Ләүәш: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
[[File:Making of lavash.ogv|thumb|слева|Ереванда лаваш бешереү]]
[[File:Azərbaycan Lavaşı.jpg|thumb|Әзебайжанда лавашты саджала бешереү]]
'''Ләүәш, лаваш'''
Лавашты бойҙай (ә элек ҡайһы берҙә арпаның үҙенә башҡа сортынан) ононан «тандыр» (шулай уҡ «тендир» йәки «тонир») тип аталған традицион мейестәрҙә бешерәләр. Лаваш ҡамырын, уға шулай уҡ әсетке (ғәҙәттә алда бешерелгән икмәк ҡамырынан алып ҡалына), ҙур ағас ялғашта (таштта) ғаиләләге иң өлкән ҡатын-ҡыҙ баҫырға тейеш булған. Әҙер ҡамырҙы, традицион тәпәшәк түңәрәк йәки дүрткел өҫәлгә һалып, иҙәнгә ултырып, уҡлау менән йәйәләр. Ҡағиҙә булараҡ, был эште килен башҡара. Килен һуңынан йоҡа ғына йәймәне тандыр эргәһендә ултырған ҡәйнәһенә бирә. Тәжрибәле ҡатын, башта йәймәне өҫкә табан бер ҡулдан икенсеһенә йәтеш кенә ырғыта ла, талдан үрелгән нигеҙҙәге махсус мендәргә кейҙерә, шунан түбән эйелеп, төгәл һәм етеҙ хәрәкәт менән лавашты тандырҙың ҡыҙыу эске стеналарына йәбештерә. 30—40 секунд араһында бешкән икмәкте осо кәкрәйтеп эшләнгән махсус тимер сыбыҡ менән тартып сығаралар.
8 юл:
== Лавашты ҡулланыу ==
Лаваш Бирге Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә билдәле, ләкин Әрмәнстанда ғына ул туҡланыу системаһында иң төп урынды тигеләй биләй. Икмәккә ихтирам һәм хөрмәт менән һуғарылған мөнәсәбәт — әрмән мәҙәниәтенең традицияһы, ләкин лавашҡа ҡарата, күпләп етештерелгән мейес төбөндә бешкән икмәккә ҡараш менән сағыштырғанда, был традиция бигерәк баҙыҡ
Ҡайһы берҙә, бешерер алдынан, ҡамырға ҡыҙҙырылған кунжут йәки мәк орлоҡтарын һибәләр. Лаваш ңҫе сағында маис йәймәһенә оҡшаған, ләкинһуңынан икмәк тиҙ кибә, һыныусан һәм ҡатыға әйләнә. Йомшаҡ сағында ғәҙәттә ул тәмлерәк тә була, уға төрлө тәм-том төрөп бутерброд яһау ҙа еңел, үҙ сиратында кипкән формаһы аҙыҡты оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеген бирә. Лавашты шулай уҡ шашлык менән ашайҙар.
14 юл:
Әрмәнстандың ҡайһы бер региондарында шундай боронғо йола һаҡланған: лавашты алдағы көндө уйлап, 3-4 айға етерлек итеп, күпләп бешереп ҡуйыу. Лаваштарҙы, көн элгәре киптереп, өйөп һалалар һәм шулай һаҡлайҙар. Ашар алдынан лавашҡа һыу бөркөлә һәм ярты сәғәткә таҫтамал ябып тотола, шунан һуң ул ашарға әҙер була. Аперитив сифатында йомшаҡ лавашҡа сыр һәм яңы өҙөлгән укроп төрәләр — был рулет әрмән телендә «дурум» тип, әзербайжан телендә «dürmək» тип атала.
Әзербайжан кухняһында ит янына лавашҡа дөгө төрөп биреү традицияһы йәшәй. Әзербайжанда һәм Төркиәлә ондан бешерелгән лаваш люля-кебабты сервировкалағанда мотлаҡ файҙаланылған. Лаваш традицион әзербайжан былауын (плов) әҙерләгәндә лә ҡулланыла.
Иранда, ҡала шарттарында, лаваш (nān-e tīrī) пекарняларҙа тонирҙарҙа бешерелгән иң төп икмәк төрө булып тора. Ауыл шарттарында, бешереү йышлығы сезон эштәренә бәйле булғанлыҡтан, лаваш иң күп таралған аҙыҡ булып танылған. Ул ашъяулыҡҡа (sofra) төрөлгән һәм кәрзингә (sabad) йәки ҡоро ер шкафҡа (nāndān) һалынған көйөнсә бер нисә аҙна дауамында боҙолмай ятҡан. Тегеранда ҡайһы бер ғаиләләр лавашты туғандарына һәм дуҫтарына сәй тәмлекәстәрен (печенье) (nān-e čāyī) ебәреү өсөн файҙаланғ
|