тап ошо фәлсәфә, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, ир менән ҡатынға бер-береһенең бәндәүи йомшаҡлыҡтарына күнеп йәшәргә, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға ярҙам иткәндер, милләттең дә быуаттар ғәрәсәттәренә бирешмәй ойошоп йәшәүенең, юғалып ҡалмауының нигеҙе булғандыр, тип әйтергә йөръәт итәм.
''Бәндәүи зат үҙе тураһында үҙе уйлағандан хөртөрәк, кеше уйлағандан яҡшыраҡ'' тигән бер аҡыл эйәһе. Әлеге ҡиссанан сығып фекер йөрөткәндә, һин үҙеңде яҡшы кеше тип иҫәпләйһең икән, бик ҙур бәхетеңә күрә генә ул яңылышып киткән осраҡҡа тура килмәһәң, Хоҙайҙың ғәҙел тәғәйенләнеше буйынса шаҡшыға юлығырың алдан билдәләп ҡуйылған. Шулай булғас, яҙмышыңа ни үпкә. Йәнә бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, өйлән: ҡатының яҡшынан тура килһә, бәхетле булырһың, яманына юлыҡһаң, философ булырһың!
Башҡортта борондан балаларға енси аң иҫ киткес уйлап, һиҙҙермәй генә һеңдерелгән
Был яҙмаларымда иһә күберәк мәҡәлдәргә, әйтемдәргә таяндым, сөнки улар
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе
Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешле, ә бәғзеләре яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.
Бер үк ваҡытта ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б.
Халыҡтың ғаилә мәсьәләләрендә ҡайһы хоҡуҡ нормаларына өҫтөнлөк биреүе уның ниндәй хөкөмдән
* Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
* Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
* Ырыуына күрә йолаһы.
* Ә быныһы
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.
== Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор ==
Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға сексуаль тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: ''Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше.'' Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. ''Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай'' тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.
Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы
* Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
* Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
* Арғымаҡтың билгеһе
* Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
* Өйләнеү
* Дәртһеҙ кеше
* Донъя күрке
* Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
: Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен
Ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле:
* Ҡыҙ егеткә ҡушыла
* Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
* Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
: Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар:
* Алама булһа ла ир яҡшы.
* Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
* Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Юл 53 ⟶ 54:
Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
: Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек,
: -Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп,
Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ
== Никах ==
Никах исламда
: Ғаилә ҡороусы егет түбәндәге
:* Ғаләм, Аллаһы Тәғәлә алдында
:* милләт, ҡанбабалар алдында
:* үҙе алдында
:* ҡатыны алдында
:* балаһы алдында
: Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған һәм яҡынса ошондай шарттарҙы үҙ эсенә ала:
=== Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел ===
* Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.
Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй
Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап ҡына тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлоғона йоғонто яһаған, әлбиттә.
* Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.
Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса артыҡ йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын.
: Ә төп сәбәп
=== Иртә өйләнеү ===
Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. ''Ишәк туйы
Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа
: Беҙҙең яҡтағы бер ауылда ҡартайғанса тигеҙ ғүмер итеп, балалар-ейәндәр үҫтереп, тормош тәмен белеп, татыу йәшәгән әбей менән бабайҙы аң-тоңон белмәҫ, танауҙарына еҫ кермәҫ элек үк никахлағандар ҙа, улар шул ваҡыттарын кеткелдәп көлә-көлә иҫкә алыр булғандар. Ауыр замандар бит инде: икеһенә бер яҫтыҡ, бер иҫке юрған биреп, башҡа сығарғандар. Йылы тормаған өйҙә кис һайын шул юрғанға талашып, һуғышып ятып йоҡлай торғайныҡ, тип хәтерләр булған ҡарттар.
Донъя көтә белеүенән
* Менгән атың
Ир
Ултырып ҡалыу
* Ҡыҙың булһа ирҙә булһын, ирҙә булмаһа гүрҙә булһын.
* Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ мәҡәле ҡарт ҡыҙ менән үлгән кешене хатта бер рәткә ҡуйып, ата-әсәне лә, уларҙың буй еткергән балаһын да ашығырға мәжбүр итә, ҡәтғи сикләй.
