Сүсбәрә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "'''Сүсбәрә''' (''эремсек билмәне, кәкре, ҡаҙан ҡолағы (бөккәне), ҡаҙан кәкереһе''; {{lang-ru|вареники}}, {{lan..."
(айырмалар юҡ)

19:36, 3 декабрь 2016 өлгөһө

Сүсбәрә (эремсек билмәне, кәкре, ҡаҙан ҡолағы (бөккәне), ҡаҙан кәкереһе; Ҡалып:Lang-ru, Ҡалып:Lang-uk) — украин кухняһында күберәк таралған славян блюдоһы, усҡа һыйышлы түңәрәк сөсө ҡамыр эсенә ваҡланған ит, йәшелсә, бәшмәк, емеш-еләк, эремсек төрөп, ныҡ итеп ҡымтып, ҡайнар һурпала бешерәләр.

Ҡаймаҡ өҫтәлгән (сервировать ителгән) украин итле варениктары
Сейәле (десерт урынына) украин варениктары

Варениктарға Көнсығыш Рәсәй билмәне (ҡолаҡ, пермени, манты), марийҙың подкоголиһы, Көнбайыш Рәсәйҙең колдуны оҡшаш[1], шулай уҡ традицион ҡытай кухняһының бик күп блюдолары оҡшаш. Был блюдоларҙың төп айырымлыҡтары эслегендә һәм формаһында. Итальян равиолиһы эсенә быҙау ите һалынған кескәй генә колдундарға оҡшаған һәм ябай аш йә һурпаға һалынған туҡмастыҡы кеүек ҡамырға алдан бешерелгән ит ҡушып әҙерләнә.

Әҙерләү

Вареники өсөн ҡамыр бойҙай ононан эшләнә, ҡамыры сөсө, сүпрә йә кефир ҡушып баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәләр, унан түңәрәк, осло мөйөшлө йә тура мөйөшлө киҫәктәр эшләйҙәр. Был киҫәктәргә ваҡланған бешерелгән ит,быҡтырылған кәбеҫтә, бешкән картуф, эремсек һалалар; йәиһә яңы йыйылған еләк: сейә, көртмәле, ер еләге һалып, ситтәрен матур биҙәкләп бөрөп ҡуялар. Артабан ҡайнап торған һыуға һалып бешерәләр (йә парҙа бешерәләр). Әҙерләү алымы: варениктарҙы, өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы, ҡайнаталар (һәм тағы ла бер-ике минут тоталар, дәүмәленә ҡарата). Бешергәндән һуң, варениктарҙы майҙа ҡурырға була.

 
Һәлкәү варениктар

Һәлкәү варениктар

Һәлкәү варениктар:

  • Эслекһеҙ варениктар, ғәҙәттә, тәмле подлива менән;
  • Таба дәүмәлендәге вареник: ҡамыр ҡатлауы — эремсек ҡатлауы — ҡамыр ҡатлауы; өҫтәлгә ҡуйғанда, квадрат йәки ромбиктарға киҫелеп бирелгән; исеме әүәләү булмағандан сығып бирелгәндер.

Өҫтәлгә ҡуйыу

Эҫе көйө, ҡаймаҡ йәки аҡ май ҡушып, бирелә. Ҡаймаҡлы варениктарға йыш ҡына шәкәр һибәләр йә ҡайнатма (варенье) ҡушып ашайҙар. Картуфлы варениктарҙы ҡурылған һуған һәм ҡыҫыр май менән тәҡдим итәләр.