Робинзон кофеһы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә (Ләйсән moved page Робинзон кофеһе to Робинзон кофеһы: хаталы)
Нет описания правки
'''Робинзон кофеһы''' (тәмле, шифалы).
 
== Кофены алыштыра алалар ==
[[File:Flickr - Nicholas T - Invaders.jpg|frameless|right]]
* '''[[:w:ba:Бәпембә|Бәпембә]]'''.
 
Бәпембә тамырынан кофены алыштыра алырлыҡ эсемлек әҙерләп була. Бәпембә тамырының составында 5 процент аҡһым, 2 процент алма кислотаһы, 10 процент шәкәр һәм 53 процент тирәһе инулин бар. Ҡыҙҙырғанда инулин шәкәргә тарҡала.
* '''[[:w:ba:Быуын үләне|Цикорий]]'''
[[File:Цикорий.jpg|frameless|right]]
Кофе әҙерләү өсөн цикорийҙы ла файҙаланып була. Был үҫемлек тә ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенән. Зәңгәр төҫтәге сәскәләре кәрзинкәгә йыйылған. Һабаҡтары ҡытыршы. Бейеклеге 1,5 метр тирәһенә етә. Ланцет формаһындағы япраҡтарының ситтәре осло тешле. Июнь-июлдә сәскә ата. Юл ситтәрендә үҫә.
Цикорийҙың тамырынан шәкәр алалар, спирт ҡыуалар. Хәҙерге көндә цикорийҙың йыуан тамырлы культуралы сорттары бар.
[[File:Acorns of Quercus robur, Eichel der Stieleiche 02.JPG|frameless|right]]
* '''[[:w:ba:Имән|Имән]] сәтләүеге.''' 1  кг киптерелгән имән сәтләүегендә 45 г аҡһым, 40 г май, 610 г углевод, 50 г күҙәнәклек барлығы асыҡланған. Шулай уҡ,
танин, флавонол кварцетин (антиоксидант, шешенеүҙе, елһенеүҙе, тартылыуҙы кәметә, диуретик үҙенсәлектәргә эйә. Кеше өсөн кварцетин ағыулы, әммә ебеткәндә йә йылытҡанда ул тарҡала).
Имән сәтләүегендә PP һәм B төркөмөндәге витаминдар, кальций, магний, калий, тимер, фосфор тоҙҙары, цинк, баҡр, марганец микроэлементтары бар.
 
== Әҙерләү ==
 
Бәпембә тамырын буйына ҡырҡалар йәки айыралар һәм киптерәләр. Унан ҡыҙарғансы һәм кетерләгәнсе ҡыҙҙыралар.
 
Ҡыҙҙырылған бәпембә тамыры татлы була. Уны сәйгә ҡушып эсергә лә була.
 
Онтаҡ эшләп, кофе урынына ҡулланып була. Сөнки, бәпембә тамырындағы шәкәр ҡыҙҙырғанда карамелгә әйләнә. Эсемлегенә кофе төҫөн һәм тәмен бирә.
 
Халыҡ медицинаһында бәпембәне йоҡоһоҙлоҡтан ҡулланалар. Шулай уҡ уны “йәшәү«йәшәү эликсиры”эликсиры» тип һанайҙар. Бәпембә үпкәләрҙе таҙарта, һары ауырыуынан дауалай, ҡан баҫымын кәметә һәм аш һеңдереү процесына ыңғай йоғонто яһай.
 
Цикорий һәм бәпембә тамырҙарына ныҡ итеп ҡыҙҙырылған имән сәтләүектәрен ҡушып та тәмле кофе эшләп була. Сәтләүек ҡыуағының емештәренән эшләнгән һөт тә ҡушһаң, бик тә тәмле, туҡлыҡлы һәм шифалы эсемлек килеп сыға.
Кофе өсөн имән сәтләүектәрен ҡабығынан әрсеп, ҡыҙарғансы (ҡарайтырға ярамай) ҡыҙҙыралар һәм онтаҡ эшләйҙәр.
 
[[Category:!Main category]]
178

үҙгәртеү