Ҡыҙҙы ирекһеҙләп кейәүгә биреү күренеше булһа ла шәриғәт, динебеҙ тарафынан был тыйылған, юҡҡамы ни, мулла никахҡа ризалыҡ тураһында һорауҙы иң беренсе ҡыҙға биргән. Әммә ата-әсә, күреүебеҙсә, ҡәтғи сиктәргә ҡуйылыу сәбәпле, йә балаһының етеш йәшәүен ҡайғыртып, йә башҡа сәбәптәр менән (әйтәйек, ҡоҙаларҙың социаль статусы ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә) ҡыҙҙарын ризалыҡһыҙ кейәүгә биреүе фольклорҙа ла, әҙәбиәттә лә һынланыш тапҡан.
Шәриғәт буйынса 10 йәштәрҙән үк кеше бәлиғ була тип һаналыу сәбәпле ҡыҙҙарға хатта шул мәленән үк никахҡа инеү мөмкинлеге бирелгән. Хәҙерге медицина күҙлегенән был бик иртә, ҡыҙ бала ла, ир бала ла ғаилә көтөүгә әҙерлекһеҙ, организмдары нығынып өлгөрмәй тип иҫбатлана. Әммә егерменсе быуат урталарына тиклем кешенең үтә ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫәпкә алһаң, зат-ырыуыңды дауам итеү өсөн иртәрәк өйләнеү фарызлығына инанаһың:
* Иртә өйләнгән
=== Нәҫел тураһындағы мәғлүмәт ===
Үрҙә әйтелгәндәрҙән үк күренеүенсә, туғанлашыр яҡтың нәҫел-нәсәбе ниндәй булыуына бик ҙур әһәмиәт бирелгән:
* Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
* Атаһынан күргән
* Уҫаҡта алма үҫмәй.
* Атын алма, затын ал (быныһы байлығына ҡарағанда яҡшы заттан булыуы мөһимерәк тигән ҡарашты сағылдыра).
* Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
* Алмағаста алма бешә, дегәнәктә
Кәләш һайлауға үтә лә яуаплы ҡарауҙары хатта мөмкин булған һәр кемдән ҡыҙ тураһында мәғлүмәт алырға тырышыуҙарынан, кәңәш-төңәшһеҙ эш итмәүҙәренән асыҡ күренә.
* Ат алһаң
* Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
* Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
Был осраҡта ла күҙең төшкән ҡыҙҙың ниндәй ғаиләнән булыуын иҫтә тотоу кәрәклеге киҫәтелә. Үҙе сәскәләй булһа ла, нәҫел-нәсәбенең йүнһеҙ булыуы бәхетһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
* Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
Юл 121 ⟶ 122:
=== Социаль статус ===
Туғанлашыр яҡтың социаль статусы бер самараҡ булыуы яҡшы:
* Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
* Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
* Юрғаһына күрә дуғаһы.
* Буйың етмәгәнгә үрелмә.
Йәнә бер үҙенсәлеккә иғтибар итәйек
Әммә был
Ҡыҙ яғы ғаиләһенең юғарыраҡ баҫҡыста тороуына өҫтөнлөк бирелһә лә, матди хәлдә артыҡ айырма булмауы хәйерле: ''Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр''. Бында, тәү ҡарамаҡҡа, ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡ бар кеүек. Ләкин, тарихтан белеүебеҙсә, кешенең йәмғиәттә яулаған дәрәжәһе һәр саҡта ла уның матди хәленә ярашлы булмаған. Әйтәйек, сауҙагәрҙәр алған табыштарына ҡарап гильдияларға бүленгән. Комедияларҙа йыш ҡына тап бына улар ҡатламының хәйерселеккә төшкән дворяндар менән туғанлашырға тырышыуы һүрәтләнә.
Күпселектә ауыл ерендә йәшәгән башҡорт халҡында социаль градация улай уҡ киҫкен булмаһа ла, руханиҙар, сауҙагәрҙәр, мөғәллимдәр, төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүселәр, алпауыттар һ.б. йәмғиәттә төрлө социаль баҫҡыста торған. Аҡһөйәктәр һәм ҡара халыҡ төшөнсәһе, йәғни синфи бүленеш, әле ҡайһы бер ғалимдар инҡар итеп маташһа ла, башҡорт халҡы өсөн дә ят булмаған.
Үҙенән күпкә юғарыраҡҡа ынтылыу, маҡсатына өлгәшкән хәлдә, ярлы балаһы өсөн дә әллә ни отошло түгел:
Юл 139 ⟶ 140:
«Йәшлек» гәзитендә баҫылған, көләмәскә әүерелгән бер ҡыҙыҡ хәлде тулыһынса килтерәм (2002 йыл, 12 февраль). Уны Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан Рәшит Ямалетдинов тигән ағай яҙып ебәргән. Әммә шуға оҡшаш хәлдәр тураһында электән һәр яҡта үҙенсәләтеп ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләйҙәр.
