Муйыл бәлеше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "'''Муйыл бәлеше.''' Сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән асыҡ бәлеш. Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит..."
(айырмалар юҡ)

21:48, 3 декабрь 2016 өлгөһө

Муйыл бәлеше. Сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән асыҡ бәлеш.

Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә.Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар.Эслекккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла. Бәлеш өсөн сөсө йәки әсе ҡамыр әҙерләйҙәр

Составы:

1.Аҡ он

2. Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)

3.Сода

4.Тоҙ.

5.Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла.Әсе ҡамыр эшләгәндә сүпрә ҡушып баҫалар. Таба ҙурлығына ҡарап йоҡа йәймә (0, 5см ҡалынлығында) йәйәләр. Эслекте һалып тигеҙләгәс, йәймәнең ситен эскә бөгөп сығалар.