Ләүәш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "thumb|слева|Ереванда лаваш бешереү File:Azərbaycan Lavaşı.jpg|thumb|Әзебайжанда лавашты садж..."
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
йәки «тонир»)тип аталған традицион мейестәрҙә бешерәләр. Лаваш ҡамырын, уға шулай уҡ әсетке (ғәҙәттә алда бешерелгән икмәк ҡамырынан алып ҡалына), ҙур ағас ялғашта (таштта) ғаиләләге иң өлкән ҡатын-ҡыҙ баҫырға тейеш булған. Әҙер ҡамырҙы, традицион тәпәшәк түңәрәк йәки дүрткел өҫәлгә һалып, иҙәнгә ултырып, уҡлау менән йәйәләр. Ҡағиҙә булараҡ, был эште килен башҡара. Килен һуңынан йоҡа ғына йәймәне тандыр эргәһендә ултырған ҡәйнәһенә бирә. Тәжрибәле ҡатын, башта йәймәне өҫкә табан бер ҡулдан икенсеһенә йәтеш кенә ырғыта ла, талдан үрелгән нигеҙҙәге махсус мендәргә кейҙерә, шунан түбән эйелеп, төгәл һәм етеҙ хәрәкәт менән лавашты тандырҙың ҡыҙыу эске стеналарына йәбештерә. 30—40 секунд араһында бешкән икмәкте осо кәкрәйтеп эшләнгән махсус тимер сыбыҡ менән тартып сығаралар.
Әзербайжандар хәҙер лавашты диаметры 60—70 см һәм бейеклеге 3—4 см булған, «садж» тип аталған ҡалын стеналы ҙур түңәрәк табала, батынҡы яғын аҫҡа ҡаратып ҡуйып, бешерә. Элек Садж тандир пальчагы (тандыр балсығы) тип йөрөтөлгән, тандыр өсөн файҙаланылған балсыҡтан яһалған, аҫтында терәткес (подставка) булып, шунда ут төрткәндәр.
 
== Лавашты ҡулланыу ==
Лаваш Бирге Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә билдәле, ләкин Әрмәнстанда ғына ул туҡланыу системаһында иң төп урынды тигеләй биләй. Икмәккә ихтирам һәм хөрмәт менән һуғарылған мөнәсәбәт — әрмән мәҙәниәтенең традицияһы, ләкин лавашҡа ҡарата, күпләп етештерелгән мейес төбөндә бешкән икмәккә ҡараш менән сағыштырғанда, был традиция бигерәк баҙыҡ — таннур, тондир, тандур). «Лаваш» әрмән милли кухняһында төп ҡамыр аштарының береһе булып һанала. Әрмәнстанда ул туҡланыуҙың айырып алғыһыҙ бер өлөшө, традиция буйынса хаш менән бирелә. Шулай уҡ Әрмәнстанда балыҡты лавашта быҡтырыу кеүек оригиналь алым файҙаланыла. Пасха байрамында Әрмән сиркәүенә йыш ҡына кулич урынына лаваш алып киләләр. Әрмәнстанда лаваш — ғаилә һәм муллыҡ символы: йола буйынса, кейәүҙең әсәһе туйҙа йәш кәләш менән кейәүҙең иңдәренә, уларға етеш һәм татыу тормош теләп, лаваш һала.
 
Ҡайһы берҙә, бешерер алдынан, ҡамырға ҡыҙҙырылған кунжут йәки мәк орлоҡтарын һибәләр. Лаваш ңҫе сағында маис йәймәһенә оҡшаған, ләкинһуңынан икмәк тиҙ кибә, һыныусан һәм ҡатыға әйләнә. Йомшаҡ сағында ғәҙәттә ул тәмлерәк тә була, уға төрлө тәм-том төрөп бутерброд яһау ҙа еңел, үҙ сиратында кипкән формаһы аҙыҡты оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеген бирә. Лавашты шулай уҡ шашлык менән ашайҙар.
 
