Ләүәш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Лавашты бойҙай (ә элек ҡайһы берҙә арпаның үҙенә башҡа сортынан) ононан «тандыр» (шулай уҡ «тендир» йәки «тонир») тип аталған традицион мейестәрҙә бешерәләр. Лаваш ҡамырын, уға шулай уҡ әсетке (ғәҙәттә алда бешерелгән икмәк ҡамырынан алып ҡалына), ҙур ағас ялғашта (таштта) ғаиләләге иң өлкән ҡатын-ҡыҙ баҫырға тейеш булған. Әҙер ҡамырҙы, традицион тәпәшәк түңәрәк йәки дүрткел өҫәлгә һалып, иҙәнгә ултырып, уҡлау менән йәйәләр. Ҡағиҙә булараҡ, был эште килен башҡара. Килен һуңынан йоҡа ғына йәймәне тандыр эргәһендә ултырған ҡәйнәһенә бирә. Тәжрибәле ҡатын, башта йәймәне өҫкә табан бер ҡулдан икенсеһенә йәтеш кенә ырғыта ла, талдан үрелгән нигеҙҙәге махсус мендәргә кейҙерә, шунан түбән эйелеп, төгәл һәм етеҙ хәрәкәт менән лавашты тандырҙың ҡыҙыу эске стеналарына йәбештерә. 30—40 секунд араһында бешкән икмәкте осо кәкрәйтеп эшләнгән махсус тимер сыбыҡ менән тартып сығаралар.
 
Әзербайжандар хәҙер лавашты диаметры 60—7060-70 см һәм бейеклеге 3—43-4 см булған, «садж» тип аталған ҡалын стеналы ҙур түңәрәк табала, батынҡы яғын аҫҡа ҡаратып ҡуйып, бешерә. Элек Садж тандир пальчагы (тандыр балсығы) тип йөрөтөлгән, тандыр өсөн файҙаланылған балсыҡтан яһалған, аҫтында терәткес (подставка) булып, шунда ут төрткәндәр.
 
== Лавашты ҡулланыу ==
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Ләүәш» битенән алынған