«Башҡорттар элек өйләндереүҙе йәштәрҙән һорап та тормаған. Хәҙер генә егет менән ҡыҙ осрашып танышып, бер-береһе менән вәғәҙәләшкәс, әллә күпме мәшәҡәттәр тыуҙырып, аҡса туҙҙырып, туй үткәрәләр ҙә, күп тә үтмәй, холҡобоҙ тура килмәне, тип айырылышып та ҡуялар.
: Беҙҙең ауылда матур итеп бик күп бала үҫтереп, бүтәндәргә өлгө булып 60 йылдан ашыуыраҡ бергә йәшәгән оло ғаилә бар ине, хәҙер мәрхүмдәр инде, ожмахтың түрендә булһын рухтары уларҙың.
: Ә хәл былай булған. Иртәгә килен әйттерергә китәйек тип әҙерләнеп йөрөгәндә, кискеһен егеттең кейеп йөрөгән киндер ыштанын систереп йыуып ҡуйғандар, алмашы булмағас, икенсене кеймәгән, ә оҙон күлдәк итәге менән оят ерҙәрен ҡаплап торған.
: Иртәгеһен ашығып сығып киткәндә, егеттең ыштанһыҙ икәнен һиҙеүсе булмаған, тик 30-40 саҡрым ер үтеп, ат ашатырға, тамаҡ ялғарға туҡтағас ҡына ыштан онотолоп ҡалғанын белгәндәр (егет тигәнең дә ыштан кейеп йорөргә әле бик ғәҙәтләнеп тә өлгөрмәгән малай булғандыр инде
:
=== Өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ ===
''Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк'' мәҡәле шулай уҡ өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ тигән фекерҙе сағылдыра. ''Һөмһөҙ һыйыр үҙ көтөүен танымаҫ'' әйтеме лә ошоға ишара. ''Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән'' (йәғни үҙ динеңдән, милләтеңдән) ''ал''. Дәһрилек осоронда дингә бәйле мәҡәлдәрҙең тик фашлауға ҡоролғандары ғына яҙып алыныу сәбәпле, беҙ был осраҡта тик шәриғәт ҡанундарын ғына күҙҙә тота алабыҙ. Хатта диндәш, бер үк тиерлек телле булыуға ҡарамаҫтан, татарҙар менән никахлашыу
=== Хис-ғишыҡ ===
Борон кем менән туғанлашыу мәсьәләһен ололар ғына хәл иткән тигән фекер нығынған, әммә әйтем-мәҡәлдәр хис-ғишыҡ шулай уҡ иҫәпкә алынғанын асыҡ күрһәтә:
* Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
* Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
* Һөйгән йәр
* Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
* Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
* Мөхәббәт таш ярҙырта.
* Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
Әммә артыҡ тойғоға бирелеү ҙә өнәлмәй, бының хатаға килтереү ихтималлығын киҫәтелә:
* Ғишыҡ кешене диуана итә.
* Ғишыҡ тотҡан
* Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай (матурлыҡҡа ҡыҙма, уңғанды эҙлә мәғәнәһендә).
* Алма үҙең һөйгәнде
* Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә, сөнки Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
Тимәк, йәштәр бөтөнләй үк бер-береһен белмәй-күрмәй өйләнешмәгән. Егет менән ҡыҙ йәшертен генә осраша ла алған, тик ҡайҙа ти ул хәҙерге һымаҡ кеше алдында ҡосаҡлашыу, үбешеү: кешегә хисеңде белдереү
* Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын.
Осрашыуға йәштәр ябай ғына булһа ла бүләктәр менән килеп, бер-береһенең күңелен үҫтерер, вәғәҙәләшеү билдәләре тапшырыр булған. Иң йыш бирелгән йәдкәр
Көслө зат осрашыуға хушбуй, еҫле май, еҫле һабын, яулыҡ кеүек бүләктәр тотоп килһә, ҡыҙҙар ҡул эшенә, аш-һыуға оҫталығын да күрһәтергә яйын таба: фольклорҙа исемле ҡулъяулыҡтан тыш мамыҡ бирсәткә, шарф, бауырһаҡ һ.б. телгә алына. Тағы көләмәс иҫкә төшә.
