Сәләмәт йәшәү рәүеше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
152 юл:
Ҡәҙерен белеп етмәһәк тә, ауылдаштары, беҙҙең ауыл һәм тирә-яҡ ауылдар өсөн ысын хазина ине ул. Ҡайҙан ғына килмәһендәр, ниндәй милләттән булмаһын, барыһына ла мәрхәмәте етте Уйылдан бабайҙың.
 
ӘммәШулай ҙа, һәр осраҡта ла баҫмаҡламаныҡ бабайҙы. Сөнки уҡымышлы, дауалау алымдарын һәйбәт белгән инәйҙәр, оләсәйҙәр күп ине. Үҙемдең оләсәйем, сирләһә бик дауа ҡулланып та барманы. Ә бына аяғына баҫтымы, әхирәттәренә сәләм ебәрә ине. Бәгәнәш килтерегеҙ әле тип. Шул әлеһе, теге үләнде килтереп тә ҡуялар. Ә бәгәнәш, беҙҙең урындағы «женьшень» ул.
 
Һәр халыҡ өсөн, ниндәй генә сир булмаһын, үҙ ерлегендә тәғәйен шифаһы ла яралтылған. Юғиһә, бына шундай шәп дауа тип, ситтән килтерелгәнде, «күҙгә ут күрһәтерлек» хаҡта булһа ла, йәбешеп ятып алалар.