Мамалыга: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
== Әҙерләү ==
 
Суйын һауытта кукуруз оно, һыу, тоҙ һалып, махсус болғағыс таяҡ ярҙамында әҙерләнә. Икмәк урынына ҡулланыу өсөн бешергәндә мамалыга ҡуйы итеп эшләнә,эшлән һәм, итальян полентаһы кеүек, теленергә мөмкин. Башҡа маҡсатта әҙерләгәндә мамалыганы шыйығыраҡ итеп эшләйҙәр.
 
Мамалыга ҡаймаҡ һәм брынза менән бирелә. Ҡайһы берҙә мамалыганы тәрилкәгә ваҡлап һалып ҡайнар һөт менән бирәләр. Мамалыганан шулай уҡ кукуруз күмәстәре лә эшләйҙәр, бының өсөн мамалыганы киҫкеләйҙәр һәм майҙа йәки туң майҙа ҡыҙҙыралар.
 
Мамалыга бик күп төр ашамлыҡтар составына инә, сөнки, ул икмәкте алмаштыра. Шуларҙың береһе — мамалыга менән голубцы. Икенсе ашамлыҡ — булагo- мамалыганан эсенә брынза һәм май һалып бешерелгән бәләкәй генә йоморсалар.
 
Мамалыга шкваркалар, эремсек һәм сырҙар, бекон, йомортҡалар, бәшмәктәр, ҡурылған балыҡ һ.б. менән бирелергә мөмкин.
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Мамалыга» битенән алынған