Умартасылыҡ серҙәре/10-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
4 юл:
: Кәрәҙҙә буш урын булмай
== Иҫкергән кәрәҙҙәр ==
[[File:Buckfast bee.jpg|left|200px]]
Яҙғы-йәйге осорҙа ояла яҡынса алты быуын йәш ҡорт тәрбиәләп сығарыла. Һәр сығарылыштан һуң күҙәнәктәрҙең төбөндә бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында кәрәҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Яҙын инә ҡорт йомортҡаларын һорғолт кәрәҙҙәргә ихласыраҡ һала, ләкин тоҡом уларҙа бәләкәй булып үҫешә һәм уларҙың йәшәп китеү һәләтлеге аҙыраҡ була. Көңгөрт кәрәҙҙәрҙә тиҙ арала балауыҙ көйәһе күбәләктәре, ҡарышлауыҡтары үрсеп китә. Көңгөрт кәрәҙҙәр зарарлы ауырыуҙар таралыуға булышлыҡ итә, ҡорттар ҙа йышыраҡ ауырыусан була. Шуның өсөн кәрәҙҙәрҙе ояла ике йыл торғандан һуң, йәғни ҡорттарҙың
Яңы кәрәҙҙәрҙең ауырлығы
== Оҫта төҙөүселәр ==
Бал ҡорттарының тормошонда иң ғәжәйеп нәмә
Кәрәҙҙең конструкцияһы бөтә йәһәттән дә камил. Ул бал ҡорттарынан төҙөлөш материалын бик әҙ талап итә, ләкин кәрәҙ иҫ киткес ныҡ һәм күп һыйҙырышлы була. Алты яҡлы формаһы ҡорттарға майҙанды яҡшыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирә. Бөтә бөжәктәрҙең тормошо һаҡсыллыҡ ҡанунына буйһонған. Бары тик бал йыйыусы ҡорттар ғына шундай юғарылыҡҡа күтәрелә алған. Иңкештәрҙең һәм һағыҙаҡтарҙың күҙәнәге түңәрәк, шуның өсөн уларҙың ояһында буш ҡалған урын күп. Бал ҡорттарында иһә файҙаланылмаған бушлыҡ юҡ. Уларҙа, беҙҙең замандың уңайлы фатирҙарындағы кеүек, күҙәнәктәрҙең һәр стенаһы бер үк ваҡытта башҡа күҙәнәктәр өсөн дә стена булып хеҙмәт итә.
== Быны беләһегеҙме? ==
Бал ҡорто кәрәҙе күҙәнәге тәбиғәттәге иң рациональ геометрик формалы һауыт булып тора, уны төҙөү өсөн үтә аҙ һанда материал талап ителә (ҡорттарҙың 100 күҙәнәгенә 1,3 г балауыҙ тотонола), ә төҙөлөш яғынан ныҡлығы һәм һыйҙырышлылығы буйынса тиңдәше юҡ.
Бал ҡорттары
Умартаны яңы урынға урынлаштырған саҡта ҡыйыш ултыртырға ярамай, сөнки ҡорттар кәрәҙҙәрҙе дөрөҫ ҡормаясаҡ. Бик аҙға ғына умартаның кейәһе яғына ауышлыҡ рөхсәт ителә, был умартаға яуым-төшөм эләктермәү һәм ҡорттарға умартаның төбөн таҙартыуҙы еңелләштереү өсөн кәрәк.
Эсенә бал һала торған быяла һауыт балдың үҙенә ҡарағанда ике тапҡырға, ағас һауыт
Балауыҙ
Рубриканы Рафиҡ НОҒОМАНОВ
алып бара.
|