: Бер сибәркәй тырышып-тырышып бауырһаҡ бешергән дә, егетенә төйөнсөк әҙерләп, өй сарлағына йыйып ҡуйған, ти. Ҡәһәр һуҡмағыры, был эште ҡустылары һиҙеп ҡала бит: менеп ашайҙар ҙа, урынына кәзә-һарыҡ «йоморсаҡтарын» төйнәп ҡуялар.
: Аңын-тоңон һиҙмәгән меҫкен ҡыҙ осрашыуҙа, билдәле, уңайһыҙ хәлгә ҡала. Унда ла, әлеге етешһеҙ тормош, аптырашынан:
: -Өс күкәйем, күбек майым әрәм булды, Хоҙайым,
Оялсанлыҡ ҡыҙ балаға һөйкөмлөлөк өҫтәһә лә, егет кеше өсөн артыҡ яҡшы сифат иҫәпләнмәй:
* Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
* Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер мәҡәле инде
Ҡыҙҙы ҡаратыу ысулын да өйрәтә мәҡәлдәр:
* Ҡошто ем менән алдайҙар (йәғни бүләккә йомарт булырға кәрәк).
* Ҡошона күрә тоҙағы, йәки,
* Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ тигән мәҡәлдәр иһә егет кешенән психолог булыуҙы, телгә маһирлыҡты ла талап итә. Тик, тағы бер көләмәстән күренеүенсә, мөхәббәт ҡайһы саҡ матур һүҙҙәр менән әүрәтеүгә лә ҡарамай икән.
: Ауылда бик кирегә бөткән егет булған. Бына ул да өйләнер йәшкә еткән, бер гүзәлкәйгә күҙе төшөп, яр буйына осрашыуға саҡырған, ти. Ҡыҙ наҙлыҡай ғына, Таһир-Зөһрәләр, Ләйлә-Мәжнүндәр тураһында дастандар ғына уҡып үҫкән, егеттән бөҙрә-бөҙрә ғишыҡ һүҙҙәре көтә икән дә, тегеһе хатта ябайҙарын да әйтә белмәй һерәйеп баҫып тора, сөнки гел әйтелгәндең киреһен генә ҡабатлап өйрәнгән. Шунан һылыуҡай түҙмәгән, күккә ҡарап:
:
Быныһы шуны ғына көтөп торғандай, яуаплай һалған:
:
: Ғәжәпләнгән сибәркәй ахыры һүҙҙе икенсегә бора:
:
:
: Тамам аптырашҡа төшкән ҡыҙ, артабан ни тиергә лә белмәй торғас, тура ярып һорау бирә:
:
:
: Күп тә үтмәй гөрләтеп туй
=== Ҡалым, бирнә ===
Ҡалым, бирнә әҙерләү ғаилә ҡорғанда мотлаҡ үтәлер шарт:
* Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
* Ҡыҙ аҡсаһы
* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр. Һуңғы мәҡәл ҡалымға ҡарағанда бирнәнең ҙурыраҡ булыуын күрһәтә. Тимәк, егет ярлыраҡ булһа ла өйләнеүгә мөмкинлеге ҙурыраҡ, тик ҡулынан эш килһен. Ә ҡыҙ ултырып ҡалмаһын өсөн бирнәнең кейәү ҡалымына ҡарағанда күберәк булыуы кәрәк булған.
Йыш ҡына һоратҡан ергә ҡыҙҙы бирмәҫ өсөн ҡалым һылтау булараҡ та ҡулланылған:
* Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
* Ә бына Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
* Ир кешенең йорт-ерле булыуы
* Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк.
* Йортҡа кергәнсе, утҡа кер.
* Эшкә ашмаған ир
Мәгәр, ''Ябағаны яуға менмә ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма малы бар'' тип, мәҡәле был мәсьәләлә шулай уҡ саманы белергә ҡушҡан.
: Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ тиеүҙәре лә матди байлыҡтан өҫтөнөрәк ҡиммәттәр барлығын иҫәпкә алырға өйрәтә.
=== Ҡыҙҙың сафлығы ===
Кәләштең ғиффәтле (ҡыҙ сафлығын һаҡлаған) булыуы, тормошҡа тәүгегә сығыуына ҙур әһәмиәт бирелгән:
* Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
* Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.