Әрмәнстандың ҡайһы бер региондарында шундай боронғо йола һаҡланған: лавашты алдағы көндө уйлап, 3-4 айға етерлек итеп, күпләп бешереп ҡуйыу. Лаваштарҙы, көн элгәре киптереп, өйөп һалалар һәм шулай һаҡлайҙар. Ашар алдынан лавашҡа һыу бөркөлә һәм ярты сәғәткә таҫтамал ябып тотола, шунан һуң ул ашарға әҙер була<ref>{{китап
|автор =
|заглавие = [http://books.google.ru/books?id=T2VJUTvq9eMC&pg=PT15&dq=Кавказская+кухня.+Кухня+народов+Северного+Кавказа.+Особенности+национальных+кухонь+Закавказья.+Холодные+и+горячие+закуски.+Супы&hl=ru&sa=X&ei=-oxhT8OYBMz4sgaSpbi6BQ&ved=0CDwQ6AEwAA#v=onepage&q&f=false Кавказская кухня. Кухня народов Северного Каваказа. Особенности национальных кухонь Закавказья. Холодные и горячие закуски. Супы]
|издательство = DirectMEDIA
|год = 2004
|том =
|страницы = 7.346
|isbn = 5998937384, 9785998937385
}}</ref>. Аперитив сифатында йомшаҡ лавашҡа сыр һәм яңы өҙөлгән укроп төрәләр — был рулет әрмән телендә «дурум» тип, әзербайжан телендә «dürmək» тип атала.
 
Әзербайжан кухняһында ит янына лавашҡа дөгө төрөп биреү традицияһы йәшәй<ref name="PO">[[Похлебкин Вильям Васильевич|Вильям Похлебкин]] [http://www.erlib.com/Вильям_Похлёбкин/Национальные_кухни_наших_народов/19/ Национальные кухни наших народов/ Армянская кухня/Азербайджанская кухня.]</ref>. Әзербайжанда һәм Төркиәлә ондан бешерелгән лаваш люля-кебабты сервировкалағанда мотлаҡ файҙаланылған<ref>[http://www.gastronom.ru/recipe.aspx?id=377 Люля-кебаб, второе блюдо. Пошаговые кулинарные рецепты с фото на Gastronom.ru]</ref>. Лаваш традицион әзербайжан былауын (плов) әҙерләгәндә лә ҡулланыла<ref>[http://kulinarnayakniga.ru/world/azerb/ Азербайджанская кулинарная книга]</ref>. Сабирабад районында, туйҙан һуң йәш кәләш килгәс, ҡәйнәһе уның иңенә лаваш һала һәм шундай теләк әйтә: «Һинең менән өйгә етешлек килһен, аяғың уңышлы булһын»<ref>{{китап
| автор = Кулиева Н. М.
| заглавие = Современная сельская семья и семейный быт в Азербайджане
| ответственный = Под ред. доктора исторических наук Т. Г. Мусаевой
| место = Б.
| издательство = «Элм»
| год = 2011
| страницы = 97
| isbn = 9–8066–1721–1
}}</ref>. Новханда, йола буйынса, мәйетте ерләгәндән һуң эсенә халва төрөлгән лавашҡа оҡшаған «кюльчя»(көлсә) тараталар<ref>{{китап
| автор = Кулиева Н. М.
| заглавие = Современная сельская семья и семейный быт в Азербайджане
| ответственный = Под ред. доктора исторических наук Т. Г. Мусаевой
| место = Б.
| издательство = «Элм»
| год = 2011
| страницы = 122
| isbn = 9–8066–1721–1
}}</ref>.
 
Иранда, ҡала шарттарында, лаваш (nān-e tīrī) пекарняларҙа тонирҙарҙа бешерелгән иң төп икмәк төрө булып тора. Ауыл шарттарында, бешереү йышлығы сезон эштәренә бәйле булғанлыҡтан, лаваш иң күп таралған аҙыҡ булып танылған. Ул ашъяулыҡҡа (sofra) төрөлгән һәм кәрзингә (sabad) йәки ҡоро ер шкафҡа (nāndān) һалынған көйөнсә бер нисә аҙна дауамында боҙолмай ятҡан<ref name="Encyclopaedia Iranica. Bread">[http://www.iranicaonline.org/articles/bread-persian-nan Encyclopaedia Iranica. Bread]</ref>. Тегеранда ҡайһы бер ғаиләләр лавашты туғандарына һәм дуҫтарына сәй тәмлекәстәрен (печенье) (nān-e čāyī) ебәреү өсөн файҙаланған<ref name="Encyclopaedia Iranica. Cookies">[http://www.iranicaonline.org/articles/cookies-koluca-nan-e-koluca-kolica-in-persia Encyclopaedia Iranica. Cookies]</ref>.
 
Лаваш уғата яҡшы тәм сифаты һәм әҙерләү еңеллеге менән боронғо замандарҙан бирле бөтөн Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында, Иранда һәм Ҡаф тауында ныҡ популяр булған. Лаваштың ҡаты формаһын бешереү һәм сауҙа итеү шулай уҡ Гавайяла киң таралған. Түңәрәк икмәк йәймәһе лавашҡа төрөлгән шаурма әҙерләү өсөн файҙаланыла.
 
;Лаваш менән аш-һыу:
* [[Бртуч]]
* [[Шаурма]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Ләүәш» битенән алынған