Умартасылыҡ серҙәре/11-се дәрес — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
26.05.2012.
==Бал ҡортоноң аҙығы, туҡланыуы==
Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. УныУлар уны аҙыҡҡа — балға һәм һитәгә — әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә. Һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углеводтарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.
 
Аҡһым айырым матдәгә — азотҡа бай, ул инә ҡорт һөтө составына инә. Углеводтар, майҙар, минераль матдәләр, витаминдар ҡорттарға энергияның төп сығанағы булып хеҙмәт итә, ә ҡорттарҙың бөтөн эшмәкәрлеге ошо энергия арҡаһында башҡарыла. Умартаға ҡорттар, татлы һуттан, һеркәнән тыш, һыу ҙа килтерә.
Татлы һут — үҫемлек сәскәләре һәм шәрбәтлектәре бүлеп сығарған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан торған шәкәрле, тәмле шыйыҡса. Бал биргән үҫемлектәрҙең күпселегенең шәрбәтлеге сәскәнең башланған ерендә йәки иң төбөндә була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шәрбәтлеге булмай, ә татлы һутты сәскә туҡымаларының береһен тәшкил иткән махсус күҙәнәктәр бүлеп сығара. Мәҫәлән, йүкә сәскәһендә татлы һут сәскә япраҡсаларының табағы төбөндәге күбенеп-күбенеп таралышып урынлашҡан күҙәнәктәр тарафынан бүлеп сығарыла.
 
Үҫемлектәрҙә 50-нән алып 56 процентҡа тиклем шәкәр булған осраҡта, ҡорттар татлы һутты ихлас йыя, ә шәкәр 4,25 проценттан кәм булғанда, уны алмай ҙа, йыймай ҙа. Үтә лә ҡуйы һут һылашып ятыу сәбәпле, ҡорттарға йыйыуы ауырға төшә. Һутта шәкәрҙең юғары миҡдарҙа булыуы ҡорттарҙың эшен ауырлаштыра. Умартаға үтә лә шыйыҡ һут — “ярым фабрикат” миҡдары 70 процент килһә, ҡабул итеүсе ҡорттар татлы һутты юғарыраҡ урынлашҡан бер күҙәнәктән икенсеһенә, кәрәҙ рамының өҫкө өлөшөнә күсерә. Ошолай улар бер нисә тапҡыр уны үҙҙәренең томшоҡтарына сығара һәм яңынан бал йыйыу бөрләтәүенә һурып ала. Татлы һутҡа шайыҡ өҫтәп, һыуҙы айырым сығарып, уны балға әйләндергәнсе эшкәртә. Һәйбәт елләтелгән умартала татлы һуттан һыуҙы парландырыу биш көнгә тиклем дауам итә. Вентиляцияның кәмеүе унан һыуҙы айырыуҙы егерме көндән ашыуға тиклем тотҡарлай. 450 г һыуҙы кәметеү өсөн 100 г шәкәр тотонола. Һыуҙың миҡдары татлы һутта 20 процентҡа тиклем кәмегәс, ҡорттар күҙәнәктәрҙе өҫтөнә тиклем тулғансы бешкән бал менән тултыра ла уларҙы балауыҙ ҡапҡас менән йоҡа ғына итеп һылап-мисәтләп ҡуя.
 
Ҡорттарҙың татлы һутты, рәшә балды яңынан эшкәртеүе һөҙөмтәһендә бал — виноград (глюкоза) һәм емеш (фруктоза) шәкәре ҡатнашмаһы хасил була. Бал үҙендә 17–21 процент һыу, органик кислота, азот һәм минераль матдәләр, витаминдар тота.
Ҡорттар сәскә һеркәһен (ул төрлө төҫтә була) һитәгә әйләндерә, уны кәрәҙ күҙәнәктәренә йыйыштыра, тығыҙлап, һәйбәтләп тултыра ла, татлы һут һәм шайыҡ менән еүешләп, консервалай. Тығыҙлап һалынған һеркә әсеүгә дусар була. Бактериялар тарафынан эшкәртелгән һөт кислотаһы һитәне боҙолоуҙан һаҡлай.
 
Бер ҡорттоң үҫеүе өсөн 0,1 грамм тирәһе һитә талап ителә. Яҙғы-йәйге осорҙа көслө ғаиләне (60–80 мең ҡортто) үҫтереүгә 6–8 килограмм һитә китә. Һитәнең — ҡорттарҙың “икенсе икмәге”нең - шаҡтай өлөшө бала ҡортто, үрсемде, тәрбиәләүгә, үҫтереүгә сарыф ителә. Һитә етешмәгән саҡта ҡорттар ашатылған ҡарышлауыҡтар һанын аҙайта. Әгәр ҙә тәбиғәттән умартаға һеркә килеү туҡтап ҡалһа йәки бөтөнләй булмаһа, ул сағында инә ҡорт йыш ҡына йомортҡа һалыуҙы кәметә, хатта туҡтатып уҡ ҡуя. Ә үҫешеп етмәгән ҡарышлауыҡтарҙы, ояла ашарға аҙыҡ — һитә етешмәгәнлектән, ҡорттар тәрбиәләп үҫтермәй, уларҙы умартанан тышҡа сығарып ташлай. Умарталыҡтарҙа ямғырлы йәйҙә ошондай хәл күҙәтелә.
 
Үҫемлектәрҙән йыйылған сәскә һеркәһе төрлө миҡдарҙа туҡлыҡлы матдәләр тота. Умартала үҫемлектәр һеркәһе бергә ҡатыштырыла. Һитәлә уртаса 20 процент тирәһе аҡһым бар.