* Иргә бер ҡат барыу
* Бер бар
* Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.
Кәләште ҡыҙҙан алмаған ир-аттан көлгәндәр, бигерәк тә «исеме сыҡҡан» ҡыҙ тура килһә:
* Ит тапмаған
«Исеме сыҡҡан» ҡыҙ ғәҙәттә ултырып ҡалған:
* Егет һөйһә
* Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
* Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ тигәндәр, сөнки бындай никах һаҡланғанда ла ире, йәмәғәт алдында үҙен оятлы тойоп, ҡатынын йәберләй, татыулыҡ булмай. Күпселек осраҡта никах тәүге көндән үк тарҡала.
Ҡыҙ сафлығын һаҡлау өсөн яуаплылыҡ егеткә лә һалынған:
* Емеште аша, ботағын һындырма.
* Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.
Әммә ғиффәтен юғалтҡан өсөн ҡыҙ ғәйеплерәк һанала:
* Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
* Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.
Ҡыҙҙың төрлө егеттәргә баш-күҙ уйнатып йөрөүе лә ғәйепләнә:
* Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.
Егеттәрҙең бер ҡыҙға баҫышып йөрөүе лә киҫәтелә:
Юл 257 ⟶ 258:
=== Төҫ-баш, шәхси сифаттар ===
Төҫ-баш, шәхси сифаттарға талап шулай уҡ ярайһы ҡәтғи ҡуйылған:
* Төҫө барҙан төңөлмә.
* Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
Матурлыҡ категорияһына һын-килбәт кенә түгел, уңғанлыҡ, аҡыл, инсафлылыҡ та ингән:
* Шаҙра булһа ла аңра булмаһын.
* Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
* Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.
* Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
* Матур
* Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат сифаттары мәҡәлдәрҙә, ғәҙәттә, параллель рәүешендә бирелә һәм уларҙың кеме өсөн ҡайһыһы өҫтөнөрәк икәненә баҫым яһала:
* Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
* Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
* Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы.
* Ҡыҙ байлығы
Күренеүенсә, ҡыҙҙың сибәрлегенә, ә егеттең батырлығына күберәк иғтибар бирелә.
Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән мәҡәлдәрҙән булһа кәрәк, кәләштең уҡымышлы булыуына өҫтөнлөк бирелә:
* Белемле ҡыҙ
Үҙе сибәр булып, йәре ҡайтышыраҡ булғанда ла йыуатыр һүҙ тапҡандар:
* Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.
Йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлек ғаилә ҡороуға ла шулай уҡ үҙенсәлекле йоғонто яһай: байҙар сибәрлеккә күберәк иғтибар бирһә (ялсылар былай ҙа етерлек), тәбиғи, түбәнерәк ҡатлам вәкилдәре уңған, донъя көтөрлөк килен һайлай. :Ярлының ҡатыны икенсе сәбәптән дә бик һылыу булмағаны хәйерле:
* Бисәң матур
* Бисәң матур булһа, байың үсле була.
Ҡатындың сәләмәтлеге
* Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
* Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
* Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы тигән мәҡәл ысынбарлыҡҡа бик тә ярашлы булғанлығы әсәнең ҡыҙын оҙатҡанда әйткән тетрәндерерлек теләгендә лә раҫлана: Башың ауыртһа
Башҡортта нескә билле булыу, сибеклек
=== Һайланыу яҡшыға килтермәҫ ===
Артыҡ ныҡ һайланыу, талапты сикһеҙ ҙурҙан ҡуйыу яҡшыға килтермәй:
* Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
* Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр.
* Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр.
=== Туй ===
Туй, килен төшөрөү миҙгелдәре шулай уҡ билдәле бер тәртипкә буйһонған. Йышыраҡ никах
: Ҡалым малын түләп бөтмәй тороп егеттең кейәүләп йөрөү күренеше лә киң таралған. Әммә ''Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан''.
==== Яусы ====
Ҡыҙ яусы аша әйттерелгән, һис юғы һоратырға ошо эштә тәжрибәһе булған оло йәштәге абруйлы ғаилә ағзаһын ебәргәндәр. Быға тиклем алдан димсе барып, ата-әсәнең ҡылын тартҡылаған, әлбиттә. Яусының буш ҡайтыуы егеткә дан өҫтәмәй бит:
* Егетлегеңде белгең килһә ҡыҙға яусы ебәр, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Шуға ла ауылдарҙа димселек-яусылыҡ менән шөғөлләнгән махсус кешене был изге эшкә ҡушыуҙы ҡулайыраҡ күргәндәр:
* Һөйләй белмәҫтең һүҙе
* Яусы булмаһаң, дим һөйләмә.
