Умартасылыҡ серҙәре/10-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "Умартасылыҡ серҙәре. 10-сы дәрес 12.05.2012. :Кәрәҙҙә буш урын булмай ==Иҫкергән кәрәҙҙәр== Яҙғы-йәйге..."
(айырмалар юҡ)

12:05, 15 сентябрь 2012 өлгөһө

Умартасылыҡ серҙәре. 10-сы дәрес

12.05.2012.


Кәрәҙҙә буш урын булмай

Иҫкергән кәрәҙҙәр

Яҙғы-йәйге осорҙа ояла яҡынса алты быуын йәш ҡорт тәрбиәләп сығарыла. Һәр сығарылыштан һуң күҙәнәктәрҙең төбөндә бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында кәрәҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Яҙын инә ҡорт йомортҡаларын һорғолт кәрәҙҙәргә ихласыраҡ һала, ләкин тоҡом уларҙа бәләкәй булып үҫешә һәм йәшәп китеү һәләтлеге аҙыраҡ була. Көңгөрт кәрәҙҙәрҙә тиҙ арала балауыҙ көйәһе күбәләктәре, ҡарышлауыҡтары үрсеп китә. Көңгөрт кәрәҙҙәр зарарлы ауырыуҙар таралыуға булышлыҡ итә, ҡорттар ҙа йышыраҡ айырыусан була. Шуның өсөн кәрәҙҙәрҙе ояла ике йыл торғандан һуң, йәғни ҡорттарҙың 10–12 быуыны үҫеп сыҡҡас (иң оҙағы — өсөнсө йылға), алыштырырға кәрәк. Иҫкеләрен башҡаса тотонмайҙар, балауыҙға иретеп алалар.

Яңы кәрәҙҙәрҙең ауырлығы 140–150 г тарта. Был ауырлыҡ алты быуын ҡорт сығарғандан һуң икеләтә арта.

Оҫта төҙөүселәр

Бал ҡорттарының тормошонда иң ғәжәйеп нәмә — балауыҙ кәрәҙҙәре яһау. Архитекторҙар кәрәҙ төҙөлөшөнә күп тапҡыр иғтибар йүнәлтте, был уларға иң яҡшы техник ҡарарҙар эҙләп табырға ярҙам итте.

Кәрәҙҙең конструкцияһы бөтә йәһәттән дә камил. Ул бал ҡорттарынан төҙөлөш материалын бик әҙ талап итә, ләкин кәрәҙ иҫ киткес ныҡ һәм күп һыйҙырышлы була. Алты яҡлы формаһы ҡорттарға майҙанды яҡшыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирә. Бөтә бөжәктәрҙең тормошо һаҡсыллыҡ ҡанунына буйһонған. Бары тик бал йыйыусы ҡорттар ғына шундай юғарылыҡҡа күтәрелә алған. Иңкештәрҙең һәм һағыҙаҡтарҙың күҙәнәге түңәрәк, шуның өсөн уларҙың ояһында буш ҡалған урын күп. Бал ҡорттарында иһә файҙаланылмаған бушлыҡ юҡ. Уларҙа, беҙҙең замандың уңайлы фатирҙарындағы кеүек, күҙәнәктәрҙең һәр стенаһы бер үк ваҡытта башҡа күҙәнәктәр өсөн дә стена булып хеҙмәт итә.

Быны беләһегеҙме?

Бал ҡорто кәрәҙе күҙәнәге тәбиғәттәге иң рациональ геометрик формалы һауыт булып тора, уны төҙөү өсөн үтә аҙ һанда материал талап ителә (ҡорттарҙың 100 күҙәнәгенә 1,3 г балауыҙ тотонола), ә төҙөлөш яғынан ныҡлығы һәм һыйҙырышлылығы буйынса тиңдәше юҡ. Бал ҡорттары — “математиктар”. Төҙөгән кәрәҙҙәр ҙурлығы, формаларының бер ишлеге һәм дөрөҫлөгө менән айырылып тора. Улар иң рациональ геометрик форманы — кәрәҙ күҙәнәгенең төбөндә түңкәрелеп ятҡан ромбиктарҙан торған өс яҡлы пирамидалы алты ҡырлы форманы һайлаған. Ошондай форма арҡаһында кәрәҙ күҙәнәктәре бер-береһенә үтә лә яҡын, тығыҙ итеп урынлашҡан. Төҙөлөшкә урын әҙ китә, шулай ҙа юғары ныҡлығы тәьмин ителә, кәрәҙҙәрҙең иң күп һыйҙырышлылығына өлгәшелә (стандарт оя рамына 4 кг бал һыя) һәм уларҙы төҙөгәндә балауыҙ тотоноуҙа экономия яһала. Боронғо грек ғалимдары ла тәбиғәттә материал тотоноу буйынса ҡорт күҙәнәктәренән дә экономиялыраҡ һәм ныҡ һыйҙырышлы һауыт юҡ тигән һығымтаға килә. Ромбиктарҙың йәйенке мөйөштәре һәр саҡ 109о28’, ә ҡыҫынҡылары 70о31’-ҡа тигеҙ;

Умартаны яңы урынға урынлаштырған саҡта ҡыйыш ултыртырға ярамай, сөнки ҡорттар кәрәҙҙәрҙе дөрөҫ ҡормаясаҡ. Бик аҙға ғына умартаның кейәһе яғына ауышлыҡ рөхсәт ителә, был умартаға яуым-төшөм эләктермәү һәм ҡорттарға умартаның төбөн таҙартыуҙы еңелләштереү өсөн кәрәк.

Эсенә бал һала торған быяла һауыт балдың үҙенә ҡарағанда ике тапҡырға, ағас һауыт — 6–8, ә тәбиғи бал ҡорто күҙәнәге балдың үҙенең үлсәү массаһынан 27 тапҡырға еңелерәк. Әгәр ҙә быяланан йәки ағастан һауытты балдың ауырлығынан 20–27 тапҡырға кәмерәк һыйҙырышлы итеп яһаһаң, ул сағында быларҙың һуңғыһы үҙенең ауырлығы менән уны баҫып ватасаҡ. Балауыҙ ҡоролмаһының ныҡлығы бал кәрәҙе күҙәнәгенең дә, кәрәҙҙең үҙенең дә конструкцияһы менән тәьмин ителә.

Балауыҙ — бал ҡорттарының иң ҡиммәтле төҙөлөш материалы. Ысын умартасы балауыҙҙы бәләкәй генә бөртөктәрҙән йыя, сөнки ҡорттар бүлеп сығарған 100 балауыҙ тәңкәһе ни бары 25 мг тарта һәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, айырым умартасылар бер миҙгелдә һәр ҡорт ғаиләһенән 2 килограмға тиклем балауыҙ алыуға өлгәшә.

Рубриканы Рафиҡ НОҒОМАНОВ алып бара.