Умартасылыҡ серҙәре/10-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
==Иҫкергән кәрәҙҙәр==
[[File:Buckfast bee.jpg|left|200px]]
Яҙғы-йәйге осорҙа ояла яҡынса алты быуын йәш ҡорт тәрбиәләп сығарыла. Һәр сығарылыштан һуң күҙәнәктәрҙең төбөндә бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында кәрәҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Яҙын инә ҡорт йомортҡаларын һорғолт кәрәҙҙәргә ихласыраҡ һала, ләкин тоҡом уларҙа бәләкәй булып үҫешә һәм уларҙың йәшәп китеү һәләтлеге аҙыраҡ була. Көңгөрт кәрәҙҙәрҙә тиҙ арала балауыҙ көйәһе күбәләктәре, ҡарышлауыҡтары үрсеп китә. Көңгөрт кәрәҙҙәр зарарлы ауырыуҙар таралыуға булышлыҡ итә, ҡорттар ҙа йышыраҡ айырыусанауырыусан була. Шуның өсөн кәрәҙҙәрҙе ояла ике йыл торғандан һуң, йәғни ҡорттарҙың 10–12 быуыны үҫеп сыҡҡас (иң оҙағы — өсөнсө йылға), алыштырырға кәрәк. Иҫкеләрен башҡаса тотонмайҙар, балауыҙға иретеп алалар.
 
Яңы кәрәҙҙәрҙең ауырлығы 140–150 г тарта. Был ауырлыҡ алты быуын ҡорт сығарғандан һуң икеләтә арта.
20 юл:
 
Бал ҡорто кәрәҙе күҙәнәге тәбиғәттәге иң рациональ геометрик формалы һауыт булып тора, уны төҙөү өсөн үтә аҙ һанда материал талап ителә (ҡорттарҙың 100 күҙәнәгенә 1,3 г балауыҙ тотонола), ә төҙөлөш яғынан ныҡлығы һәм һыйҙырышлылығы буйынса тиңдәше юҡ.
Бал ҡорттары — “математиктар”. Төҙөгән кәрәҙҙәр ҙурлығы, формаларының бер ишлеге һәм дөрөҫлөгө менән айырылып тора. Улар иң рациональ геометрик форманы — кәрәҙ күҙәнәгенең төбөндә түңкәрелеп ятҡан ромбиктарҙан торған өс яҡлы пирамидалы алты ҡырлы форманы һайлаған. Ошондай форма арҡаһында кәрәҙ күҙәнәктәре бер-береһенә үтә лә яҡын, тығыҙ итеп урынлашҡан. Төҙөлөшкә урын әҙ китә, шулай ҙа юғары ныҡлығы тәьмин ителә, кәрәҙҙәрҙең иң күп һыйҙырышлылығына өлгәшелә (стандарт оя рамына 4 кг бал һыя) һәм уларҙы төҙөгәндә балауыҙ тотоноуҙа экономия яһала. Боронғо грек ғалимдары ла тәбиғәттә материал тотоноу буйынса ҡорт эшләгән кәрәҙ күҙәнәктәренән дә экономиялыраҡ һәм ныҡ һыйҙырышлы һауыт юҡ тигән һығымтаға килә. Ромбиктарҙың йәйенке мөйөштәре һәр саҡ 109о28’, ә ҡыҫынҡылары 70о31’-ҡа тигеҙ;
 
Умартаны яңы урынға урынлаштырған саҡта ҡыйыш ултыртырға ярамай, сөнки ҡорттар кәрәҙҙәрҙе дөрөҫ ҡормаясаҡ. Бик аҙға ғына умартаның кейәһе яғына ауышлыҡ рөхсәт ителә, был умартаға яуым-төшөм эләктермәү һәм ҡорттарға умартаның төбөн таҙартыуҙы еңелләштереү өсөн кәрәк.