Ә инде ''Димсе диңгеҙ кисерер, илтеп ярҙан осорор''.
* Яусы менән аусы ялғанһыҙ булмаҫ.
* Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай.
Яусының иһә тел оҫталығы өҫтөнә әҙер ҡалыптары, кинәйәләп әйтеү алымдары булған: тәҡдим кире ҡағылған осраҡта ла әйтелгәнгә икенсе мәғәнә биреп ебәрергә мөмкин, изге ниәтте ен-шайтан ҡолағынан, күҙ тейҙереүҙән һаҡлау ҙа зарур. Миҫалға: ''Һиндә лә бар аҡлы ҡуй, миндә лә бар аҡлы ҡуй, ҡуйҙы ҡуйға ҡушайыҡ, һеҙҙең яҡҡа ашайыҡ'' (йәғни, күсәйек).
Әлбиттә, бөгөн үрҙә яҙылған күп ғәҙәттәр онотолған йә кәрәге лә ҡалмаған кеүек. Әммә, дөйөм алғанда, уларҙы хәтерҙә тотоу, яңы шарттарға яраҡлаштырып ҡулланыу һис тә зыян итмәҫ ине. Ғаилә ҡороусылар бер-береһе тураһында һис юғы ошо мәғлүмәттәрҙе белергә тейештер:
:* тыуған йылы;
:* ғаилә хәле, элек никахта торған-тормағанлығы;
:* кемделер аҫрарға-ҡарарға тейешлеге (мәҫәлән, ауырыу йә ҡартайыуы еткән ата-әсәһен, тәүге ғаиләһен һ.б.)
:* балаһы (шул иҫәптән, уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алынған) бармы-юҡмылығы;
:* дине;
:* енси мөнәсәбәткә ҡарашы;
:* матди хәле (эш хаҡы, бурыстары, мал-мөлкәте);
:* башҡа милләттән булһа, ошоға бәйле мөнәсәбәттәр;
:* ғаиләгә тоғро булырлығы-булмаҫлығы;
:* аҡсаға мөнәсәбәте;
:* биографияһындағы ғәм алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырлыҡ ниндәйҙер ваҡиғалар.
Быларҙы белеп бөтөрөүе еңел түгел, әлбиттә. Ғашиҡтың күҙе һуҡыр, мәгәр күҙҙе лә, ҡолаҡты ла асып тотоу хәйерле. Һуңынан үкенергә тура килмәһен.
Башҡорттар никахһыҙ бала табыуға бик ныҡ тыйыуҙар һалған, ''Уйнаштан уҫмаҡ сыға'' тип киҫәтеп торған. ''Уйнаштың башы
Ислам дине талаптары ла был йәһәттән аяуһыҙ. Никахһыҙ ҡатындан донъяға килгән бала кәмһетелеүгә, ҡыйырһытылыуға дусар булған, мыҫҡыллы ҡушаматтар алған. Әйтемдәр араһында ла осрай улар: ''Елдән тыуған Айтуған''.
Тыума исемен күтәргән балаға үҫеп еткәс тә еңел түгел
* Уйнашлы йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
* Уйнаш кергән йорт ҡорой тип, оло бәхетһеҙлек килтерер был ғәмәлдән буйҙаҡтарҙы ғына түгел, ирле-ҡатынлыларҙы ла тыйғандар.
Беҙҙең заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҡороуға еңел-елпе ҡараш өҫтөнлөк ала, ЗАГС-та яҙылышмай ғына йәшәүселәр һаны арта. «Һынамаҡ никах» (
Үрҙә килтерелгән әйтем һәм мәҡәлдәрҙән күренгән шарттар
Әммә ғәҙәт ҡанундары бындай күренеште тыя: ''Ат урлаған бур булыр, ҡыҙ урлаған хур булыр''.
Үҙ ихтыярынан тыш урланһа ла ҡыҙҙы ғәҙәттә кире ҡайтарып алмағандар, сөнки ''Урланған ҡыҙ
Ата-әсәһенең ризалығы булмағанда һөйгән егетенә «йәбешеп сығыу» күренеше лә ят түгел
Гүзәл Ситдиҡова.
|