Оладьи,йәғни бәләкәй ҡоймаҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
== Рецепт ==
111…ЯртыЯрты литр кефирға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер-ике ҡалаҡ шәкәр, ике йомортҡа ҡушып туғыным да, аҙаҡ ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыҡҡансы он өҫтәп, йәнә лә миксерымды дырылдаттым. Ниндәй тәртиптә яҙғанмын, шулай эшләнем дә, ҡамырымды иртәнгәгә тиклем оноттом. Әммә! Иртән! Шундай тәмле, ҡупшы, ҡабарып торған ҡоймаҡтар өҫтәлгә менеп ҡунаҡланы!
 
222…БананлыБананлы ҡоймаҡ! Рецепты шулай уҡ, тик бананын бешерер алдынан ғына ҡырып һалдым! Әйтереңбармы, хәтәр тәмле!
 
333…БерБер көнө кистән бынау тәмле ҡатнашмамды http://vk.com/wall21164859_19385 әҙерләп ятҡайным да, иртән ашаусы кеше булманы. Әлдә генә кефирға сей һоло ярмаһы, балдан башҡа тәмлекәстәр һалмағайным. Шуға ул йәһәт кенә оладьиға әйләнде. Хәҙер йыш ҡына шулайтып бешерәм. Был осраҡта ярты литр кефирға алты ҡалаҡ һоло ярмаһы ҡушырға кәрәк..
Үәт, шулай! Кеше йәшәй-йәшәй барыһына ла яйлап өйрәнә.Ә шулай ҙа, һаҡсыллыҡ, әйберҙе бәрәкәтле ҡуллана белеү, аш-һыуға оҫталығым-улар барыһы ла миңә өләсәйемдән,әсәйемдән күскән күркәм сифат, тип һанайым. Ҡулдарының ҡото миңә лә йоҡҡанына сикһеҙ рәхмәтлемен. Кәрәккәндә аҡыл өйрәтерлек, белмәгәнемде һорарлыҡ, кәңәш бирерлек яҡындарым иҫән-һау булһын! Һәммәгеҙгә лә имен тормош теләйем, инәй-апайҙар, еңгә-килендәр, һылыуҙар, әхирәттәр!