Робинзон ашы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
*'''Ҡырҡбыуын (шыршы үләне) ашы'''.
Картуфты бешереп алғас, уға ваҡлап туралған ҡырҡбыуын өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ һалып бирергә.
 
'''''Составы''''': 300 г ҡыркбыуын емешлеге, 300 г картуф, 40 г ҡаймаҡ, тоҙ.
 
*'''Еҫле балтырған ашы'''
Ярманы яртылаш бешерергә. Уға үләндәрҙе өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр аццынан ҡыҙҙырылған һуған һалырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ һалып бирергә.
 
'''''Составы''''': 100-әр г балтырҙан, мальва, юл япрағы, күгүлән, 40 г һоло ярмаһы, 10-ар г кишер, һуған, май, 40 г ҡаймаҡ, тәмләткестәр.
 
*'''Алабута ашы'''
Алабута менән һуғанды ваҡлап турап, бешереп алғас, һыуытырға. Ашар аддынан йәшел һуған, ҡыяр, укроп, ҡаймаҡ һалырға.
'''''Составы''''':100 г йәш алабута, 30 г куҙғалаҡ, 40 г йәш ҡыяр, 5 г укроп, 20 г ҡаймаҡ, тоҙ
 
*'''Күгүлән (бәпкә үләне) менән картуф ашы'''
Картуфты бешерергә, ваҡланған күгүлән менән ҡыҙҙырылған һуған һәм кишерҙе өҫтәргә.
 
'''''Составы''''':100 г күгүлән, 100 г картуф, 10 г кишер, 5 г аҡ һуған. 5 г май, тәмләткестәр, 350 г һыу.
 
*'''Кесерткән япрағынан щи'''
Кесерткән япрағын өс минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға һәм ваҡлап турарға, майҙа 10-15 минут ҡыҙҙырырға. Ваҡлап туралған кишер, петрушка, һуғанды ла майҙа ҡыҙҙырып алырға. Ҡайнап торған һурпаға кесерткән япрағын, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе, йәшел һуғанды өҫтәп, 20 - 25 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр аддынан тәмләткестәр өҫтәргә.
 
Ҡаҙ үләненән, кесерткән япрағынан, юл япрағынан да щи ошо рәүешле әҙерләнә.
 
'''''Составы''''':150 г йәш кесерткән япрағы, 50 г ҡуҙғалак, 5-әр г кишер менән әнис, 20 г аҡ һуған һәм 15 г йәшел һуған, 5 г бойҙай оно, 10 г һары май, 15 г ҡаймаҡ, ярты йомортҡа, лавр япрағы, тоҙ, борос.
 
*'''Билсәндән щи'''
Картуф бешеп сығыр алдынан билсән япрағын, һуған, он, тоҙ, борос өҫтәргә. Өҫтәлгә бирер аддынан киҫәкләп туралған йомортҡа өҫтәргә.
 
'''''Составы''''':200 г йәш билсән япрағы, 120 г картуф, 60 г һуған башы, 30 г бойҙай оно, 20 г һары май, 2 йомортҡа, 30 г ҡаймаҡ.