Мамалыга: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:Mamaliga Moldova.jpg|thumb|right|200px|Мамалыга]]
 
'''Мамалы́га''' — кукуруз ононан ҡаты итеп бешерелгән бутҡа; молдаван милли ашамлығы. Кавказ халыҡтарында киң таралған: грузиндарҙа — гоми, абхаздарҙа- абысҭа, абазиндарҙа -абаста, баста, адыгейҙарҙа -марэмысэ, чечендарҙа -ахьар худар (кукуруз ононан бутҡа), ингуштарҙа — -журан-худар, осетиндарҙа — -мамаелайы каеаер (һүҙмә-һүҙ «үлмәҫ өсөн киҫәк»)<ref>[http://ironau.ru/vortaro.php?q=%EC%E0%EC%26%23230%3B%EB%E0%E9%FB+%EA%FA%26%23230%3B%E1%26%23230%3B%F0 Осетинский язык онлайн. Учебные и справочные материалы]</ref> һәм, шулай уҡ, Одессала.
 
Тәме, консистенцияһы һәм тышҡы күренеше буйынса бөтә бутҡаларҙан да айырыла. Балауыҙланған еп йәки махсус ағас бысаҡ менән теленә.
11 юл:
Мамалыга ҡаймаҡ һәм брынза менән бирелә. Ҡайһы берҙә мамалыганы тәрилкәгә ваҡлап һалып ҡайнар һөт менән бирәләр. Мамалыганан шулай уҡ кукуруз күмәстәре лә эшләйҙәр, бының өсөн мамалыганы киҫкеләйҙәр һәм майҙа йәки туң майҙа ҡыҙҙыралар.
 
Мамалыга бик күп төр ашамлыҡтар составына инә, сөнки ул икмәкте алмаштыра. Шуларҙың береһе — мамалыга менән голубцы. Икенсе ашамлыҡ — булагo- — мамалыганан эсенә брынза һәм май һалып бешерелгән бәләкәй генә йоморсалар.
 
Мамалыга шкваркалар, эремсек һәм сырҙар, бекон, йомортҡалар, бәшмәктәр, ҡурылған балыҡ һ.б. менән бирелергә мөмкин.
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Мамалыга» битенән алынған